Урындағы һөйләш шарттарында әсә телен өйрәтәбеҙ10.03.2017
Урындағы һөйләш шарттарында  әсә телен өйрәтәбеҙ Туған телгә ҡарата балаларҙа ҡыҙыҡһыныу уятыуҙа, һөйөү тәрбиәләүҙә уҡытыусы, һис шикһеҙ, башҡорт диалекттарына һәм улар эсенә ингән урындағы һөйләштәргә таяна. Башҡорт әҙәби теленең формалашыуы, үҫеүе һәм һүҙлек составының байыуы өсөн төп сығанаҡтарҙың береһе булып башҡорт теленең диалекттары иҫәпләнә. Жәлил Кейекбаев үҙенең бер хеҙмәтендә “Башҡорт диалекттарын өйрәнеү һәм белеү башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары өсөн бик әһәмиәтле. Уҡыусы балаларҙың ерле һөйләшен өйрәнгән һәм белгән саҡта ғына, балаларҙың һөйләү һәм яҙыу телмәрендәге һөйләш хаталарын күрһәтеп, уларҙы әҙәби телдә һөйләргә өйрәтеү мөмкин” тип күрһәткәйне. Ғалимдың был белдереүе башҡорт теленең уҡытыу процесында урындағы йәки биләмә һөйләш үҙенсәлектәрен даими иҫәпкә алырға һәм уларҙы уҡытыусылар үҙҙәренең эш ғәмәлендә ижади ҡулланырға тейешлегенә туранан-тура ишара яһай.
Бөгөн әҙәби тел менән башҡорт диалекттары һәм һөйләштәре сағыштырма планда ғалимдарыбыҙ тарафынан ентекле өйрәнелгән. Был өлкәлә Т.Ғ. Баишевтың, Ж.Ғ. Кейекбаевтың, Ә.Ә. Юлдашевтың, Н.Х. Ишбула­товтың, Н.Х. Мәҡсүтованың, С.Ф. Миржанованың, Х.Ғ. Йосоповтың, Ф.Ғ. Хисамитдинованың хеҙмәттәре айырыуса иғтибарға лайыҡ.
Беҙҙең төньяҡ-көнбайыш диалекты, оҙаҡ йылдар татар әҙәби теле йоғонтоһон кисерһә лә, үҙенең төп башҡорт диалекты икәнлеген һаҡлап ҡалған. Фонетик яҡтан ул татар һөйләшенә тартым, ә лексик һәм грамматик йәһәттән башҡорт теленә нығыраҡ яҡын. Диалекттың үҙенә һәм башҡа ҡайһы бер һөйләштәргә хас фонетик, морфологик һәм лексик үҙенсәлектәре бар. Фонетик үҙенсәлектәргә түбәндәгеләрҙе индерергә мөмкин:
– “һ”, “ҫ” өндәре урынына “с” тартынҡыһы ҡулланыла: саташыу, симез, сыйыр, тастымал, усак, басма, килмәс, бармас (һаташыу, һимеҙ, һыйыр, таҫтамал, уҫаҡ, баҫма, килмәҫ, бармаҫ) һ.б.;
– әҙәби телдәге “с” тартынҡыһы урынына күпселек рәүештә “ч” хәрефе ҡулланыла: чәчкә, сыйырчыҡ, баскыч, ачкыч, алйапҡыч, ҡапкач (сәскә, сыйырсыҡ, баҫҡыс, асҡыс, алъяпҡыс, ҡапҡас) һ.б.;
– ҡайһы бер һүҙҙәр әҙәби телдәге “с” өнө урынына “т” тартынҡыһы менән башлана: төчө, төчкөрөү, тычкан (сөсө, сөскөрөү, сысҡан);
– эйәлек, төшөм килеш ялғауҙары “н” тартынҡыһы менән башлана: балның, атның, утны, чәйне (балдың, аттың, утты, сәйҙе) һ.б.;
– әҙәби телдәге “й” өнө урынына “й” өнөнә яҡын булған “ж*” (тартынҡы) күҙәтелә. Ул өндө шартлыса “ж*” тип билдәләргә мөмкин: ж*ир, ж*ирән ж*имелдәү, донж*а, мөрж*ә, энж*е (ер, ерән, емелдәү, донъя, мөрйә, ынйы һ.б.;
