“Урал батыр” – иврит телендә27.12.2016
“Урал батыр” – иврит телендә 2014 йылда “Урал батыр” эпосын яттан һөйләү буйынса флешмоб ойошторғанда, ул тәүгеләрҙән булып видеояҙма ебәргәйне. “Бәйләнештә” социаль селтәренең “Башҡорт телен ҡәҙерләйек” төркөмөндә яҡтыртылған сараны ҡеүәтләп Израиль башҡорто Рауил Садиҡовтан килгән хәбәр байрамға матур старт бирҙе.
Яңыраҡ Рауил ағай йәнә бер шатлығы менән уртаҡ­лашты: “Минең ҡәҙерле баш­ҡорттарым! Израилдә ошо көндәрҙә башҡорт халҡының мәшһүр эпосы “Урал батыр” донъя күрҙе. Китапта халыҡ хазинаһы проза юлы менән иврит теленә тәржемә ителгән, сағыу һүрәттәр менән байытылған һәм башҡорттар тураһында мәғлүмәт тә бирелгән. Хәҙер был илдә лә милләтем хаҡында күберәк белерҙәр тип өмөт итәм”.
Әлбиттә, бындай яҙманы уҡығас, үҙе менән бәйләнешкә инмәй булдыра алманыҡ. Күп тә үтмәй Рауил ағай Израилдән шылтыратты.

– Рауил ағай, ошо эшегеҙ өсөн һеҙгә рәхмәт! Кемдә тыуҙы “Урал батыр”ҙы тәржемә итеү идеяһы?
– Был – минең шәхси телә­гем, күптән ошо хаҡта уйлап йөрөй инем.
– Тәржемә итеү бер эш, һеҙ уны китап итеп сыға­рыуға ла өлгәшкәнһегеҙ. Бағыусыһы кем?
– Әлбиттә, үҙем (көлә)!
– Кем тәржемә эше менән шөғөлләнде?
– Шиғри юл менән тәржемә итергә йөрьәт итмәнем, уның өсөн айырым оҫталыҡ кәрәк. Минең өсөн әҫәрҙең иң төп фекерен, йөкмәткеһен тапшы­рыу мөһим булды. Был эш менән дүрт йыл дауамында шөғөлләндем.
– Тиражы күпме?
– 550 дана. Израиль өсөн был – ярайһы уҡ ҙур тираж. Ул илдең иң абруйлы нәшриә­тендә донъя күрҙе һәм ҙур китап магазиндарына һатыуға сыҡты. Йәнә лә Рәсәйҙең аҫа­ба халыҡтарының береһенең мәшһүр эпосын еткергән тәүге китап был. Әммә Интернет аша дигиталь һәм PDF форматында ла алып уҡырға була. Бөтәһен бергә ҡушһаң, тиражы 1500-гә етә.
– Иврит теле белгестәре ниндәй баһа бирҙе?
– Китап Иврит теле институтында сертификация үтте. Израилдә балалар өсөн тәғә­йенләнгән һәр йыйынтыҡ дәү­ләт рөхсәте менән генә сығарыла.
– Һүрәттәре лә үҙегеҙҙе­кеме?
– Эйе, мин бала саҡтан рә­сем төшөрәм, китаптың эсен дә, тышлығын да үҙем биҙә­нем.
– Башҡорттар тураһын­да­ғы мәғлүмәтте лә әҙерлә­негеҙ инде?
– Әгәр башҡорттар хаҡын­да бер ниндәй ҙә мәғлүмәтһеҙ сыҡһа, китапты ҡулына алған кешелә бик күп һорау тыуыр ине. Халҡыбыҙ тураһында әйтеп китеү мотлаҡ кәрәк тип иҫәпләнем.
– Башҡорттар хаҡында унда беләләрме?
– Үкенескә ҡаршы, урамда осраған һәр кешене туҡтатып һораһаҡ, уларҙың 99 проценты иңдәрен генә ҡағасаҡ. Әммә ошо китап менән хал­ҡыбыҙ тураһында белеүселәр артыр тип өмөт итәм. Уҡып сыҡҡан таныштарым, ҡайһы бер белгестәр уның ҡыҙыҡлы, фәһемле булыуын әйтте. Теле аңлайышлы, тинеләр. Әйтергә кәрәк, тәржемә эше еңел барманы.
– Һөнәрегеҙ ниндәй?
– Мин юғары белемле инженер, бында ҙур башня, күпер крандарын ремонтлау менән шөғөлләнәм.
– Сығышығыҙ менән Башҡортостан егетеме һеҙ?
