Көслө лә ул, бай ҙа, тиһәк тә...26.07.2016
Көслө лә ул, бай ҙа, тиһәк тә... “Был телдә бик күп әҫәрҙәр яҙылған, философик трактаттар бар. “Урал батыр” эпосының ижад ителеүе үҙе ни тора!” тигән һүҙҙәр ошо үлемһеҙ әҫәрҙе ижад иткән башҡорт теленең үҙе хаҡында ла. Улар уның үткәне менән бөгөнгөһөнөң айырылғыһыҙлығының шаһиты. Тәүгеһе уның ижад ителгән телгә барып сыҡһа, һуңғыһы – бөгөнгө әҙәби телебеҙ.

Һис шикһеҙ, “Урал батыр” эпосының ижад ителеүе башҡорт милләтенең рухи-мәҙәни тормошоңда тотош бер дәүергә тиң тарихи ваҡиға рәүешендә баһаланырға хаҡлы. Уның беҙҙең көндәргә килеп етеүе һәм тотош бер халыҡтың ҡомартҡыһы булып танылыуы – кешелек донъяһында һирәк күренештер. Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитовтың да был бөйөк әҫәрҙең үткәнен бөгөнгөһө менән бер бөтөнлөктә күҙаллауы эпос ижад ителгән телдең киләсәге хаҡында ла. Етәксенең “Башҡорт теленең бүтән телдәр һымаҡ донъя мәҙәниәтендә уникаль күренеш булыуын онотмайыҡ” тигән һүҙҙәрен шул уҡ контекста “Урал батыр” эпосына ҡайтарып ҡуйыу ҙа дөрөҫ булыр. Был осраҡта быуаттар төпкөлөнән килгән әҫәрҙең донъя телдәренә тәржемә ителеп, айырым баҫма рәүешендә үҙ уҡыусыһына барып етеүе шуны раҫлай.
Башҡортостан Башлығының, тел хаҡында һүҙ барғанда, уны ошо үлемһеҙ әҫәр ижад ителгән дәүергә ҡайтарып күҙаллауы, һис шикһеҙ, тәрән мәғәнәгә эйә. Хәҙерге башҡорт әҙәби теле үҙ тарихына аяҡ баҫҡан тәүге көндәренән үк ошондай ҡарашҡа мохтаж булды. Быға ҡәҙәр телебеҙгә донъя мәҙәниәтендә көслө һәм үҙаллы икәнлеге, уҡымышлы, белемле, мәҙәниәтле кешеләр, зыялылар теленән һаналыуы, уны яҡларға һәм һаҡларға кәрәклеге хаҡында юғары кимәлдә һүҙ ишетергә тура килмәне.
Әле алғараҡ китеп әйткәндә, күп һөйләшле башҡорт теленең шундай сифатта танылыуында төньяҡ-көнбайыш диалектының үҙ туған теленә ҡайтарып бирелеүе мөһим роль уйнаны. Был бөгөнгө әҙәби телебеҙҙең бөтә һөйләштәрҙе лә, йәғни көньяҡ һәм көнсығыш диалекттары менән бер дәрәжәлә төньяҡ-көнбайыш диалектын да, үҙ итә алыуына бәйле булды.
Белеүебеҙсә, ҡасандыр рәсми рәүештә танылыуҙан мәхрүм ителгән төньяҡ-көнбайыш диалекты хаҡындағы яңы һүҙҙе Рөстәм Хәмитов үҙенең тәүге интервьюларының береһендә әйтте. Ул әңгәмәсеһенә яуап рәүешендә башҡорт телендә төньяҡ-көнбайыш диалектының барлығы фәнни нигеҙҙә күптән раҫланған, тип тел мәсьәләһенә үҙ мөнәсәбәтен белдерҙе һәм шуның менән хәҙерге башҡорт әҙәби теленә нигеҙ һалынған көндәрҙән килгән бәхәсле ҡарашҡа асыҡлыҡ индерҙе. Был Башҡортостан Башлығының ошо мәсьәләгә ҡарата үҙ ҡарашы булыуын да аңлата ине. Республиканың йөҙөн билдәләүсе төп компонентҡа – уның дәүләт телдәренең береһе башҡорт теленә – шундай асыҡ мөнәсәбәт телдең үҙенә генә ҡайтып ҡалмайынса, тотош милләттең бер бөтөн этнос сифатында күҙалланыуы ла ине. Шул йәһәттән төньяҡ-көнбайыш диалек­тының башҡорт теленең үҙаллы диалекты итеп танылыуы тарихҡа инеп ҡалыр ваҡиға булды. Шуға күрә, Рөстәм Хәмитов бөтә һөйләштәрҙе бер бөтөн башҡорт теле итеп таныған иң тәүге республика Башлығы ул, тип раҫлау хаҡ булыр.