– ҡайһы бер һүҙҙәр “м” өнөнән башлана: мәшкә (бәшмәк);
– күплек ялғауҙары “л”, “н” тартынҡыларынан башлана: атлар, китаплар, көннәр, йыллар, таңнар (аттар, китаптар, көндәр, йылдар, таңдар) һ.б.;
– диалектҡа иренләшкән “а” һуҙынҡыһы хас: ашау, алма, аласыҡ, барма, бал (ашау, алма, аласыҡ, барма, бал) һ.б.;
– әҙәби телдәге “ы” һуҙынҡыһы урынына “о” өнө ҡулланыла: болау, бозау, томау, шома, тошау, ҡоңгорау (бығау, быҙау, тымау, шыма, тыша, ҡыңғырау) һ.б.;
– башҡорт телендә һәм уның һөйләштәрендәге “у”, “у”, “э” һуҙынҡылары урынына “о”, “ы”, “ө”, “и” өндәре ҡулланыла: постау, алабота, ботҡа, оҡлау, мынча, быйау, йөгөрөү, йөткөрөү, кинәш, кирәк, тирән, кибән, киргә, ким (буҫтау, алабута, бутҡа, уҡлау, мунса, буяу, йүгереү, йүткереү, кәңәш, тәрәк, кәрән, кәбән, кәртә, кәм);
– ҡайһы бер һүҙҙәрҙең башында “ы” һуҙынҡыһы төшөп ҡала: лачын, чыҡ, чын (ыласын, ысыҡ, ысын);
– әҙәби телдәге “ө” өнө ҡушылмалары урынына “у” һуҙынҡыһы ҡулланыла: үрҙәк, үрә, үрәнеү, үрәнчек, сүрәү, сүләү (өйрәк, өйрә, өйрәнеү, һөйрәү, һөйләү);
– ҡайһы бер һүҙҙәрҙең алдында “э”, “ө” һуҙынҡылары килергә мөмкин: эчит кеше, эчереккүл, эчереү, өтөрөп бир (сит кеше, сереккүл, сереү, төрөп бир);
– ирен гармонияһы һүҙҙең тәүге ижегенән алып һуңғы ижектәренәсә һаҡланмай: теҙелеше, ҡошчылык, бетен, ҡорылыҡ (төҙөлөшө, ҡошсолоҡ, бөтөн, ҡоролоҡ).
Диалекттың морфологик үҙенсәлектәре:
– әҙәби телдәге икенсе зат күплек ялғау -һығыҙ урынына -сыҙ йәки -сыз ҡулланыла: аласыз, каласыз, киләсез (алаһығыҙ, ҡалаһығыҙ, киләһегеҙ). Ошондай уҡ күренеш хәбәрлек категорияһының икенсе заттағы күплек ялғауында ла күҙәтелә: укытыучысыз, ж*ырчысыз (уҡытыусыһығыҙ, йырсыһығыҙ);
– әҙәби телдәге – майынса (-мәйенсә) ялғауы урынына бында уның – майчы (-мәйенсә) рәүешендәге ҡыҫҡартылған варианты ҡулланыла: күрмәйче китмәй; мин кайтмайчы (күрмәйенсә китмәй; мин ҡайтмайынса);
– тын (-тең), -гынаҡ (-генәк) ялғауҙары хас: килгәчтен, киткәчтен, кичәгенәк, байагынаҡ (килгәс, киткәс, кисә генә, бая ғына).
Беҙҙең диалекттың һүҙлек составы ла шаҡтай үҙенсәлекле. Ауыл һөйләшендәге һүҙҙәрҙе әҙәби телдәгеләре менән сағыштырайыҡ.
Бындай хаталарҙың күп өлөшө телдең фонетик нормалар системаһын, законлыҡтарын ныҡлы үҙләштермәү арҡаһында барлыҡҡа килә. Балаларҙың телмәрендәге орфоэпик һәм орфографик хаталар ҙа башлыса теге йәки был һөйләштең йәки диалекттың фонетик үҙенсәлектәре менән бәйләнгән.
