Донъя гиҙер киңлеккә нисә “асҡыс”ың бар, Халҡым?10.02.2017
Донъя гиҙер киңлеккә нисә “асҡыс”ың бар, Халҡым? Бөгөн туған телебеҙҙә аралашабыҙ, яҡындарыбыҙға, дуҫтарыбыҙға уй-фекер­ҙәребеҙҙе әсә телендә еткерә алабыҙ. Рус телендә иркен һөйләшәбеҙ. Ә шулай ҙа үҙ теле­беҙҙә иркен итеп аралаша­быҙмы?
Билдәле булыуынса, уратып алған донъя, тирә-яҡ мөхит, йәмғиәт кешенең физик һәм рухи үҫешенә йоғонто яһай. Көнкүреш шарттары бик үк яҡшы булмаған ҙур ҡалаларҙа төрлө ауырыуҙар, законды боҙоу осраҡтары, мәҙәни кимәле юғары, уңайлы шарттары булған райондарға ҡарағанда, йышыраҡ күҙәтелә. Тәрбиәүи күҙлектән сығып ҡарағанда, әгәр ҙә бала ғаиләлә наҙлы һүҙҙәр йәки, киреһенсә, әрләү-битәрләүҙе ишетеп, үҙе йәшәгән ауылдың йәки ҡаланың матур мөхитен күреп йәки, киреһенсә, бысраҡ урам, ватыҡ тәҙрәле өй-ҡоролмалар уратымында үҫә икән, ул һис шикһеҙ донъяуи ысынбарлыҡты шундай төҫтәрҙә ҡабул итәсәк, үҙ аңында ла донъяны шулай төҙөйәсәк. Артабанғы әйтер һүҙебеҙ кеше үҫешенә йоғонто яһаясаҡ һау мөхит тураһында булыр.

Донъя гиҙер киңлеккә нисә “асҡыс”ың бар, Халҡым?Әлбиттә, үҙ өҫтөнә балаһын тәрбиәләүгә оло яуаплылыҡ алған һәр ата-әсә уның өсөн яҡшы шарттар булдырырға тырыша. Ләкин ҡайһы бер осраҡта бәләкәй генә деталдәр йәки аңһыҙлыҡ бөгөн асыҡ күренмәгән, әммә етди юғалтыу-хаталарға алып килергә мөмкин. Бөгөн әйтер һүҙебеҙ үҫеп килгән быуындың, йәштәрҙең, ғөмүмән, һәр кешенең аралашыу теле тураһында. Беҙҙең донъяны танып белеүебеҙ тәү сиратта һиҙеү ағзалары аша тормошҡа ашырыла. Нимә күрәбеҙ, нимә ишетәбеҙ, нимәне тотоп ҡарап ҡулланабыҙ... Кешенең формалашыуы, аң үҫеше иһә уратып алған донъяны ҡабул итеү, танып белеү, үҙләштереү һәм кире бәйләнеш (ҡабул иткәнде кире сығарыу), йәғни был осраҡта, мәҫәлән, мөхит-ара бәйләнеш, үҙ-ара аңлашыу, аралашыу һәм нисек аралашыуға бәйле. Бәйләнеш-сылбыр рәүешендә күҙ алдына килтерһәк, тимәк, нимә ишетәбеҙ йәки күрәбеҙ, нимә “ашайбыҙ” (был осраҡта рухи аҙыҡ тураһында һүҙ бара) һәм ҡабул итәбеҙ, нимә тоябыҙ һәм ҡабул итәбеҙ. Һәм үҙ сиратында ҡабул иткәндәрҙе анализлап, үҙләштереп, холоҡ-фиғелдәребеҙ, телебеҙ аша кире сығарабыҙ... Ниндәй ул тел һәм холоҡ-фиғел? Күркәм холоҡ, матур әҙәп, бай, ҡотло тел, туған тел... Ошонда мәҡәләнең башында билдәләнгән фекергә ҡабаттан киләбеҙ.