Ә иһә башҡорт теле һөйләштәренең бер бөтөнлөгөнөң этник асылынан дәүләт кимәлендә мәхрүм ителеүе уҙған быуаттың 60-сы йылдарына ҡарай. Был күренекле тел ғалимы Таһир Байышевтың Мәскәүгә яҙған хатына яуап рәүешендә шулай эшләнә. Ул уны “башҡорт теленең айырым диалектында һөйләшеүсе” төньяҡ-көнбайыш башҡорт­тары теленең башҡорт теле булыуын танытыуҙа ярҙам алыу ниәтенән яҙған була. Үкенескә ҡаршы, уның хаты республикала иң юғары инстанция – партия өлкә комитеты бюроһында тикшерелеүенә ҡарамаҫтан, яҡлау таба алмай. Киреһенсә, башҡорт телендә өсөнсө диалект – төньяҡ-көнбайыш диалекты – булыуға нөктә ҡуйыла, хәҙерге башҡорт әҙәби теле элеккесә ике диалект – көньяҡ һәм көнсығыш диалекттары сиктәрендә тороп ҡала. Ә хат авторы үҙ фәне өлкәһендә генә түгел, республика йәмәғәтселеге алдында оҙаҡ йылдарға күҙ уңынан төшөп, ҡыҫырыҡланыуға дусар ителә. Әҙәби тел иһә Мәскәүгә киткән яуап рухында тел ғилеме тарафынан концептуаль характерҙа нигеҙләнеүен таба, фән юғарылығынан нығытылып ҡуйыла.
Хәҙерге башҡорт әҙәби теле, билдәле булыуынса, үҙенең башын уҙған быуаттың 20-се йылдарынан ала. Милләтебеҙҙең туған телендәге уҡыу-яҙыуына күсеүе – үҙе бер тарих. Башҡорт халҡы, бүтән төрки халыҡтар кеүек үк, уларҙың барыһы өсөн дә уртаҡ булған ғәрәп, фарсы, сығатай төрки әҙәби телдәрен үҙ күреп, күп быуаттар ҡулланып килде. Хәҙерге башҡорт әҙәби теле – башҡорттарҙың совет осоро тарихының емеше. Ул үҙенең бөгөнгө ҡаҙаныштары менән, һис шикһеҙ, шул дәүергә бурыслы. Шул уҡ ваҡытта быуаттар төпкөлөнән килгән башҡорт теленең киләсәгенә бәйле күптәрҙе борсоған мәсьәләләр ҙә үҙенең башын шул көндәрҙән ала. Быға хәҙерге башҡорт әҙәби теленә нигеҙ һалынған саҡта уға ғилми күҙлектән яҡын килеү урынына субъектив ҡараштың өҫтөнлөк алыуы сәбәпсе булды.
Билдәле булыуынса, башҡорт теле тарихында уның үҙ әҙәби телен булдырыу мәсьәләһе тәү тапҡыр 1921 йылдың 9 апрелендә Башҡортостан Халыҡ Мәғариф Комиссариаты эргәһендәге әҙәбиәт бүлексәһе ултырышында ҡарала. Унда Бәләкәй Башҡортостан сиктәрендәге Тамъян-Ҡатай һөйләшенән бүтән бөтә һөйләштәр башҡорт теленең этник йөҙөн юғалтҡан, йәғни татарлашҡан тип һаналып, әҙәби телдән ситләштерелә һәм Тамъян-Ҡатай шиүәһе әҙәби тел итеп алына.
Шулай ҙа башҡорт теленең әҙәби теле мәсьәләһенең рәсми рәүештә дәүләт күҙлегенән ҡаралыуы 1923 йылдың 12 декабрендә республикала иң юғары инстанция – партия өлкә комитетында уҙғарылған кәңәшмәлә була. Унда тәүге һүҙ әйтеүсе булараҡ Башҡортостан Үҙәк Башҡарма Комитеты президиумы рәйесе Х. Ҡушаев башҡорт теленең Ҡыуаҡан һөйләшен әҙәби тел итеп алынырға тейешлеген нигеҙләй. Ә инде 17 декабрҙә ғилми ойошма булараҡ Академүҙәк Ҡыуаҡан һөйләшен “төп башҡорт теле” тиеп ҡабул итеү хаҡында ҡарар сығара һәм уны әҙәби тел сифатында көсөнә индерә. Ошолай был һөйләштең бөгөн дә әҙәби телгә бәйле йәшәп килгән фекер айырымлығының уртаһында тороуы шул көндәрҙән үҙенең башын ала. Ә ошо ҡарар 1927 йылдың аҙағында уҙғарылған I Бөтә Башҡортостан яңы әлифба конферен­цияһы исеменән тамам нығытылып ҡуйыла. Был турала “Ҡыуаҡан шиүәһе дөйөм (бөтә – З.Н.) башҡорттарҙың әҙәби теле булып (итеп – З.Н.) күпселек менән ҡабул ителде” тип әйтелә “Белем” журналында (1927 йыл, 11-12-се һандар).