Шуға ла уҡытыусы алдында уҡыусыларҙың телмәрендәге диалект үҙенсәлектәрен алдан күрә белеү, иҫкәртеү һәм уларҙы дөрөҫ ҡулланыу бурысы тора.
Был эш, нигеҙҙә, дөйөм методиканың принциптарына һәм алымдарына таянып алып барыла. Шуның менән бер рәттән, норматив методиканан айырмалы рәүештә, диалект шарттарында башҡорт теленә өйрәтеү мето­дикаһында аңлатыу-күрһәтеү, репродуктив, өлөшсә эҙләнеү йәки эвристик методтар менән ҡайһы бер алымдар өҫтөнлөк алырға тейеш. Мәҫәлән:
– әҙәби телдә асыҡ орфоэпия менән һөйләү, һүҙҙәрҙе, ижектәрҙе әҙәби нормаларға ярашлы әйтеү, үрнәк биреү;
– диалект үҙенсәлектәрен даими иҫкәртеү;
– һүҙҙең мәғәнәһен алмаштырыуға сәбәп булған ялғауҙарҙы, өн-хәрефтәрҙе дөрөҫ әйтелеш һәм яҙылыш менән сағыштырыу;
– өндө артикуляцион яҡтан дөрөҫ әйттереү буйынса махсус күнегеүҙәр үткәреү үрнәккә эйәреп, хор менән әйтеү, төрлө таблицалар ҡулланыу, теге йәки был өн-хәрефкә, ижеккә һүҙҙәр, һүҙҙәргә һөйләмдәр төҙәтеү, ялғау өҫтәтеү һәм алып ташлатыу, өн-хәреф өҫтәтеү йәки алып ташлатыу;
– текстарҙы ятлатыу һәм һөйләтеү;
– һүҙҙәрҙе күсереп яҙыу, төшөп ҡалған хәреф, ижек, һүҙҙәрҙе тултырып яҙҙырыу, яҙғанды ҡысҡырып уҡытыу;
– бер иш ялғауҙарға һүҙҙәр төҙөтөү һәм яҙҙырыу;
– диалект үҙенсәлеге ебәрелеүе мөмкин булған формаларға иҫкәртмәле һәм контроль эштәр үткәреү: күсереп яҙыу; ишетмәле, ижади, күрмә диктанттар яҙҙырыу;
– дәрестә уҡыусыларҙан күберәк һөйләтеү, докладтар биреү, йыйылыштарҙа, түңәрәктәрҙә, кластан тыш эштәрҙә сығыш яһатыу, уҡыған китаптары, ҡараған кинофильмдары, спектаклдәре, төрлө экскурсияларҙа, сәйәхәттәрҙә булған саҡта килеп тыуған уй-хистәре, тойғолары тураһында фекер алышыу кеүек эштәрҙе ойоштороу;
– грамматика дәрестәрендә уҡыусыларҙың телмә­рендәге диалект үҙенсәлек алдан иҫкәртеү өсөн темаларға, бүлектәргә күберәк иғтибар биреү;
– “Фонетика” һәм “һүҙъяһалыш” бүлектәре буйынса күнегеүҙәрҙе йышыраҡ эшләтеү;
– мәктәптә һәм мәктәптән тыш ваҡытта уҡыусыларҙың үҙҙәренә лә бер-береһенең телмәрен күҙәтеү, мөмкин булғанса диалект үҙенсәлектәрен иҫкәртеү эштәрен ҡушыу;
– башҡорт теле һәм әҙәбиәте түңәрәгенең стена гәзиттәрендә әҙәби тел менән теге йәки был диалект араһындағы айырымлыҡтарҙы күрһәткән мәҡәләләр, тел мәсьәләләренә арналған башватҡыстар, төрлө кроссвордтар менән сығыш яһау һ.б.
Ғөмүмән алғанда, башҡорт әҙәби теле диалекттар нигеҙендә үҫә, байый, яңынан-яңы һүҙҙәр, төшөнсәләр һәм грамматик формалар менән тулылана бара. Беҙгә, ерле һөйләштәрҙе һаҡлау менән бер рәттән, әҙәби телдең сафлығы өсөн дә көрәшергә кәрәк.


Вернуться назад