“Баш”ланайыҡ, башҡорттар!06.04.2012
Һәр халыҡтың тарихтағы эҙе — милли фамилияларҙа. Улар донъяла, актерҙар кеүек, төрлө ролде башҡара. Фамилия милләттең яҙмышында төп ролде уйнай — яңы тыуған балаға атаһынан йәки әсәһенән автоматик рәүештә күсерелә. Быны милләттең исемен “йоҡтороусы” үҙенсәлекле социаль ген йәки милли тамға тип атар инем.
Шәхес үҙ эше менән — фамилияһын, ә фамилия милләтте данлай. Мәҫәлән, Советтар Союзы Геройы Александр Матросовтың ысынында Шакирйән Мөхәмәтйәнов булыуы асыҡланғас, милләтебеҙҙең баһаһы нисек күтәрелде!
Донъяға билдәле Рудольф Нуриевтың әсәһе — татар, атаһы — башҡорт. Ул автобиографияһында был хаҡта асыҡ белдерә. Рудольф Нуриев башҡорттар тураһында йылы һүҙҙәр яҙып ҡалдырған: “...Эвакуация беҙҙе Рәсәйҙең ғаиләбеҙ сыҡҡан мөйөшөнә — Башҡортостанға, Урал тауҙарының көнсығыш һыртына алып килде.
... үҙебеҙ ике йыл йәшәп киткән башҡорт ауылын хәтерләйем, ул Чишуна (?) тип атала ине. Бәләкәй генә өйҙә өс ғаилә торҙоҡ. Ундағы ваҡиғалар хәҙер инде хәтерҙән юйыла бара: йәшел күлдең уртаһынан йөҙәбеҙ, илау, атыш... Шулай уҡ ике урыҫ ҡартын бик асыҡ хәтерләйем — улар беҙҙең ғаилә менән бер бүлмәлә йәшәне.
...Беҙ — мосолмандар. Әсәйем бик матур, боронғо Ҡазан ҡалаһында тыуған. Атайым Башҡортостандың баш ҡалаһы Өфө эргәһендәге бәләкәй генә ауылда донъяға килгән. Шулай итеп, татарҙар һәм башҡорттар — ике яҡтан туғандарыбыҙ. Рәсәйҙең ете быуат буйы бер ҡасан еңелеү белмәгән көслө һәм бөйөк башҡорттарҙы бирелергә мәжбүр итеүенә ике быуат ваҡыт үтеп китте. Урал далаларында йәшәүсе башҡорттар үҙҙәренең Азиянан алып Нева ярҙарына тиклем ҡурҡытып торған, ажғыр һәм ауыҙлыҡланмаҫ холҡон бер ваҡытта ла юғалтманы”.
Ғаиләһенең милли составы тураһында яҙып ҡалдырыуына ҡарамаҫтан, Рудольф Нуриевты күршеләребеҙ тик үҙҙәренеке тип иғлан итеүҙән тартынмай. Әгәр беҙҙең борондан милли фамилиябыҙ булып, Рудольфтың атаһы башҡорт фамилияһын йөрөтһә, мәҫәлән, Нурыйбаш булһа, барыһы ла Рудольфтың ниндәй милләттән булыуын яҡшы белер ине.
Ленинградта, хәрби училищела уҡығанда, бер нисә туғандар ҡәберлеген күрергә тура килде. Унда төрки фамилиялары ла бар ине. Беҙҙең төркөмдә уҡыған кесе сержант, Мәскәү украины Григорий Рябчук бер саҡ минән: “Башҡорттар бармы был теҙмәлә?” — тип һорап ҡуйҙы. “Әйтә алмайым”, — тип кенә яуап бирергә тура килде. “Ә беҙҙең хохолдар бар”, — тине ул, “ко” һәм “чук”ка бөткән фамилияларға төртөп күрһәтеп. Ысынын әйткәндә, ул ваҡытта үҙемде икенсе сортлы милләт кешеһе итеп тойҙом. Шунан бирле башҡорт милли фамилияһы тураһында уй баштан сыҡманы.
Башҡорт фамилияһын булдырыу башҡорттоң ҡайҙа, ниндәй вазифа биләп тороуын асыҡ күрһәтәсәк һәм төрлө уйҙырманы фаш итеү еңелерәк буласаҡ. Милли фамилия йөрөтөү аныҡ шәхестең холоҡ-фиғелен дә ныҡ үҙгәртәсәк. Иғтибар итһәгеҙ, ундайҙар бик тәүәккәл була, үҙ милләтен ярата, уның яҙмышын ҡулынан килгәнсә яҡшыртырға тырыша. Ә әле беҙҙең милләттәштәрҙең күбеһендә бындай теләк юҡ кимәлендә.
