Туған тел – рухи байлыҡ сығанағы28.02.2017
Туған тел – рухи байлыҡ сығанағы Туған тел – һәр халыҡтың быуындан быуынға иң ҡәҙерле аманат итеп тапшырыла килгән аҫыл хазинаһы. Халыҡтың рухи донъяһын, уй-хыялдарын, тормош аҡылын һәм тарихи тәжрибәһен туған тел һаҡлай, һәр кемгә еткерә. Беҙ туған телдә һөйләшеп, туғанлыҡ тойғоһон яҡынайтабыҙ, туған телдә йырлап, шатлыҡ таратабыҙ.
Яңауыл район үҙәк китапхана­һында туған телебеҙгә бағышланған “Туған тел – рухи байлыҡ сығанағы” тигән әҙәби кисә үтте. Был сара китап уҡыусыларҙа туған телгә, хал­ҡыбыҙға һөйөү, ихтирам тәрбиәләү, милли йолаларҙы, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе һаҡлау, киләсәк быуынға еткереү маҡсатынан үткәрелде.
Бөйөк шәхестәр, аҡыл эйәләре туған телгә һәр саҡ ихтирам һәм хөрмәт менән ҡараған, әсә теле байлығына һоҡланған, табынған. Шул тел менән илебеҙҙең матди һәм рухи байлығын ишәйткәндәр. Әсә теленең кеше тормошондағы бөйөклөгөн шағирҙар үҙ шиғыр­ҙарында данлаған. Кисәлә Рәми Ғарипов, Рауил Бикбаев, Мәхмүт Һибәт, Лариса Абдуллинаның туған телгә арналған шиғырҙарын уҡып ишеттерҙек. Улар кешелә изгелек, мәрхәмәтлелек, миһырбанлыҡ, ба­тырлыҡ, матурлыҡ сифаттарын тәрбиәләүҙә ҙур роль уйнай. Тел – тарих, быуындар бәйләнешен булдырыусы берҙән-бер сара. Шуға ла шағирҙар туған теле менән ғорур­лана, әсә теленең башҡорт теле булыуына ҡыуана. Шатлыҡ, хис-тойғо офоҡтарының киңлеген туған теле­нең моңонда күрә. Улар башҡорт теленең әһәмиәтен, асылын, мәғә­нәһен, тормоштағы, йәшәйештәге ролен үҙ уҡыусыһына аңлатырға тырыша.
Уҡыусылар “Башҡорт теле – минең киләсәк” тигән викторина һорауҙарына яуап биреп, үҙҙәренең белемле булыуын күрһәтте, китап күргәҙмәһе менән танышты. Уҡыу­сыларҙың үҙ телдәрендә ихлас аралашыуы, тел яҙмышына битараф булмауы, ҙур ҡыҙыҡһыныу менән милли ғөрөф-ғәҙәттәрҙе өйрәнеү­ҙәрен күреү, халҡыбыҙҙың киләсәге булыуы китапханасыларҙы бик шатландырҙы.
Үҙ халҡының мәҙәниәтен, туған телен белмәгән, яратмаған кеше башҡа телде ярата аламы икән? Китаптар, мәктәптәр булмаған осор­ҙа тел тәрбиәсе ролен үтәгән, хатта хәҙерге компьютерҙар һәм телевидение осоронда ла тел бөйөклөгөн юғалта алмай. Кеше ни хәтлем күберәк тел белһә, уның рухи донъя­һы шул тиклем үҫешкән булыр. Үҙебеҙҙе халыҡ булараҡ һаҡлау өсөн иң тәүҙә телде һаҡларға кәрәк. Ә телдең киләсәге – кеше ҡулында.
Тел, милләт, ил – айырылғыһыҙ төшөнсәләр. Халҡыбыҙ телһеҙ, ерһеҙ ҡалмаһын өсөн күпме ҡорбан биргән, телен юғалтмаған. Ата-бабаларыбыҙҙың иң изге аманаты – әсә телен һаҡлап ҡалыу – иң мөҡәддәс бурысыбыҙ.


Вернуться назад