Яңыраҡ Дим биҫтәһенең 102-се башҡорт гимназияһында Өфө ҡалаһы һәм Баймаҡ районы мәғариф хеҙмәт­кәрҙәренең осрашыуы үткәйне. Ике көн барған сарала “Мәктәптәрҙә этномәҙәни белем биреү: Өфө ҡалаһы һәм Баймаҡ районы уҡытыусыларының эш тәжрибәһенән” исемле “түңәрәк өҫтәл” дә ойошторолдо. Баш ҡала уҡытыусылары һәм ҡунаҡтар туған телгә өйрәтеү, башҡорт телен туған һәм дәүләт теле булараҡ уҡытыу мәсьәләләрен тикшереп, үҙҙәренең эш тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Бөгөнгө көн өсөн мөһим һорауҙар ҡаралып, ниндәйҙер хәл итеү юлдарын барлау менән әһәмиәтле булды был сара. Ҡыуандырҙы ла, борсолдорҙо ла...
Өфө ҡалаһында алып барылған тел сәйәсәте, республикабыҙҙа терминология комиссияһының хеҙмәте күтәргән мәсьәләләр уйланырға мәжбүр итә. Башҡорт телендә яҙылған алтаҡталарҙағы хаталар өҫтөндә эш әүҙем алып барыла. Тик барыбер терминология комиссияһына мөрәжәғәт итмәйенсә, үҙаллы эшләп хаталы яҙылған ойошмаларҙың исеме камил булырға тейешле телебеҙгә бысраҡ яға. Күҙ алдына килтерәйек, әгәр ҙә рус йәки инглиз телендә күҙгә күренеп торған хаталар булһа, нимә эшләгән булыр инек... Ошондай тупаҫ хата өсөн кемдеңдер наҙанлығына хайран ҡалыр инек, моғайын. Ә башҡорт телендә яҙылған хаталарҙы ниңә ғәҙәти хәл тип һәм битараф ҡабул итәбеҙ икән? Төрлө район ойошмалары, республика ҡалаларындағы уҡыу йорттары “Хатаһыҙ ҡала” акцияһында ҡатнашып, ошондай наҙанлыҡҡа, аңһыҙлыҡҡа юл ҡуймаҫҡа тырыша, башҡортса хаталы тәржемә ителгән мәғлүмәттәрҙе йыйып, Өфө ҡалаһы хакимиәтенең Мәғариф идаралығына тапшыра. Уйлап ҡараһаң, беҙ ҙә бит ошо күренешкә иғтибар итеп, хатаһыҙ яҙылған тауарҙар ҡулланырға, сәләмәт ауыл йәки ҡала мөхитен булдырырға булышлыҡ итә алабыҙ. Тик теләйбеҙме икән... Ҡулыңа алған китаптың эстәлегенә йәки өҫтөңә кейгән күлдәктең матурлығына иғтибар иткән кеүек, үҙебеҙ йәшәгән йәмғиәттең күркәмлеге, хатаһыҙ матур телебеҙ ҙә үҫеп килгән бала­ларыбыҙға, беҙгә кәрәкмәһә, башҡаларға кәрәк булырмы икән? Уйланырға урын бар...