Кеше һәр ерҙә тәү сиратта үҙен түгел, ә милләтен күрһәтә. Сит ерҙекеләр, мәҫәлән, башҡорт Айрат эшен яҡшы итеп башҡарһа, “Айрат, афарин!” тип түгел, ә “Афарин, башҡорт!” тип әйтәсәк. Әммә шул уҡ ваҡытта Айрат эш боҙһа, “Бына, башҡорт эш боҙҙо”, — тип төртөп күрһәтәсәктәр. Тимәк, милли фамилиялы кеше сәхнәлә шаршауһыҙ уйнаған артист һымаҡ ижад итергә, эшләргә, йәшәргә мәжбүр буласаҡ.
Шул уҡ ваҡытта, телен юғалтҡан хәлдә лә, фамилияһы уны милләте менән бәйләп торасаҡ. Әйтәйек, әрмәндәр ҡайҙа ғына таралмаған. Күптәре телен онотҡан, әммә “ян”ға тамамланған фамилиялары үҙ Әрмәнстанына, халҡына дан ғына килтермәй, ярҙам да итә.
Башҡорт фамилиялары ниндәй талаптарға яуап бирергә һәм формаһы буйынса нисек булырға тейеш? Минеңсә, иң уңайы — “баш” һүҙен ҡушыу. Ни өсөн?
Башҡорт һәм башҡа мосолман телдәрендә, “баш” ялғауын һүҙҙең аҙағына ҡушып, һүҙҙәр һәм исемдәр (кеше, ауыл, район, ҡала, тау, йылға, вазифа һәм башҡалар) яһала, мәҫәлән: Ҡарабаш, Ҡыҙылбаш, Иҙелбаш, Стәрлебаш, Елбаш, Бикбулатбаш, Миәкәбаш, Ҡорманайбаш, Ослобаш, Күгәнәкбаш, Юлбаш, Бүләкбаш, Ҡаранбаш, Урҙайбаш, Иҙәшбаш, Шарбаш, Ниязбаш, Кәкребаш, Нәсибаш, Аҡтанышбаш, Торонбаш, Йөҙбаш, Меңбаш, Төмәнбаш, Төрөкмәнбаш. Яңғырауыҡлы ялғау, тимәк, боҙолмайынса, оҙаҡ хеҙмәт итер. Был һүҙ барлыҡ телдә лә бер төрлө яңғырай һәм яҙыла, мәҫәлән, инглизсә — “bash”.
Милли фамилия ҡабул итеүҙең халыҡты туплауҙа әһәмиәте бик юғары булыр ине. Шул уҡ ваҡытта был алым кешеләрҙе милләтенә кире ҡайтыуға килтерәсәк.
Был эште республика, дәүләт кимәлендә ниҙән башларға һуң? Тәүге аҙым, минеңсә, түбәндәгесә булырға тейеш:
— киң мәғлүмәт сараларында, айырыуса башҡорт сайттарында, Интернет-форумдарҙа фекер алышыуҙы киң йәйелдерергә;
— ғалимдар был проблеманы төрлө яҡлап тикшереп, үҙ һығымтаһын иғлан итергә тейеш. Бәлки, икенсе фамилия ялғауын тәҡдим итерҙәр;
— республика органдарына билдәләнгән фамилия булдырыу ысулын законлаштырырға һәм федераль властар менән яраҡлаштырырға. Уларһыҙ булмай, сөнки башҡорттар барлыҡ Рәсәйгә таралған, федераль власть менән берлектә норматив документтар ҡабул итергә кәрәк буласаҡ;
— киң мәғлүмәт сараларында был турала бөтә илгә иғлан итергә;
— аңлатыу эштәрен һәм яңы милли фамилияны пропагандалауҙы киң йәйелдерергә;
— яңы тыуған сабыйҙарға һәм беренсе тапҡыр паспорт алғандарға милли фамилия биреүҙе башларға;
— сит илдәрҙең башҡорт граждандары Рәсәй Хөкүмәте сығарған норматив документтар менән ҡуллана аласаҡ;
— иң мөһиме — абруйлы ғалимдар ҡороноң үҙ һүҙен оҙаҡҡа һуҙмайынса әйтеүе. Бынан һуң фамилияларҙы шәхси рәүештә алырға (үҙгәртергә) була, сөнки был Рәсәй закондары, халыҡ-ара хоҡуҡ буйынса кешенең шәхси хоҡуғы тип һанала. Паспортта ла милләтте күрһәтеү кәрәклеге ҡалмай.
Иҫкәрмә: был мәҡәлә тематикаһы буйынса материал авторҙың блогында ла бар. Уға www.bashkortfam.blogspot.com һылтанмаһы буйынса эләгергә мөмкин.
Ишбулды ӘБЙӘЛИЛЕВ.
Сибай ҡалаһы.


Вернуться назад