Үҙ ваҡытында 1917–1919 йылдарҙа автономия өсөн барған башҡорт милли хәрәкәтенең башында торған күренекле шәхестәрҙең береһе С. Мирас был ҡарар хаҡында: “Беҙҙең ҡыуаҡансы иптәштәр... бөтәһе лә яңы әлифба комитеты тирәһенә уҡмашып... тел-имлә конферен­цияһында... Ҡыуаҡан шиүәһен генә асәс (нигеҙ – З.Н.) итеп алыу тураһында доклад һөйләнеләр”, тип яҙҙы һәм әҙәби телдең киләсәген күҙ алдында тотоп: “Ҡыуаҡан һөйләшендә бөгөлөштәр бик ҡатлаулы, һәр береһе дүрт ҡатлы, уны дөрөҫ әйтеү, дөрөҫ яҙыу өсөн “фәлән хәрефтәрҙән һуң “тар”, “тәр” килә, “дар”, “дәр”, “ҙар”, “ҙәр” килә, “лар”, “ләр” килә” тип бер таблица төҙөп, шуны кеҫәңдә йөрөтөү кәрәк. Шунһыҙ дөрөҫ әйтеп, дөрөҫ яҙып булмай. Дүрт бөгөлөштөң дүртеһенә дүрт таблица кәрәк”, – тип раҫланы (“Белем” журналы, 1927 йыл, 11-12-се һандар).
Әйтергә кәрәк, был Ҡыуаҡан һөйләшенең әҙәби тел сифатында икенсе тапҡыр инде шундай юғары кимәлдә хәл ителеүе ине. Ике осраҡта ла ул Башҡортостан Үҙәк Башҡарма Комитеты президиумы рәйесе Х. Ҡушаев исеменә барып төртөлә. Сөнки конференция республикалағы иң юғары орган ҡарамағында булдырылған Яңы әлифба комитеты тарафынан үткәрелеп, уға етәкселек итеү президиум рәйесенә йөкмәтелгәйне. Шуға күрә конференцияла Ҡыуаҡан һөйләшенең ҡалҡып сығыуы һәм әҙәби телгә бәйле шундай ҡарар ҡабул ителеүе бер ҙә ғәжәп түгел. Ғәмәлдә иһә Х. Ҡушаев икенсе тапҡыр инде, үҙ вази­фаһына таянып, әҙәби тел мәсьәләһенең ошолай хәл ителеүенә өлгәшә ине. Ике осраҡта ла уға уны аҙағынаса алып барып еткерергә тура килмәй. Тәүгеһендә быға хөкүмәт кимәлендә ҡабул ителгән “Башҡорттарҙың әҙәби теле тураһында”ғы ҡарар аяҡ салһа, әле килеп партия өлкә комитеты бюроһының конференция йомғаҡтары буйынса ҡарары туҡтатып ҡала. Унда һүҙмә-һүҙ: “Вопросы наречий башкирского языка (Кувакан или Юрматы) продолжать изучать и считать возможным открыть дискуссию по этому вопросу в печати”, – тиелә.
Тәүге осраҡта ла әҙәби тел тураһындағы ҡарарҙың донъяға сығыуы шул уҡ Ҡыуаҡан һөйләшенә бәйле булды, тип әйтеү ҙә хаҡ булыр. Был тарихи документта күпселек һөйләшкән телдең Юрматы башҡорттары һөйләшенә яҡын булыуы билдәләнеп, бары Арғаяш, Тамъян-Ҡатай һәм Йылайыр кантонының бер өлөшөндә йәшәгәндәрҙең генә ҡыуаҡанса һөйләшеүе әйтелә. Шунан сығып Юрматы һөйләшенең әҙәби телгә нигеҙ итеп алыныуы күрһәтелә. Ғәмәлдә иһә был Академүҙәктең Ҡыуаҡан һөйләшен “төп башҡорт теле” сифатында раҫлап, әҙәби тел итеп алыныуы хаҡындағы ҡарарының юҡҡа сығарылыуы була.
Әле һүҙ барған “Башҡорттарҙың әҙәби теле тураһында”ғы ҡарарҙың 1924 йылдың 20 февралендә матбуғатта күренеүен күҙ уңында тотҡанда, уның йөкмәткеһенең “Башҡортостан хәбәрләре” гәзитендә шунан алда ғына – 8 февралдә баҫылып сыҡҡан “Нисек яҙырға?” исемле мәҡәлә менән ауаздаш булыуын күрмәү мөмкин түгел. Уның авторы Ш. Хоҙайбирҙин була. Шулай итеп, хәҙерге башҡорт әҙәби теле үҙенең ҡулланыуҙа еңел һәм уңайлы булыуы менән Ш. Хоҙайбирҙингә бурыслы. Был әҙәби телебеҙҙең Юрматы һөйләшенә яҡын һөйләштәргә йөҙ менән боролоуы ла булды.
