Боҙоп әйтергә хаҡтары юҡ06.04.2012
“Башҡортостан” гәзитенең быйылғы 11-се һанында Ейәнсура районының Үрге Бикбирҙе ауылынан Ҡасим Янбаевтың “Башкириямы, Башҡортостанмы?” тигән мәҡәләһе донъя күргәйне. Автор күтәргән мәсьәлә, ысынлап та, күптәрҙе борсой.
Ҡайһы берәүҙәргә “Башҡортостан” тип әйтеүе ауыр шикелле. Оҙонға һуҙып тормай “Башкирия” тип кенә ебәрәләр. Ә ниңә башҡа төбәктәрҙең, мәҫәлән, күрше Татарстандың исемен боҙорға бер ваҡытта ла юл ҡуйылмай? Беҙҙең республиканың исеме лә бит Закон тарафынан ҡабул ителгән, тимәк, уны үҙгәртеп әйтергә берәүҙең дә хаҡы юҡ.
Нурулла МИҺРАНОВ.
Белорет районы,
Манышты ауылы.


Вернуться назад