Ҡаш төҙәтәм тип, күҙ сығармағыҙ18.11.2016
Тормошта һәр күренештең кәм тигәндә лә ике яғы бар, йәғни ыңғай һәм кире эҙемтәләре. Ҡайһы берҙәренең тиҙ арала күренә-һиҙелә һалып бармауы ла ихтимал. Әҙәм балаларының күбеһенә иһә бөгөнгөһө ҡиммәтерәк һәм улар, оҙаҡ баш ватып тормаҫтан, йыш ҡына юлдың иң еңелен һайлаусан. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, туған телдә уҡытыуға бәйле мәсьәләләрҙә лә тап шулай. Эштә лә, урамда ла, хөкүмәт, йәмәғәтселек, мәғариф, мәҙәниәт, сәнғәт һәм башҡа ойошмаларҙа урыҫ теленә генә өҫтөнлөк бирелгәндә (үҙебеҙ ҙә: “Шулай булды, шулай бара инде”, – тип килешеп йәшәгәндә), күпселек ҡатмарлы проб­леманы ла анһат ҡына хәл итергә ынтыла. Ә бит йөҙәр йыллыҡ тәжрибәгә нигеҙләнгән атай-олатайҙарыбыҙ тикмәгә генә, бер ҡыйындың – бер рәхәте, бер рәхәттең – бер ҡыйыны, тип әйтмәгәндер, моғайын. Әйҙәгеҙ, ана шул “ҡыйын” менән “рәхәт”те, йәғни проблеманың ыңғай һәм кире яҡтарын барлап ҡарайыҡ.
Урыҫ телендә генә уҡытыуҙың ыңғай яҡтары:
1. 4-се кластан һуң биреләсәк Бөтә Рәсәй контроль эштәрен эшләүгә еңеллек килтерәсәк. Уҡытыусыларға ла эш кәмей, был контроль эштәрҙе тәржемә итеп ултырырға кәрәкмәй.
2. ДДИ, БДИ биргәндә анһатыраҡ: урыҫ телен яҡшыраҡ белгәс, тексты, бирелгән күнекмәләрҙе еңелерәк аңлай.
3. Юғары уҡыу йортона инеп китеүе лә, уҡыуы ла еңелерәк буласаҡ.
Ә был “рәхәтлектәр” ни хаҡҡа төшә һуң?
1. Балаларҙы башланғыс кластан урыҫ телендә уҡыта башлаһаҡ, туған телде һаҡлау тураһында ауыҙ асырға ла ярамай, сөнки урыҫ телендә белем алған бала бер-ике йылдан шул телдә фекерләй башлай. Һөҙөмтәлә мәктәпте тамамлағанда иң яҡшы осраҡта ике телде бутап һөйләшә, ҡағиҙә булараҡ, инде бөтөнләй туған телендә һөйләшмәй. Иң хәүефлеһе – туған теленә, халҡы, иле яҙмышына битараф булған, традицияларҙы, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе һанға һуҡмаған, һанламаған маңҡорт булып үҫә. “Юҡ, улай түгел” тип бер кем дә әйтә алмай, сөнки уҙған быуаттың 60 – 70-се йылдарында байтаҡ башҡорт һәм башҡа милләт балалары урыҫса ғына уҡыны. Һөҙөмтәһе билдәле: беҙ бөгөн ана шул ата-әсәләргә туған телдә уҡытыуҙың әһәмиәтен аңлатырға маташабыҙ.
2. Урыҫ телендә уҡытыу баланы туған телдән генә айырмай, ә халыҡтың быуаттар буйына формалашҡан, ваҡыт һынауын үткән йәшәйеш ҡанундарынан, традицияларынан, ғөрөф-ғәҙәттәренән айыра. Мәҫәлән, беҙҙең халыҡта, шулай уҡ башҡа халыҡтарҙа ла атай-әсәй менән һүҙ көрәштереү, уларҙы тыңламау кеүек ҡылыҡтар тәртипһеҙлек булып иҫәпләнә ине. Ә бөгөн беҙ ата-әсәһен тыңламау ғына түгел, уларҙың пенсияһын талап, эсеп йөрөгән, хатта ҡул күтәргән бән­дәләргә лә тыныс ҡарайбыҙ.