“Хәҙерге көндә ғилми ойошма (тарихи яғын тикшергәнме, юҡмы) ысын башҡорт теле тип, үҙләренең тормошлары менән ныҡ связан булған ҡырғыҙларға (ҡаҙаҡтарға – З.Н.) күрше тау башҡортларының телен тормошҡа үткәҙергә тырышып ята”, – тип яҙҙы Ш. Хоҙайбирҙин үҙенең мәҡәләһендә. Аңлашылыуынса, бында ғилми ойошма булараҡ, Академүҙәк күҙ уңында тотолһа, тау башҡорттары теле Ҡыуаҡан һөйләшенә ҡайтып ҡала. Ошо урында күренекле тел ғалимы Ж. Кейекбаевтың ярты быуаттан һуң: “Ҡатай башҡорт­тары диалектында V—VIII быуат­тарҙағы Орхон-Йәнәсәй ҡомартҡылары теленең үҙенсәлектәре, атап әйткәндә, ЛТ, МТ, НТ, МК, НК кеүек диссимилятив конструкциялар һаҡланып ҡалған, хәҙер улар төрки телдәренең береһендә лә осрамай”, – тип раҫлауы (“Ағиҙел”, 1988, 8-се һан) Тамъян-Ҡатай һөйләшенең бөгөнгө әҙәби телдән ни ҡәҙәре йыраҡ торғанлығы менән бер ваҡытта “Нисек яҙырға?” мәҡәләһе авторының да шул ҡәҙәре тел мәсьәләһендә һиҙгерлеге хаҡында һөйләй булырға тейештер. Шәһит Хоҙайбирҙин шуның өҫтөнә мәҡәләһенең Ҡыпсаҡ, Юрматы башҡортлары теле менән яҙылыуын һәм уның шул көйө үҙгәртмәй баҫылыуын үтенә. Ул Академүҙәктең “төп башҡорт теле” хаҡындағы тезисын “көсләп тормошҡа үткәҙеү, дөрөҫ түгел” тип күрһәтеп, “Ҡыпсаҡ, Юрматы, Ялан, Үҫәргән һәм Һамар, Пермь башҡортлары һөйләшкән телде... тормошҡа үткәҙергә тейешбеҙ”, тип яҙҙы. Ошо фекере уның “Башҡорт­тарҙың әҙәби теле тураһында”ғы ҡарарҙа үҙенең нигеҙләнеүен таба. Ғәмәлдә иһә был Ҡыуаҡан һөйләшенең әҙәби тел итеп танылыуына нөктә ҡуйылыу булды.
Әммә алда әйтелгәнсә, бер нисә йылдан I Бөтә Башҡортостан яңы әлифба конфе­рен­цияһында был мәсьәлә йәнә ҡалҡып сыға, Ҡыуаҡан шиүәһе яңынан башҡорттарҙың әҙәби теле итеп ҡабул ителә. Сөнки Академүҙәк, әҙәби тел тураһындағы хөкүмәт кимәлендәге ҡарарға ярашлы, Юрматы һөйләшен әҙәби тел итеп танырға мәжбүр булһа ла, 1924 йылдың 2 мартында ошо мәсьәлә ҡаралған махсус ултырышында әҙәби тел нормаһында Ҡыуаҡан һөйләшенән килгән күпселек ялғауҙарҙы һаҡлап алып ҡала.
Шулай итеп, әҙәби тел мәсьәләһендә өр-яңы хәл килеп тыуа. Был үҙ ваҡытында әйтеп йөрөтөлгәнсә, “Юрматыға Ҡыуаҡан ҡойроғо ҡушып яһалған” хәҙерге башҡорт әҙәби теленең яҡты донъяға сығыуы була. Бөгөн әҙәби телебеҙ күп йәһәттән уҡып-яҙыуға уңайлы һәм еңел булыуы менән Ш. Хоҙайбирҙин исеменә бурыслы булһа, уның башҡорт телен өйрәнеүсе ситтәргә генә түгел, хатта үҙ туған теле булған башҡорттарҙың күпселегенә уҡып-яҙыуҙа ҡыйынлыҡтар тыуҙырғаны өсөн заман Академүҙәккә дәғүә ҡуйырға хаҡлы. Сөнки ике аралағы бәхәстең асылы ғәмәлдә әҙәби телдең үҙе хаҡында ғына түгел, шул уҡыу-яҙыу телен тотош милләткә нисек бер дәрәжәлә хеҙмәт иттереүгә, уның һәр һөйләш тарафынан үҙ күреп ҡабул итеүенә өлгәшеүгә ҡайтып ҡала ине. Ә Ҡыуаҡан һөйләше артында тороусылар иһә бары телдең үҙен генә күрҙе, халыҡты әҙәби телгә яраҡлаштырырға теләне, шуның менән асылда милләтте бүлгеләү юлынан китте.
