Баҡтиһәң, республикабыҙҙың ҡайһы бер райондары хөрмәткә лайыҡ ир-ат исеме менән аталып йөрөй. Мәҫәлән, атаҡлы драматург Мәжит Ғафуриҙың исемен мәңгеләштереү маҡсатында табындар районға уның исемен ҡушҡан. Тәүҙә уны халыҡ Красноусол районы тип белә ине, ә 1940 йылдан әҙиптең 60 йыллығы уңайынан Ғафури тип атала.
***
Салауат районы – ул милли батырыбыҙ Салауат Юлаев хөрмәтенә аталған төбәк.
***
Нуриман районы революционер-коммунист Баһауетдин Нуримановтың исеме менән тығыҙ бәйле.
***
1930 йылда ойошторолған Хәйбулла районын шундай кеше исеме менән бәйләйҙәр. Бөгөнгө Аҡъяр ауылы ла борон Хәйбулла тип аталған.
***
Әбйәлил районы шулай уҡ 1930 йылда ойошторолған. Фольклорсылар иҫбатлауынса, ул үҙенең отҡорлоғо менән күл эйәһен төп башына ултыртҡан Әбйәлил батырға барып тоташа.
***
Кушнаренко районының атамаһы сәйәсмән Иван Кушнаренко хөрмәтенә 1936 йылда үҙгәртелгән, тәүҙә Топорнинский районы булған.
***
Федоровка районы Алексей һәм Дмитрий Федоровтарҙың исеменән килеп сыҡҡан.
***
Ә ауылдар тураһында нимә беләбеҙ?
Йә булмаһа һанап үтәйек. Юлдыбай, Арыҫлан, Рафиҡ, Хоҙайбирҙе, Мансур, Иҙрис, Абдрахман, Ғәле, Әмир, Ибраһим, Дәүләтҡол, Булат, Хәсән, Әбдрәшит, Кәлимулла, Ирек, Бикбулат, Хөсәйен кеүек ир-егет исеме менән аталған ауылдар байтаҡ. Иң йыш осрағандары – Сәғит, Усман, Ибрай, Сулпан, Юлдаш, Абдулла.
***
Урамдар ҙа күпселек абруйлы ир-ат исемен йөрөтә. Салауат Юлаев проспекты, Ибраһимов бульвары, Минһажев, Аҡназаров, Исмәғилев, Агиш, Мостай Кәрим, Амантаев, Ғафури һәм башҡа урамдар – шуға асыҡ миҫал.