Хатаны төҙәтеү ауыр25.04.2017
“Һиңә звонить итермен”, “Можномы сәй эсәм?”, “Мин пошел”... Урамда, күп ғаиләләрҙә ошондай аралашыуҙарҙы ишетеп, йөрәгем сәнсеп ҡуя.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, үҙебеҙҙә лә шундай уҡ хәл. Өлкән улым менән башҡортса иркен аралашабыҙ. Уға туған телдә китап уҡыу, шиғыр ятлау ҙа еңел бирелә. Ни өсөн тигәндә, бәләкәй сағында башҡортса күберәк ишетте, аралашты, милли мөхиттә тәрбиәләнде.

Быйыл уҡырға барған ҡыҙыбыҙға иһә туған телдә һөйләшеү бик ауыр бирелә, аңлаһа ла, күп һүҙҙәрҙе әйтә алмай, өндәрҙе бутай. Ә инде уртансы улыбыҙ­ҙың теле урыҫса асылды, башҡортса “әсәй”ҙән башҡаны белмәй тиерлек. Быға тиклем ошо мәсьәләгә иғтибар бирмә­үемә шул ҡәҙәр үкенәм.
Хәҙер балаларыбыҙҙы туған телдә һөйләштереү бик ауыр. Ирем менән проблеманы нисек тә яйға һалыу, хатаны һуңлап булһа ла төҙәтеү маҡсаты менән янып, төрлө сара күрәбеҙ ҙә ул... Килеп сығырмы-юҡмы, әйтә алмайым. Ни өсөн тигәндә, башҡорт ауылы була тороп та, урамда балалар күберәк урыҫса аралаша бит. Өҫтәүенә һәр йортҡа Интернет үткәрелгән. Шулай уҡ балалар баҡсаһы, мәктәп... Туған телебеҙ киң даирәлә ҡулла­нылмай икән, быға ҡаршы торорға ата-әсәнең генә көсө етерлекме?
Эйе, беҙҙең балалар ике телле мөхиттә үҫергә мәжбүр. Һөйләшергә өйрәнә улар, әммә береһен дә яҡшы белмәйҙәр. “Ярты теллелек” тип тә атала был күренеш. Ундай осраҡта кеше үҙ фекерен аңлата алмай, һөҙөмтәлә психологик яҡтан тайпылышҡа дусар булыуы ла ихтимал. Аҙаҡ телдәрҙең береһе өҫтөнлөк алыусан, был мөхиттә ҡайһыһы күберәк ҡулланылыуға бәйле. Тап шул саҡта ата-әсәнең тәрбиәһе үҙ емештәрен бирә.
Башҡорт балалар үҫтерергә теләйбеҙ икән, өйҙә шундай мөхит булдырырға бурыслыбыҙ. Тимәк, һәр ваҡыт үҙ теле­беҙ­ҙә һөйләшергә, йырҙар тыңларға, китаптар уҡырға һәм барыһынан да шуны талап итергә тейешбеҙ. Уйлап ҡараһаң, ҡатмарлы ла түгел һымаҡ. Әммә ысын­барлыҡта ауыр. Үҙебеҙҙең күпселек ваҡытыбыҙ эштә, балаларҙыҡы баҡсала, мәктәптә үткәнлектән, маҡсатҡа табан барған юлда ауырлыҡтар осрап тора. Ата-әсәләрҙең ҡайһыларын тел мәсьә­ләһе борсомай ҙа, иң мөһиме – ул-ҡыҙы эш боҙмаһын, “уртаса”нан төшмәһен, тегене-быны һорап башты ҡатырмаһын.
Бер ҡараһаң, хафаланырға урын юҡ кеүек: башҡортса гәзит-журналдар сығып тора, китаптар нәшер ителә, тамашалар ҡуйыла, төрлө мәҙәни саралар үткәрелә. Шулай ҙа ҡайһы саҡта уйҙарҙан уйылып китмәле. Әйтәйек, башҡортса йырлаған, әммә был телдә һөйләшә белмәгән сәнғәт кешеһен осратҡанда...
Эйе, ике теллелектең яҡшы яҡтары ла, насарҙары ла бар. Әммә балала­рыбыҙҙы ошондай шарттарҙа үҫтерергә мәжбүрбеҙ икән, кире күренештәрҙең тәьҫирен нисек булһа ла кәметеү сараһын күрергә тейешбеҙ. Уҡытыу-тәрбиә эше мәктәпкәсә мәғариф учреждениеларында, башланғыс кластарҙа булһа ла башҡортса алып барылһа, балаларыбыҙ туған телгә эҫенеп өлгөрөр ине.



Вернуться назад