Бөйөк әҫәр – башҡортса10.03.2017
Бөйөк әҫәр – башҡортса Балалар әҙәбиәте ҡытлыҡ кисерә, тиҙәр. Ә бына Әбйәлил районында ғүмер кисергән Айһылыу Йәғәфәрова кескәйҙәр өсөн күп әҫәр ижад итә. Бөтәһе лә яратып уҡыған рус халыҡ яҙыусыһы А. С. Пушкиндың үлем­һеҙ ижадын башҡорт балаларына әсә телендә уҡыу бәхетенә өлгәштерҙе ул. Баш ҡалабыҙҙа үткән Президент шыршы­һында бөйөк Пушкиндың башҡортсаға тәрже­мәләнгән әҫәрҙәрен ҡунаҡҡа килгән уҡыу алдынғыларына бүләк иттеләр. Ул А. Йәғәфәрованың Башҡортостандың Рәсәй­гә ҡушылыуына 450 йыл уңайынан баҫтырылған ижад емеше ине.
Тәржемә өлкәһендә Айһылыу апай уңышлы эшләй. Башҡортостан Мәғариф министрлығының үтенесе буйынса баҫтырылған “Ҡыҙыл ҡанатлы, алтын суҡышлы ҡошсоҡ” китабы балалар баҡсаһы программаһына ярашлы тәржемә ителгән.
“Йәйғор” тигән ике китабы ла шул рәүешле баҫтырылған. “Кил һин беҙҙең тирмәгә” тәржемә китабы З. Биишева исемендәге “Китап” нәшриәте заказы буйынса әҙерләнде. Унда А. Бартоның 35 шиғыры, К. Чуковскийҙың “Телефон”, “Айболит” шиғырҙары, С. Маршактың “Бесәй өйө”, “Кем таба йөҙөктө?” шиғырҙарының тәржемәһе бирелде.
Ул Рәсәй әҙиптәренән тыш, сит ил яҙыусыларының балалар өсөн яҙылған әҫәрҙәрен дә тәржемәләне. Мәҫәлән, “Золушка”, “Кот в сапогах”.
Яҙыусы, ғөмүмән, балалар баҡса­һында эшләгәнгә күрә, программаға ингән бөтә әҫәрҙәрҙе лә туған телдә яңғыратты. Уңышлы тәржемәсегә Өфө ҡалаһынан В. Капустина, Екатеринбургтан Т. Маташова мөрәжәғәт итеп, уның ярҙамы менән башҡорт телендә китап сығарыуға өлгәшә.
Балалар психологияһын, уларҙың донъяһын А. Йәғәфәрованан да яҡшы аңлаған ижадсы һирәктер. Тиккә генә уның спектаклдәре ярышнамәләрҙә еңеп сыҡмайҙыр. Дүртөйлө районы уҡыусы­лары, уның “Бөҙрәкәй” спектаклен ҡуйып, республикала өсөнсө урынды алды. Район кимәлендә күп мәктәптәр уның әҫәрҙәрен сәхнәләштереп, призлы урындар яуланы. Әбйәлил районының Ташбулат урта мәктәбе “Һинең исемең кем?” әкиәте геройҙарының персонаждарына кейемдәр тегеп һәм уны күрһәтеп, матбуғат конференцияһы үткәрҙе. Йыл да районда ойошторолған “Һаумы, һаумы, әкиәт!” конкурсында шул уҡ мәктәп балалары, “Кемдең күлдәге матурыраҡ?” әҫәрен сәхнәгә сығарып, иң юғары баһа – Гран-при алды, синтезатор менән бүләкләнде.
Халыҡ-ара балалар китабы көнө уңайынан Сибай балалар баҡсаһында ата-әсәләр костюмдар тегеп, “Бөҙрәкәй” исемле спектаклен ҡуйыуы тураһында Башҡортостан юлдаш телевидениеһы бәйән итте. Байым мәктәбе – “Алтын балыҡ”, ә З. Фәйзуллина Сибай ҡала­һының “Сулпан” театрында Пушкиндың драматург Йәғәфәрова тәржемә иткән “Салтан батша” әкиәттәрен сәхнәгә сығарҙы. Шул уҡ ҡалала Ә. Ҡыуатова тәржемәсенең “Теремок” әкиәтен сәхнәләштерҙе. Тимәк, әҫәрҙәр балалар араһында танылыу тапҡан, йәнә уларҙың уҡымлы, оҙон ғүмерле булыуына ишара был.
Башҡортостанда бала туған һәм рус телдәрендә “Әлифба”нан башлап уның шиғырҙарында, әкиәттәрендә, хикәйә­ләрендә, йырҙарында тәрбиәләнә. А. Йәғәфәрованы балаларҙың яратҡан әҙибәһе тиһәм, һис тә хаталанмам, сөнки ул әле лә кескәйҙәр донъяһынан сит­ләшмәй, уймаҡ хикәйәләр, повестар яҙып ҡыуандыра. “Балалар әҙәбиәтендә кире геройҙар булмаҫҡа тейеш, кескәйҙәр уларҙың ыңғай сифаттарын ғына үҙләштерә” тип әйткәнен һәр ижадсы күҙ уңында тоторға тейеш, тип уйлайым.
Балалар уның әҫәрҙәренә мохтаж. Малай-ҡыҙҙарҙың дуҫы, тәрбиәсеһе, кәңәш­сеһе әҙибә А. Йәғәфәрованың китаптары һәр башҡорт ғаиләһендә булырға тейеш, тип иҫәпләйем.


Вернуться назад