Йәнә бер мәсьәлә – мәктәптәрҙә билингваль белем биреүгә иғтибар ҙа мәктәп сиктәренән сығып, милли йәмғиәт йәки халыҡ тураһында уйланырға мәжбүр итә. “Түңәрәк өҫтәл”дә билингваль белем биреү, йәғни ике телдә уҡытыу башҡорт һәм рус, башҡорт һәм инглиз телдәрен яҡшы кимәлдә өйрәнеү әһәмиәте тураһында ла фекер әйтелгәйне. Бөгөн, заман үҙ талаптарын ҡуйғанда, бер тел менән генә ҡайҙалыр китеп булмай һәм шул уҡ ваҡытта төплө итеп белмәгән туған телһеҙ ҙә телле шәхес тип әйтеү урынлы булмаҫ... Был осраҡта билингваль белем биреү һәм уның сифаты тураһында һорау ҡуйырға мөмкин булыр ине, сөнки 9-11 йыл буйына шул уҡ башҡорт, рус һәм сит тел булараҡ, инглиз, немец телдәре уҡытылып та, ҙур һөҙөмтәләргә өлгәшелмәгән осраҡтар бигерәк тә ауыл мәктәптәре өсөн ғәҙәти хәл. Билингвалар – туған телдәрен һәм тағы бер, мәҫәлән, рус йәки инглиз телен яҡшы кимәлдә белгән кешеләр бармы беҙҙең арала? Бер остаздың “Тел – ул асҡыс, нисә тел беләһең, тимәк, шул хәтлем ишеккә асҡысың бар” тигән һүҙҙәрендә – аҡыл асылы. Ҡыуаныс, әлбиттә, бөгөн милләттәштәребеҙ араһында төплө белем алып, үҙ телен һәм башҡа телдәрҙе яҡшы белгән, уңышлы эшләп йөрөгән йәштәр бар. Ундайҙар тураһында ишеткән һайын яңы танышың өсөн дә һәм уның тап халҡың вәкиле булыуы өсөн дә ғорурланып ҡуяһың. Әгәр ҙә үҫеп килгән быуын, ҡусты-һеңлеләребеҙ, ағай-апайҙарыбыҙ ара­һында шундай ғорурланырлыҡ “асҡыслы” шәхестәр күберәк булһа... Һин һәм мин, беҙ үҙебеҙ ниндәй телдәрҙе өйрәнәбеҙ әле? Туған башҡорт телебеҙҙе бөтә күркәмлегендә, бөтә нескәлегендә беләбеҙме лә дәүләт теле булып һаналған рус телендә йә булмаһа инглиз телендә иркен аралашабыҙмы? Иркен аралашҡан осраҡта, ул телдең сифаты, мәҙәни кимәле ниндәй? Беҙ йәшәгән йәмғиәт кимәле һәм киңлегенә ярашлылыр бит?..
Заман башҡа – заң башҡа, бөгөн инглиз теле менән бергә киң таралған ҡытай йә башҡа берәй халыҡ-ара телде өй­рәнәбеҙме? Ҡытай теле нимәгә, тип көлөп ҡуймайыҡ әле. Бер нисә йыл элек эш эҙләгәндә, баш ҡалабыҙҙағы бер предприятиеға башҡорт һәм ҡытай телдәрен яҡшы белгән белгестәр эҙләйҙәр ине, ә инглиз телен яҡшы белеүҙе талап иткән ойошмалар тураһында әйтеп тораһы ла түгел. Йәштәр өсөн юғары белем менән бергә бер нисә телле йәки бер нисә “асҡыслы” булыу ҙа киң ишектәр аса, уңышҡа юл һала шул... Ә беренсе аҙым­дар, маҡсатҡа табан барыу, тырышлыҡ күрһәтеү беҙҙең яҡшы уҡыуыбыҙҙы ҡайғыртҡан ата-әсәләрҙән, белем биргән уҡытыусыларыбыҙҙан һәм тәү сиратта аңлы рәүештә һәм киләсәккә ҡарап фекер төйнәгән һәр беребеҙҙең үҙенән тора түгелме ни?
Бөгөн педагогик йүнәлештә эшләгән ойошмалар, түңәрәктәр, дәрестәр йә курс­тар заман ҡуйған талаптарға ярашлымы? Телде өйрәнеү ниндәйҙер мәғлүмәт биргән теоретик ҡағиҙәләр аша ғына түгел, беренсе нәүбәттә тәжрибә юлы менән, шул телдә аралашыу мөхите булған осраҡта ғына ҙур әһәмиәткә эйә буласаҡ. Был бигерәк тә инглиз һәм немец теле дәрес­тәрендә киң ҡулланылған әһәмиәтле алымдарҙың береһе булараҡ билдәле. Тимәк, уҡыусы ҡағиҙәләрҙе һәм күнегеү­ҙәрҙе туған теле мөхитендә аралашып үҙләштерә, телен шымарта һәм байыта, телмәрен үҫтерә. Шул уҡ ваҡытта туған телдә һөйләшеүебеҙ ҙә аралашҡан мөхиткә, иң башта олатай-өләсәйгә, атай-әсәйгә, ағай-апайҙарға, йәғни ғаиләгә, балалар баҡсаһына һәм мәктәпкә, уҡыу йортона, эш, ҡала мөхитенә бәйле.
