“Туған тел менән генә беҙ батыр, беҙ көслөбөҙ”25.04.2017
Башҡорт теле! Һин – аҡбуҙат,
Һин – һандуғас, һин – ыласын.
Һәр өнөң ҡурай моңолай,
Барыһы тәбиғи, ысын.

Хәсән Назар.

* * *

Туған тел – быуындарҙы быуындарға бәйләп торор ҡөҙрәт.
Мәрйәм Бураҡаева.

* * *

Һәр бер тел дә әсә теле була алмай.
Рамаҙан Шәғәлиев.

* * *

Туған тел менән генә беҙ батыр, беҙ көслөбөҙ.
Рәшит Шәкүр.

* * *

Ерҙә халыҡ йәшәй икән, – теле лә йәшәй.
Баязит Бикбай.

* * *

Халыҡ үлһә, ни ҡалыр?
Данһыҙ батыр – шул ҡалыр,
Моңһоҙ батыр – шул ҡалыр,
Телһеҙ сәсән – шул ҡалыр,
Ғәмһеҙ ғалим – шул ҡалыр,
Йырһыҙ йырау – шул ҡалыр,
Көйһөҙ ҡурай – шул ҡалыр.
Розалия Солтангәрәева.

* * *

Башҡорт теле!
Күпме быуат халҡым
Һинең гүзәллеккә һоҡланған!
Изге хистәр, тәрән уйҙар һәм наҙ –
Барыһы ла һиндә тупланған.
Бар сафлыҡты, матурлыҡты йыйған
Мөғжизәле, ғәжәп ҡумта һин;
Ғәҙеллеккә, тоғролоҡҡа өндәп
Оран һалған ҡыйғыр шоңҡар һин.
Гөлназ Ҡолһарина.

* * *

Туған телем!
Һинең хаҡта берәй
Яҙмай ҡалған бармы шиғырсы?!
Һин бит беҙгә – мөғжизәләр иле,
Һин булмышың менән – сихырсы.
Рәмил Йәнбәк.

* * *

Ил йәшәр, тел йәшәр, дан йәшәр –
Халҡым һис бирмәҫ яттарға:
Алдарҙар, Салауат, Ҡаһымдар
Тоҡомо елгәндә аттарҙа!
Самат Ғәбиҙуллин.

* * *

Бәғзе телдәр әйләнгәндәр
Йотоу, алдау, ыҙғыш теленә.
Ғәҙеллекте илтә башҡорт теле
Ер йөҙөнөң һәр бер иленә!
Баһауетдин Зәйнетдинов.

* * *

Эй, телгенәм, минең телгенәм,
Батыр, алғыр, яугир телгенәм.
Ҡылды ҡырҡҡа телгән ҡылыстай һин –
Ҡөҙрәтеңде беләм, бик беләм.
Әмир Моратов.

* * *

Туған телем – яҙмышым,
Һин – киләсәк яҙ, ҡышым.
Әгәр яманлай күрһәм,
Төшһөн миңә ҡарғышың.
Ринат Сөләймәнов.

* * *

Илһеҙ йәшәү – телһеҙ йәшәү, тиҙәр...
Илкәйем минең – Урал.
Урал-илдә үҫкән ҡурай телем,
Хаҡ хәбәр булып тарал.
Риф Тойғонов.

* * *

Тәңрем, бирсе тел асҡысы –
Ҡыуанайым телгенәмдән,
Телгенәмдән-бергенәмдән,
Һүҙем менән мин сауаплы,
Һүҙем менән мин яуаплы,
Һүҙем менән мәңге хаҡлы,
Һүҙем менән башҡорт атлы
Булайым мин, уңайым мин,
Теләгәнем ҡабул булһын,
Амин!

Факиһа Туғыҙбаева.


Вернуться назад