Ошо урында күп һөйләшле башҡорт теленең әҙәби телгә мөнәсәбәтендә күп быуатлыҡ тәжрибәһе бар икәнлеген дә иҫкә төшөрөп үтеү артыҡ булмаҫтыр. Сөнки ғәрәп, фарсы, сығатай төрки әҙәби телдәре ҡулланылған оҙайлы дәүерҙә башҡорт теле һөйләштәренең һәр ҡайһыһы үҙе булып ҡалды, асылын юғалтманы, бүтән һөйләштәр менән үҙ телендә аралашты. Шулай уҡ уларҙың һәр береһе үҙе уҡып-яҙған телдең йоғонтоһон бер үк дәрәжәлә кисерҙе, бер үк дәрәжәлә шул телдәр иҫәбенә байыны, был үҙ нәүбәтендә улар араһындағы яҡынлыҡты тағы ла көсәйтә төштө. Башҡорт теленең өс диалекты, бигерәк тә көньяҡ һәм төньяҡ-көнбайыш диалекттары араһындағы күп уртаҡ яҡтар шуның менән аңлатыла булырға тейештер.
Шуға күрә ошо күҙлектән хәҙерге башҡорт әҙәби теленең ике – көньяҡ һәм көнсығыш диалекттарына ғына нигеҙләнгән булыуы күп һөйләшле башҡорт теленең борон-борондан килгән берлегенә тарҡаулыҡ индереп кенә ҡалмай, тотош бер диалектты үҙ этносынан ситләштерә, уны танымай ине. Шул сәбәпле төньяҡ-көнбайыш диалектының танылыуы ошо этностың үҙенең дә бер бөтөнлөгөн аңлап, уны нығытыу юлында яһалған етди аҙым булды. Хәҙерге башҡорт әҙәби теле үҙенең бер быуатҡа тиң тарихында тотош этнос мәнфәғәтендә хәл ителеүенә ошолай оҙон һәм һикәлтәле юл үтеп килде. Ошо юлда төньяҡ-көнбайыш диалектының әҙәби телдә үҙ урынын алыуы мөһим әһәмиәткә эйә, ул башҡорт һөйләштәренең боронғо аралашыу сиктәрен тергеҙеү менән бергә милли үҙ-аңды яңыртыуға, унда бер ишлек (идентичность) тойғоһон көсәйтеүгә, этник туплағанлыҡты нығытыуға эске импульс биреүгә тиң булды.
Ә инде I Бөтә Башҡортостан яңы әлифба конференцияһына әйләнеп ҡайтып, һүҙҙе дауам иткәндә, ул, Академүҙәктең 1924 йылдың 2 март ултырышы ҡарарына таянып, шул саҡ әҙәби телдә һаҡлап алып ҡалынған күплек аффикстарына нигеҙләнеп, Ҡыуаҡан шиүәһен ҡайтанан әҙәби тел итеп аяҡҡа баҫтыра ине. Әйтелгәнсә, уға тәүгеһендә үҙ көсөнә инеүгә әҙәби тел тураһындағы хөкүмәт кимәлендә ҡабул ителгән ҡарар ҡамасаулаһа, әле икенсе тапҡыр уны партия өлкә комитеты иртәгәһе көнгә ҡалдырып туҡтатып ҡуя, әммә уның Ҡыуаҡан һәм Юрматы һөйләштәренә бәйле матбуғатта дискуссия асыу хаҡындағы ҡарары ҡағыҙҙа ғына ҡала. Артабан республикала яңы төрки алфавитына күсеү хәрәкәтенең көсәйеп китеүе Ҡыуаҡан һөйләше яҡлылар файҙаһына булды, тип уйларға кәрәк. Әҙәби тел ҡағиҙәләрендә был һөйләштең үҙ урынын нығытыуы уны бүтән һөйләштәргә тиңләй, улар менән бер итә ине. Ғәмәлдә шулай булып сыҡты ла: Ҡыуаҡан һөйләше “Башҡорттарҙың әҙәби теле тураһында”ғы ҡарарҙы аша атлап үтеп, әҙәби телдә Юрматы һөйләше менән бер дәрәжәлә үҙ урынын алды, айырылғыһыҙ компоненты итеп танылды. Х. Ҡушаев бер көн килеп Мәскәүгә эшкә күсерелһә лә, әҙәби тел ул киткәнсә быуынын нығытып өлгөргәйне инде.
