Ниңә ситтәргә эйәрергә?06.04.2012
Мин “Башҡортостан” гәзитен күп йылдар дауамында алдырам. Баҫманы башҡорт милләтенең тотороҡлолоғо өсөн тырышып хеҙмәт итеүе өсөн хөрмәт итәм.
Гәзиттә милли асылыбыҙҙы һаҡлау хаҡында күп телгә алына. Ысынлап та, милләттәштәребеҙ үҙе булып ҡалһын, ата-бабаһы рухына хыянат итмәһен ине. Ябай ғына миҫал: балаға, модаға эйәрепме, сит милләт исемен ҡушалар. Үҙебеҙҙекеләр күпкә матур, яңғырауыҡлы ла баһа! Был хәлгә дин әһелдәре лә иғтибар итһен ине.
Гәзиттә башҡа телдән тәржемә ителгән һүҙҙәрҙең дөрөҫ яҙылышы тураһында һөйләшеү бара. Юғары белемле, тарихсы йә тел белгесе булмаһам да, фекеремде әйтеп үтмәксемен. Беҙ байтаҡ урыҫ һүҙен үҙебеҙсә тәржемә итеп ҡулланабыҙ. Мәҫәлән, печь — мейес, самовар — самауыр, чайник — сәйнүк, стол — өҫтәл һәм башҡалар. Шулай булғас, рус та урыҫ булһын.
Ғәлләм НУРЕТДИНОВ.
Борай районы,
Яңы Ҡарағош ауылы.


Вернуться назад