– Эйе, был хаҡта видеояҙ­ма­ла ла әйтеп киттем. Өфө­нәнмен. Атайым Әхмәтшә­риф Әхмәтсадиҡ улы Сади­ҡов – Бөйөк Ватан һуғышы ветераны. Сығышы менән Нуриман районының Ҡуранса ауылынан. Әммә тамырҙары Иҫке Илектән. Олатай һәм уның өс бер туғаны революциянан һуң был яҡҡа йәйәүләп килеп, Сәрүә, Ҡуранса ауылдарына нигеҙ һалған. Урман эшкәртеү предприятиеһы булдырып, бик күптәрҙе аслыҡтан һаҡлап алып ҡалған улар.
Әсәйем Мәхмүзә Хисаметдин ҡыҙы Садиҡова – Баш­ҡортостан археологияһына ни­геҙ һалыу­сы­ларҙың береһе, билдәле археолог. Бик күп ғалимдар бөгөн уның эштә­ре­нә һыл­танма бирә. Китапты мин атай-әсәйемдең яҡты рухына бағышланым. Улар баш­лаған эште дауам итеүсе итеп тоям үҙемде. Әсәйҙең тамыр­ҙары – Кушнаренко райо­ны­ның Мәмәк-Шәрип ауылынан.
– Тыуған ерегеҙҙән ситтә халҡыбыҙ тарихына булған ҡыҙыҡһыныуығыҙ ҡайҙан килә?
– Үҙ халҡыңды яратыу, уның тарихын йөрәгеңдә йөрө­төү өсөн мотлаҡ Башҡортос­танда йәшәү, хатта тыуыу ҙа мөһим түгел, минеңсә. Бының өсөн бер ниндәй этәргес тә, сәбәп тә кәрәкмәй. Ата-баба­ларыбыҙға ҡарата һөйөү беҙ­ҙең ҡанға һалынған, беҙ ҡайҙа – ул тойғолар ҙа беҙҙең ме­нән. Әсәйем яҡлап мин Саптар Аллаҡаев тоҡомонанмын.
– Тимәк, һеҙ ватаны­ғыҙҙан ситтә булһа ла, рухи бәйләнеште өҙмәйһегеҙ?
– Израилдә мин йәмәғәт эштәре менән дә шөғөлләнәм. Бындағы төрки ойошманың етәксеһемен. Беҙ төрки мәҙә­ниәтте һаҡлау һәм таратыу эшен алып барабыҙ. Башҡорт, татар милләте вәкилдәре бер­гә ойошоп, бик аҙ булһаҡ та, үҙебеҙҙең эште берҙәм алып барырға тырышабыҙ. Ойош­мабыҙ ирекле һәм ағзаларҙың аҡсаһына төрлө саралар ойош­торабыҙ. Мәҫәлән, бына инде алты йыл рәттән һабан­туй үткәрҙек.
– Ошо йүнәлештә эшегеҙ­ҙе дауам итеү теләге бар­ҙыр?
– Әлбиттә, башҡорт халҡы­ның рухи мираҫын таратыу эшен дауам итәсәкмен. Баш­ҡорт халыҡ әкиәттәрен иврит теленә тәржемә итергә иҫәп тотам. Уны китап итеп сыға­рырға яҙһын!
– Һорауҙарҙы башҡортса бирҙем. Ауыр булманымы төшөнөүе?
– Юҡ, әлбиттә, минең, ки­реһенсә, һеҙҙең башҡортса мөрәжәғәт итеүегеҙҙән күңе­лем күтәрелеп китте. Телде онотманым, әлбиттә, аралашыу практикаһы аҙ, әммә ту­ған телем, мәҙәниәтем менән ныҡ ғорурланам. Ата-бабаларым һөйләшкән тел – минең өсөн быуындар бәйләнешен һаҡлаған мөҡәддәс төшөнсә. Бында күберәге иврит, урыҫ телендә аралашам. Башҡорт­остандан байтаҡ йылдар элек сығып киттем, СССР-ҙың төр­лө урындарында йәшәнем, һөйләшеү теле урыҫ теле булды. Литвала йәшәгәндә улар­ҙың телен дә өйрәндем, Из­раилдә иврит телен үҙләш­терҙем. Эш барышында инглиз теле лә кәрәк, шуға уны ла өйрәндем. Бына шулай яңы идеялар табып, шуларҙы тормошҡа ашырыу ниәте менән йәшәп ятҡан көн.
– Ғөмүмән, шәхсән һеҙҙең өсөн нимә ул “Урал батыр”?
– Урал батыр үҙ йүнәлешен ҡорған, йәшәү тәғлимәте итеп алған юл, әхлаҡи һәм рухи ҡиммәттәр – ул тотош баш­ҡорт халҡы өсөн йәшәү нигеҙе булырға тейеш, минеңсә. “Урал батыр” – иҫ киткес тәрән йөкмәткеле, мәшһүр, эпохаль әҫәр. Ул – башҡорт халҡының донъяны ҡабул итешен, төп әхлаҡи ҡарашын, тәрән рухиә­тен сағылдырған әҫәр. Был эш – минең шундай әҫәрҙәр тыуҙырған халҡым алдындағы бурысымды атҡарыу.


Вернуться назад