Әйтергә кәрәк, шулай ҙа әҙәби телде төньяҡ-көнбайыш һөйләштәренә яҡынай­тыуҙа етди аҙым яһалғайны инде, уның нигеҙендә Юрматы һөйләшенән килгән тел нормаһының ятыуы был йәһәттән мөһим әһәмиәткә эйә ине. Әммә бары Ҡыуаҡан һөйләшенән килгән күплек аффикстары ғына был юлда кәртә булып торҙо. Шул уҡ ваҡытта Ҡыуаҡан һөйләшенең, нигеҙҙә, Юрматы һөйләшенең тел үҙенсәлектәрен ҡабул итергә мәжбүр булыуы әҙәби телдә көньяҡ һәм төньяҡ-көнбайыш диалекттарының үҙ-ара яҡынайыуының төп факторы булды. Был йәһәттән ғәмәлдә иһә өс диалекттың да – көньяҡ һәм төньяҡ-көнбайыш диалекттары менән бер дәрәжәлә көнсығыш диалектының да – бер үк уҡыу-яҙыу теленә күсеү мөмкинлеге тыуа ине. Бөгөн инде Ҡыуаҡан һөйләше башҡорттарының Юрматы һөйләшенә хас телдә – эштә түгел, эшлә; ташта түгел, ташла, йоҡтаным түгел, йоҡланым; урмандыҡ түгел, урманлыҡ; утындыҡ түгел, утынлыҡ; баштыҡ түгел, башлыҡ; ҡарттыҡ түгел, ҡартлыҡ; һөйҙәнек түгел, һөйләнек һ.б. тип уҡып-яҙыуы берәүҙә лә һорау тыуҙырмай. Ошолай ике диалекттың да – көньяҡ һәм көнсығыш диалекттарының әҙәби телдә бер грамматик күренеш рәүешендә (айырым алғанда, исем, сифат, бойороҡ, хәбәр ҡылымдар һ.б.) йөрөтөлөүенең шулай булырға тейеш, хатта шулай булған тип ҡабул ителеүе һис тә ғәжәп түгел ине.
Ләкин әҙәби тел нормаһының көньяҡ диалектынан килгән бындай үҙенсәлеген көнсығыш диалектының, күптән инде үҙе өсөн тел нормаһы итеп ҡабул итеүенә ҡарамаҫтан, көньяҡ диалектының үҙе өсөн әҙәби телдең һаман да үҙ булып китә алмауы хәҙерге әҙәби телебеҙҙең торошон билдәләй. Ғәмәлдә ул Ҡыуаҡан һөйләшенән килгән күплек аффикстарына ҡайтып ҡала ла. Ә бының өсөн иһә көнсығыш диалектына уҙған быуаттың 20-се йылдарындағы кеүек көньяҡ диалектына табан йәнә бер аҙым ғына яһау, йәғни уның тәбиғәтенә хас күплек ялғауҙарының Ш. Хоҙайбирҙин әйткән “лар”, “ләр” рәүешендә йөрөтөлөүенә күсеү ҙә етә ине.
1924 йыл аҙаҡтарында Академүҙәк тарафынан әҙерләп сығарылған “Башҡортса яҙыу ҡоралы” исемле ҡулланмаға бәйле килеп тыуған ҡырҡыу хәл дә асылда шуға ҡайтып ҡалды. Быға Д. Юлтыйҙың китапҡа үҙгәрештәр индереү талабын күтәреп сығыуы сәбәпсе булды. Ул унда әҙәби телдең хөкүмәт ҡарарына ярашлы тулыһынса Юрматы һөйләшенә нигеҙләнгән булырға тейешлеген һәм шунан сығып күплек ялғауҙарының “лар”, “ләр” рәүешендә генә алыу кәрәклеген ҡуя ине. Ләкин Д. Юлтыйҙың был талабы Академүҙәктә яҡлау таба алмай, һәм шуның менән Ҡыуаҡан һөйләшенән килгән күплек аффикстары әҙәби телдә йәнә бер тапҡыр нығытып ҡуйыла.
Әлбиттә, әҙәби телгә Ҡыуаҡан һөйләшенән килгән ҡараштың тел белеменең торошона ғына бәйле булмауы аңлашыла, һис шикһеҙ. Ул күп йәһәттән субъектив факторға ла бәйле ине. Был үҙ нәүбәтендә башҡорт теленең үткәне менән бөгөнгөһөн бер бөтөн итеп күҙаллай алмауға ҡайтып ҡалды. Әле күренекле мәғрифәтсе М. Өмөтбаевтың уҙған быуат аҙаҡтарында башҡорт теле хаҡындағы һүҙҙәре ҡыуаҡансыларға ҡарата алдан күреп әйтелгәндәй ҙә була. Ул: “Боронғо башҡорт һүҙҙәрен ҡушып һөйләшһәң, татар кешеһе һине саҡ-саҡ аңлай. Был инде үҙе генә лә борондан башҡорт теле күрше татар теленән шаҡтай ныҡ айырылып торған тигән һығымтаға килергә хоҡуҡ бирә”, тип яҙған.