Бөгөн туған телебеҙҙә аралашабыҙ, яҡындарыбыҙға, дуҫтарыбыҙға уй-фекер­ҙәребеҙҙе әсә телендә еткерә алабыҙ. Рус телендә иркен һөйләшәбеҙ. Ә шулай ҙа үҙ теле­беҙҙә иркен итеп аралаша­быҙмы? Һис икелән­мә­йенсә, ышаныслы, ыңғай яуап биреүселәр, һеҙ ҡайҙа? Бармы? Айырым осраҡтарҙа, үҙ телендә аралашма­ғандарҙың, йә ала-сыбар итеп, яртылаш русса, яртылыш башҡортса һөйләшкән­дәрҙең, уларҙың тыуыр бала­ларының иртәгәһенә ҡарап борсолорға урын бар бит.
Иғтибар иткәнегеҙ барҙыр, кеше менән аралашып, ирекһеҙҙән уның телмәрен үҙләштерәбеҙ, йәки бик һөйләшеп бармаған бала дуҫтары янында аралашҡанда теле асылып һөйләшә башлай, йәки рус телендә аралашмаған берәү ҡалаға килеп, рус теленә тиҙ генә өйрәнә. Төрлө кимәлдә үҙендә булған тел комплексын еңеп, ят телде үҙләштерә. Дөрөҫ, бының бер ниндәй ҙә хилафлығы юҡ, әммә тағы ла бер тапҡыр сәләмәт мөхит тураһында иҫкә төшөрәйек. Беҙ, бала тәрбиәләгән олатай-өләсәйҙәр, ата-әсәләр, ҡусты-һеңлеләре булған ағай-апайҙар, йәштәр, рус телендә генә аралашып, үҙ телебеҙҙе онотмайбыҙмы, телебеҙҙең байлығын юғалтмайбыҙмы икән?
Психологтарҙың билдәләүенсә, телдең ҡото, нигеҙе һалынһын өсөн бала өс йәшенә тиклем туған телендә аралашып үҫергә тейеш. Һәм был осраҡта тел аша миллилек, рухи үҫештең дә тапшырылыуын билдәләп үтергә кәрәк. Ғаиләлә бала туған телендә аралашырға хаҡлы. Әммә тағы бер ҡаршылыҡ килеп тыуа: бөгөн балалар баҡсаһында бәләкәстәр рус телендә аралаша. Аралашыу яҡшы, әммә сәләмәт туған телле булыу йәһәтенән, ошо хәлдән ниндәй аңлы юлдар менән сығырға мөмкин һуң? Мәғариф хеҙмәткәр­ҙәре өсөн генә түгел, ата-әсәләр өсөн дә мөһим һорау был.
Ошо урында ғаиләлә, балалар баҡса­һында, мәктәптә, урам мөхитендә һәм, ғөмүмән, йәмғиәттә булған телмәр мәҙәниәте тураһында ла уйланһаҡ икән, йәмәғәт. Үҙебеҙ йәшәгән мөхиттә ҡабул ителеп, күңелебеҙҙә яралған уй-ниәт­тәребеҙ менән телебеҙҙә яралған һүҙҙә­ребеҙ һау, күркәмме һуң? Телебеҙ тигәндә, үҙебеҙҙең ауыҙҙан сыҡҡан “телдең” именлегенә, матурлығына иғтибар итһәк ине.