Ҡарттар йортона сират. Унда йәшәгән­дәрҙең йә сиратта торғандарҙың күбе­һенең бала-сағаһы иҫән. Йәки ата-әсәле килеш етем ҡалған сабыйҙар. Эскелек. Бының ише йәмһеҙ күренештәр беҙҙең өсөн бөтөнләй ят ине бит. Ә ни өсөн улар бер-ике быуын эсендә тамырланып өлгөрҙө? Сәбәбе ябай: диндән, халҡыбыҙ­ҙың йәшәйеш ҡанундарынан, традицияларынан айырылдыҡ. Кешелек оҙайлы тарих һуҙымында тыуҙырған мәңгелек ҡиммәттәр – изгелек, ололарға хөрмәт, намыҫ, туғанлыҡ кеүек төшөнсәләр – ялған ҡиммәттәр менән алмаштырылды. Популярлыҡ, дан-шөһрәт, байлыҡ алғы планға сыҡты. Йәмғиәттә киң таралған был күренеш тормошобоҙҙоң һәммә өлкәһенә лә үтеп инде. Шул иҫәптән мәғарифҡа ла. Бөгөнгө мәктәп күбеһенсә белем биреү (сифатлы булһа бер хәл) менән генә шөғөлләнә. Ә бит тәрбиә эше уҡыу-уҡытыуҙан да алдараҡ барырға тейешле.
Халыҡ традициялары көслө булған төбәктәрҙә, мәҫәлән, Чечен Республика­һында ҡарттар һәм балалар йорто юҡ.
3. Әле 70-се йылдарҙа уҡ ЮНЕСКО тарафынан тикшеренеүҙәр үткәрелеп, туған телендә белем алған бала тормошта үҙ урынын тиҙерәк таба һәм күберәк уңышҡа өлгәшә, тип һығымта яһалғайны. Улар фекеренсә, әгәр өйҙә туған телендә һөйләшеп килгән баланы икенсе телдә уҡыта башлаһаң, уның фекерләү ҡеүәһе­нең үҫеше туҡтала. Был дөрөҫтөр тип уйлайбыҙ, сөнки бөгөнгө көндә Өфөлә уңышлы эшләп йөрөгән интеллигенция вәкилдәренең 80 проценттан күберәге – туған телдә белем алған кешеләр. Улар иҫәбенә сәнғәт, әҙәбиәт, фән, шулай уҡ техник фәндәр өлкәһендә эшләгән бел­гестәр инә. Ә бына 60-сы, 70-се йылдарҙа “кеше итәбеҙ” тип урыҫ телендә уҡытыл­ғандар үҙҙәрен тулыһынса аса алманы. Улар араһында билдәле яҙыусылар ҙа, артистар ҙа, фән эшмәкәрҙәре лә юҡ дәрәжәһендә. Әгәр урыҫ телендә уҡытыу ныҡ шәп булһа, Рәсәй ҡанундары 9-сы класҡа тиклем туған телдә уҡытыу кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алмаҫ ине.
Ә хәҙер урыҫ телендә уҡытыуҙың “ыңғай” яҡтарын ҡайтанан барлап ҡара­йыҡ. Еңеллек килтереүҙе бик яҡшы күренеш тип баһалап буламы икән? Кешенең психологияһы шулай ҡоролған: ул, ғәҙәттә, ауырлыҡ менән, ҡаршылыҡтар аша килгәндең ҡәҙерен нығыраҡ белә. Йәшәйештәге был ҡанун белем алыуҙа үҙен ныҡ һиҙҙерә. Еңел генә уҡығандар белемдең ҡәҙерен белеп етеңкерәмәй. Икенсенән, урыҫ телен һәйбәт белеү белемле булыу тигәнде аңлатмай. Беле­мең булһа, урыҫса ярты-йорто ғына белһәң дә, БДИ күнекмәләрен еренә еткереп эшләп була.
Тағы бер күренеш. Беҙҙең ҡайһы бер интеллигенция вәкилдәре, фән теле урыҫса бит, шулай булғас, математика, химия кеүек теүәл фәндәрҙе урыҫ телендә уҡытырға кәрәк, тигән фекерҙә. Бындай ҡараш менән һис кенә лә килешергә ярамай, сөнки беҙ был осраҡта телдең ҡул­ланылыш даирәһен ҡыҫырыҡлаясаҡбыҙ, телебеҙ ярлыланасаҡ, ул “кухня теле”нә генә әйләнәсәк. Заманында теүәл фән­дәрҙә осраған һәр терминдың башҡорт телендә атамаһы бар ине: таҡ һәм йоп һандар, кәсер, һеркә, һелте һ.б. Был һүҙҙәр хәҙер онотола башланы.
Күренеүенсә, балаларының тормошон еңелләштерергә тырышыусы ата-әсәләр ысынында ҡаш төҙәтәм тип, күҙ сығара. Бының эҙемтәләрен улар үҙҙәре үк күреп, ныҡ үкенәсәк, тик эш уҙған булыр.
Ҡыҫҡаһы шул: әгәр ҙә беҙ йәш быуынды тулы мәғәнәһендәге шәхестәр итеп тәрбиәләргә теләһәк, уларҙы әсә телендә белем алыуҙан мәхрүм итмәйек.


Вернуться назад