Ә инде М. Өмөтбаевтың: “Башҡорттар Ырымбур крайының дөйөм ҡулланыла торған һөйләшендә (башҡорт телендә – З.Н.) яҙалар, әммә ул ҡайһы берәүҙәр уйлағанса “Ҡазанса түгел” тигән һүҙҙәре уны туранан-тура ҡыуаҡансылар менән бәхәскә алып ингәндәй була. Ғалим үҙ фекерендә ныҡ тора, икенсе бер урында ул: “Мин үҙем, борондан килгән төп башҡорттарҙың теле Урта Азияла өҫтөнлөк иткән һәм төрки ырыуы ҡәбиләләренән булған яулап алыу­сыларҙың бөтәһе лә һөйләшкән сығатай теленә бик оҡшаш, тип һәр саҡ әйтә килдем һәм хәҙер ҙә әйтәм”, тип яҙа. М.Өмөтбаев, “башҡорт теле элек тә, хәҙер ҙә төрки ҡатышмаһынан тора” тип раҫлап, “күп һүҙҙәр Урта Азия халыҡтарынан, атап әйткәндә, сығатайсыларҙан үҙләш­терелгән. Шуға ла һөйләшеүҙә күберәген үҙгәртелгән ғәрәп һәм фарсы һүҙҙәре ҡулланыла” тип күрһәтә.
Оло ғалим ошолай башҡорт теленең сығатайсыларҙан үҙләштерелгән һүҙҙәр иҫәбенә лексик йәһәттән байыуы менән бер рәттән фонетика һәм морфология өлкәһендә лә бының йоғонтоһон кисереүен күҙ уңында тота. Был шундай уҡ дәрәжәлә башҡорт теле кеүек сығатай әҙәби телен оҙаҡ дәүерҙәр ҡулланып килгән татар теленә лә ҡайтып ҡала. Ғәмәлдә иһә ҡыуаҡансыларҙың башҡорт теленең татарлашыуы хаҡындағы дәғүәһе ошо тәбиғи процестан килеп сыға ла. Улар ошолай ике телдең дә бер үк дәрәжәлә “сығатайлашыуын” күҙгә элмәй, уны татар теле итеп кенә күҙаллап, башҡорт телен татарлашыуҙа ғәйепләп, уның әҙәби телен Ҡыуаҡан шиүәһендә генә күрҙеләр. Шулай итеп, М. Өмөтбаевтың башҡорт теленең “төрки ҡатышмаһынан тороуы”, күп һүҙҙәрҙең “сығатайсыларҙан үҙләштерел­гән”леге хаҡында, ғөмүмән, “сығатай­лашыуы” хаҡында әйткәндәре үҙе хаҡында ғәҙел һүҙ ишетеүҙе бөгөнгә ҡәҙәр көтөп ҡалды.
Башҡорт халҡының шундай уҡ икенсе бер күренекле шәхесе Р. Фәхретдиновтың башҡорт теленә бәйле “Аҫар” китабына яҙып ҡалдырғандары ла был йәһәттән бик фәһемле. Ул иң элек Аҡмулла исеменә ҡайтып ҡала. Билдәле булыуынса, шағир Өфөгә килгәнендә башҡорттарҙың рухи-мәҙәни тормошонда тәрән эҙ ҡалдырған өс күренекле шәхес осраша. Улар – Ризаитдин Фәхретдинов, Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев һәм Мифтахетдин Аҡмулла. Ошо осрашыу тураһында уларҙың тәүгеһе китабында Аҡмулла хаҡында: “Шул хәтеремдә ҡалған. Үҙе ҡаҙаҡлашҡан булһа ла, һүҙендә ҡаҙаҡлашмай Бөрйән һәм Үҫәргән башҡортларынан айырыл­ғыһыҙ һөйләшер ине”, тип яҙа.
