Милләттең исеме юғалып ҡалмаймы?23.03.2012
Ғүмеремдең 46 йылын элемтә бүлексәһенә бағышлап, матбуғатты таратыуҙа әүҙем ҡатнаштым. Әле лә тормошомдо гәзит-журналһыҙ күҙ алдына килтерә алмайым.
Республикабыҙҙың төп милли баҫмаһы “Башҡортостан”дың туған телде һаҡлау, үҫтереү эшен алып барыуына сикһеҙ һөйөнәм, һәр яҙманы ҡыҙыҡһынып уҡыйым. Гәзиттең быйылғы 21 февраль һанында донъя күргән “Изге төйәгебеҙҙең йөҙөк ҡашы” (авторы — Сәлимйән Ғүмәров) исемле мәҡәләлә күтәрелгән проблемаға үҙ фекеремде лә белдереп үтмәксемен. Автор унда республикабыҙ исеменең тупаҫ боҙолоуы хаҡында борсолоп телгә ала. Сәлимйән Ялал улы әйтеүенсә, Башҡортстан тип кенә яҙмай, “башҡорт” һүҙенән һуң “о” хәрефен ҡуйып, төптө яңылышабыҙ. Бының менән мин дә килешәм. Урыҫ ҡағиҙәһенә эйәреп, “бәйләүес” ҡуйыуыбыҙ һөҙөмтәһендә милләтебеҙҙең исеме юғалып ҡала кеүек.
Үҙемә килгәндә, өлкән йәштә булыуыма ҡарамаҫтан, шиғриәткә ғашиҡ кешемен. Шиғри шәлкемдәрҙән торған өс китабым да бар. Әсә теле хаҡында яҙған бер оранымды гәзит уҡыусыларҙың иғтибарына тәҡдим итәм.
Ейәндәрем, һеҙгә аманатым:
Башҡорт телен берүк һаҡлайыҡ!
Әсә теле бит ул — сәсән теле,
Телебеҙҙе кире ҡаҡмайыҡ!
Ил намыҫын, ер-һыуын һаҡлаған,
Башҡорт булған ғәййәр йөрәкле.
Теле булһа ғына милләт йәшәр —
Һаҡла телде — иң ҙур терәкте!
Иғтибарлы булһаҡ телебеҙгә,
Ысын дуҫлыҡ ерҙә төҙөлөр.
Яҡламаһаҡ туған телебеҙҙе,
Киләсәккә юлдар өҙөлөр.
Ғәлиасҡан ИҘЕЛБАЕВ,
һуғыш һәм хеҙмәт ветераны.
Хәйбулла районы,
Аҡъяр ауылы.