Шундай бер күренештең шаһиты булдым: бәләкәйҙән үк саф башҡортса аралашҡан туғаным, балалар баҡсаһына барып, ҡыйынлыҡ менән, әммә тырышып русса һөйләшергә өйрәнде. Балаға, яңы телле мөхиттә психологик адаптация үтеү менән бергә, үҙенең шәхесен һаҡлап ҡалыу өсөн ниндәйҙер ҡаршылыҡтар аша үтеп, бала күңелендә барған кисерештәр менән туған теленән баш тартып, русса аралашыуға күсергә тура килде. Ситләшеү һәм туған телен ҡабул итергә теләмәү ысынлап та булды бала уйында. Бөгөн ул русса аралаша, башҡортса һөйләгәнде аңлай, тик яуапты, ҡабул ителгәнсә, рус телендә бирә. Баланың ғәйебе лә юҡ бит, был осраҡта ата-әсәләрҙең ниндәйҙер хаталары, уйлап-аңлатып еткермәүе ғәйепле, өлкәндәр бөгөнгө заманда ошо хәлдән нисек сыға алыр ине икән, уйлап ҡарайыҡ әле... Тимәк, үҙе аралашҡан мөхит балаға, йәштәргә һәм ололарға ла йоғонто яһамайынса ҡалмай. Бәлки, бында ниндәйҙер тигеҙлек тигән төшөнсә өҫтөнлөк алырға, объектив ҡараш булырға тейештер. Әйтергә теләгән һүҙ, рус телен өйрәнеү йәки башҡа сит телдә аралашыу туған телеңде яҡшы белеү һәм яратыуға ҡамасауламаһын ине.
“Түңәрәк өҫтәл”дә “Киске Өфө” гәзитенең баш мөхәррире Гөлфиә Гәрәй ҡыҙы Янбаева, Мәскәүгә уҡырға ингән башҡорт егетенең башта бары тик рус телендә аралашыуын, һуңғараҡ үҙ милләттәштәре, башҡорт йәштәре менән бергә башҡортса һөйләшә башлауы тураһында әйтеп үткәйне. Афарин, өлгө булырлыҡ бит ошо миҫал! Уйлап ҡараһаң, телгә өйрәнеү бер көнлөк йә айлыҡ ҡына ла эш түгел, балаға бәләкәйҙән ғаиләлә үк тел менән бергә һалынған һәм ғүмер буйы уның менән йәнәшә барған рух төшөнсәһе тураһында ла әйтергә кәрәктер был осраҡта. Рух – ул эске көс, ул милли көс, халыҡсан көс, шәхес көсө. Ил инәһе Мәрйәм Бураҡаева үҙенең “Арғымаҡ” китабында тап бәләкәй саҡта һалынған ныҡлы рух баланың төрлө яҡлап үҫешкән кеше, шәхес булып формалашыуына булышлыҡ итеүен билдәләй. Ә рух иң беренсе туған телебеҙ, туған телле һау мөхиттә үҫкән йәш быуындың булмышында булалыр.
Ошондай фекерҙәр, уйҙар менән бергә күңелдә Өфө ҡалаһы һәм Баймаҡ районы вәкилдәрен йыйған “түңәрәк өҫтәл”дә Зөлфиә Ханнанованың “Мин – башҡорт! – тип танышығыҙ!” тигән шиғырының һуңғы юлдары яңғырай: “...Беҙҙең алда таҙа булһын намыҫығыҙ: Беҙ бөтмәнек! Мин – башҡорт!” – тип танышығыҙ!”
Төп асылыбыҙ – башҡорт булыуыбыҙҙы эстән тойоп һәм онотмай, матур камил тел менән аралашырға һәр беребеҙ хаҡлы. Ҡайҙа ғына йөрөһәк тә, ниндәй генә телдә аралашһаҡ та, онотмаһаҡ ине ошо турала. Ә матур, ҡотло итеп үҙ телебеҙҙә таҙа аралашыу менән бергә, башҡа телдәрҙе лә белеү ғәжәйеп сикһеҙ донъя киңлектә­ренә юлдар табыу, асҡыстар яратыуға бәрәбәр.


Вернуться назад