2016/17 уҡыу йылына төрлө борсолоу, тулҡынланыу аша килеп индек. Мәктәп… Төрлө телдә төрлөсә әйтелһә лә, белем усағы булараҡ, ул һәр кемдең күңелендә мәңгегә ҡала. Киләсәк быуындар ҙа шулай ҡабул итерме уны? “Сыуаҡ көндәр булып балҡый һаман
Күңелдәрҙә мәктәп йылдары.
Белем усағынан төшкән нурҙар
Яҡтырттылар ғүмер юлдарын.
Аҡ нурҙарын һирпеп беҙҙең зиһендәргә,
Өмөт шәмен яғып йөрәккә
Уҡытыусы алып китте беҙҙе
Белем тауҙарына йыраҡҡа…”,– тип яҙа “Һабаҡташтарыма тигән шиғырында Раян Вахитов.
1917 йылғы Октябрь революцияһының төп маҡсаты халыҡты наҙанлыҡ һөрөмөнән ҡотҡарыу, шул юл менән илде аяҡҡа баҫтырыу була. Ил етәкселеге иң беренсе шул эшкә тотона. Ашығыс рәүештә әҙ генә белеме булғандарҙан ҡыҫҡа ваҡытлы курстарҙа уҡытыусылар әҙерләйҙәр һәм, ауыр шарттарҙа мәктәптәр асып, уҡытыусыларҙы халыҡ араһына тараталар, барлыҡ ерҙә ағартыу эштәре башлана. Уҡытыусы ул ваҡытта ауыл өсөн белемле, бөтә нәмәгә һәләтле зат була. Халыҡ уҡытыусыға ышана. Һуҡыр шәм яҡтыһында иҙәндә ултырып булһа ла йәше, ҡарты, бала-саға белем алырға килә, ас-яланғас булһа ла уҡырға йөрөй. Илдә революция һәм граждандар һуғышы эҙҙәре әле бөтмәгән, ләкин уҡыу һәм уҡытыу әсбаптары бушлай таратыла. Һәр кем туған телендә белем ала. Шул шарттарҙа уҡығандар араһынан күпме күренекле кеше сыҡҡан. Тарих биттәрендә урын алған милли кадрҙар менән бөгөн дә ғорурлана алабыҙ.
Донъя бер урында тормай. Ошо бер быуатлыҡ арауыҡта илдә һәм ер йөҙөндә барлыҡҡа килгән үҙгәрештәр һәр өлкәгә ҡағылмай ҡалманы. Тәү сиратта кешелектең тотҡаһы булған мәғариф ҙур үҙгәрештәр, боролоштар кисерә. Шулай ҙа яңыртып ҡороуҙар милли мәсьәләгә, милли мәғарифҡа ҡарата үтә лә ҙур һаҡсыллыҡ талап итә.
Фән бөгөн йәшен тиҙлегендә үҫә, хатта уның яңылыҡтарын аңлап өлгөрөп тә булмай. Тимәк, заманға яраҡлаштырылған программалар, яңы кадрҙар әҙерләп өлгөрөргә кәрәк. Әлбиттә, иң элек мәғариф системаһын тамырынан үҙгәртеү мотлаҡ. 90-сы йылдарҙа барлыҡ илдә бығаса күрелмәгән тетрәнеүҙәр булды, халыҡ күңелендә юйылмаҫ эҙ ҡалдырҙы, шатлыҡлы ваҡиғалар килтерҙе. Дәүләт теле булараҡ, башҡорт теле бөтә мәғариф учреждениеларында: мәктәптәрҙә, урта махсус белем биреү һәм юғары уҡыу йорттарында уҡытылыу хоҡуғына эйә булды. Һәр милләт балаһына юғары уҡыу йортона ингәндә туған телендә имтихан биреү ҡаралды. Был эш йәмәғәтселектең тырышлығы менән ярайһы уҡ юлға һалынды.
Тик бөгөн БДИ исемлегенән башҡорт телен төшөрөп ҡалдырыу икенсе дәүләт теленә баһа өҫтәмәй, уға уҡыусыларҙа ихтирам тойғоһон кәметә. Ошо сетерекле мәсьәләне ата-әсә үҙенсә аңлап, йәғни баланы туған телдә уҡытыу уның киләсәгенә йоғонто яһар, тейешле белгес булып сыға алмаҫ, тигән икеләнеү тыуҙы. Шул сәбәпле ата-әсә балаһын башҡорт класына, балалар баҡсаларында башҡорт төркөмөнә биреүҙән баш тарта. Улар мәғариф реформаларына һылтана. Ә бит реформалар, киреһенсә, илебеҙҙә һәр милләткә үҙ телендә уҡыу, үҙ тарихын, мәҙәниәтен өйрәнеү хоҡуғы бирә.
Юғары уҡыу йорттарына инеү имтихандарын һәр милләт балаһының туған телендә бирә алыу мөмкинлеген яңынан тергеҙергә кәрәк. Юғиһә, телле балаларыбыҙҙы үҙебеҙҙең ғәмһеҙлек арҡаһында телһеҙ ҡалдырыуыбыҙ бар.
1926 йылда БАССР-ҙа башҡорт теле дәүләт статусын ала, ул законлаштырыла һәм шул законда рәсми ҡағыҙҙар, сығыш яһауҙар ижтимағи сараларҙың урыҫ теле менән бер рәттән башҡорт телендә лә алып барылырға тейешлеге ҡарала һәм шулай эшләнә лә, ләкин ул 30-сы йылдарҙа юҡҡа сығарыла.
Бөтә сығыштарҙы, төрлө сараларҙы башҡорт дәүләт телендә алып барыуға Рәсәй ҡаршы булмаясаҡ, быны үҙебеҙгә тергеҙеү шарт.
Бөгөн һәр милләт кешеһенең киләсәге үҙ ҡулында. Рәсәй реформаларын, был осраҡта уҡыу-уҡытыуҙа, ентекләп өйрәнеп, һәр кеше үҙ мәнфәғәтендә ҡуллана ала. Был мөһим, тик һәр кешенең әүҙемлеге зарур. Киләсәккә асыҡ күҙ менән ҡарарға тырышыусылар, ныҡлы рухлылар ғына кәрәк. Бөгөн донъяуи мәсьәләләрҙе берҙәмлек менән генә төҙәтергә мөмкин. Килеп тыуған мәсьәләне тиҙ арала хәл итеү тик үҙебеҙҙән тора.