Бер телдең төрлө телдә яңғырағаны17.03.2017
Ошо көндәрҙә Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге милли китапханала шағир, публицист, яҙыусы-сатирик Марсель Сәлимов менән ижади осрашыу уҙҙы. Унда төрлө милләт вәкилдәре ҡатнашты, әҙиптең ижад өлгөләре яңғыраны.
Сара Пушкиндың “Капитан ҡыҙы” әҫәрендәге “...шул саҡ башҡорт көсһөҙ, ялбарыулы та­уыш менән ыңғырашып ҡуйҙы һәм, башын һелкеп, тел урынына ҡыҫҡа ғына киҫенде ҡыбырлап торған ауыҙын асты” тигән өҙөк менән башланды. Һүҙҙе Марсель Сә­лимов: “Ҡасандыр Пушкиндың әҫәрендә телһеҙ ятҡан баш­ҡорт бөгөн күп телле”, – тип дауам итте һәм, форсаттан файҙаланып, совет осоронда сыҡҡан сатира журналдары, гәзиттәр менән таныштырҙы. Шул арала татар, төркмән, мари, тажик, япон һәм башҡа халыҡ вәкилдәре Марсель Сәлимовтың сит телдәргә тәржемә ителгән әҫәрҙәрен уҡып ишеттерҙе. Үҙ сығы­шында әҙип шулай уҡ төрлө милләт журналистары һәм яҙыусылары менән дуҫлығы хаҡында йылы хәтирәләргә лә бирелде.
Сара аҙағында Марсель Сәлимовҡа Геннадий Зюга­новтың ҡултамғаһы ме­нән “И.В. Сталиндың тыуыуына – 130 йыл” тигән иҫтәлекле миҙал тапшырылды. Са­раның халыҡ­тар дуҫлығына таяныуын билдәләп, килгән ҡунаҡ­тар, “Совет яҙыусылары йыйыл­ғандай булды”, тип тәьҫо­раттары менән уртаҡ­лашты.


Вернуться назад