Аңлашылыуынса, 20-се йылдарҙағы тел хаҡындағы фекер ҡеүәһе Р. Фәхретдинов әйткән Үҫәргән һәм Бөрйән һөйләштәре араһында элек-электән килгән шул саҡтағы үҙ-ара яҡынлыҡты күреп еткерә алманы. Һөҙөмтәлә һуңғыһы ҡыуаҡансылар менән юрматысылар тарафынан атап ҡына телгә алыныуҙан ситтә ҡалды. Ғәмәлдә иһә Р. Фәхрет­диновтың Үҫәргән башҡорттары һөйләшенең Бөрйән башҡорттары һөйләшенән айырылғыһыҙ икәнлеген раҫлауы беҙҙе хөкүмәт ҡарарына ярашлы әҙәби телгә нигеҙ итеп алынған Юрматы һөйләшенә алып килеп сығара. Был бөрйәндәр һөйләшенең үҫәргәндәр һөйләшенә оҡшашлығы аша һуңғыһының юрматылар теленә шундай уҡ оҡшашлығында Бөрйән һәм Юрматы һөйләштәренең Үҫәргән һөйләше менән бер рәттән башҡорт теленең көньяҡ диалектына ҡарауына дәлил була ала. Бөрйән һөйләше иһә — “Урал батыр” эпосын әйтеп ҡалдырған Ғәбит сәсәндең теле. Уны үҙ ваҡытында киләсәктә Башҡорт АССР-ының халыҡ сәсәне булып таныласаҡ Мөхәмәтша Буранғолов Ғәбит сәсән Арғынбаевтан ул Һаҡмарҙа һыулаған Баймаҡ бөрйәндәре тупрағында йәшәгән дәүерендә яҙып алған. Ә “Урал батыр” эпосының туранан-тура бөрйәндәргә бәйле булыуы иһә Ғәбит сәсәндең, күренекле фольклорсы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Әхмәт Сөләймәнов раҫлағанса, сығышы менән хәҙерге Бөрйән районының Янһары ауылынан булыуынан килә. Шуға күрә лә ғалим эпосҡа арналған йәш сәсәндәр конкурсын киләсәктә лә ошо тупраҡта үткәреүҙе хуп күреүе менән хаҡлылыр. Ни тиһәң дә, ул әйткәнсә, Бөрйән — эпос­тар төйәге ул. Быйыл йәмле йәй көндәрендә ошо төбәктең Күҙәмбай яланында уҙған 18-се “Урал батыр” эпосын яттан һөйләүсе йәш сәсәндәр конкурсының үткәрелеүе шул хаҡта һөйләй. Ул Ғәбит сәсән һымаҡ аҡһаҡалдарҙан килгән сәсәнлек традицияһының йәш быуынға күсә килеүе һәм шуның менән уның үлемһеҙлеген тағы бер тапҡыр раҫлауы ла ине.
Ошо урында башҡорт теленең үткәне менән бөгөнгөһөн бер бөтөн итеп күҙаллаған “Был телдә бик күп әҫәрҙәр яҙылған, философик трактаттар бар. “Урал батыр” эпосының ижад ителеүе үҙе ни тора!” тигән фраза йәнә хәтергә килә. Шуның өҫтөндә ошоға ҡәҙәр Башҡортостан башында торған берәүҙең дә эпосты ошолай ҙурлап ҡына түгел, ғөмүмән, телгә алғаны булмауы хаҡында үҙеңә асыш яһағандай ҙа булаһың. Бөгөн килеп, уның шундай юғарылыҡта танылыу табыуы беҙҙе ирекһеҙҙән Р. Фәхретдиновтың Аҡмулланың теле тураһындағы һүҙҙәренә алып ҡайтҡандай була, сөнки хәҙер инде эпосты әйтеп ҡалдырған Ғәбит сәсәндең Бөрйән башҡорто булыуы әҫәрҙең теле хаҡында шик ҡалдырмай. Ул, Аҡмулланан килгән һөйләш теле булараҡ, сәсән телендә үҙенең йөҙөн тапҡан. Шулай әҫәрҙең үлемһеҙлеге уны ижад иткән телдең үлемһеҙлегенә әүерелә, һәм шуның менән башҡорт теле бер көн килеп донъя мәҙәниәте күгендә балҡыр ҡомартҡы булған телдәрҙең береһе итеп таныла. Ғәмәлдә башҡорт әҙәби теле ошо үлемһеҙ әҫәрҙән килгән Р. Фәхретдинов әйткән Бөрйән башҡорттары теленең вариҫы булып тора ла. Үҙ ваҡытында уның ошо хоҡуғынан мәхрүм ителеп, ситләтелеүгә дусар булыуын, бәлки, бөгөн шул дәүер “сиренә” ҡайтарып ҡуйыу ҙа хаҡ булыр. Әммә был “Урал батыр” эпосын Ғәбит сәсән аша беҙгә килтереп еткергән телдең — Аҡмулланың теле булған Бөрйән һәм Үҫәргән башҡорттары һөйләшенең һаман да әҙәби телдә үҙ булып китә алмауы менән килешеп йәшәүгә тиң булыр ине. Ә иһә көньяҡ диалектына ҡараған һөйләштәр бөгөн дә үҙҙәренең үлемһеҙ әҫәрҙән килгән теленең тулыһынса тергеҙелеүенә өмөт итеүҙән туҡтамай. Шуның менән төньяҡ-көнбайыш һөй­ләштәренең дә әҙәби телдең айырыл­ғыһыҙ компонентына әүерелеүенә юл асыла икәнлегенә ныҡлы ышана.
Әлбиттә, үҙ ваҡытында Д. Юлтый яҙғанса, “ларсылар” менән “тарсылар” араһында “тартыш” барғанда, Ҡыуаҡан шиүәһе Юрматы, Үҫәргән, Бөрйән кеүек һөйләштәрҙән өҫтөн ҡуйылғанда әҙәби телдең бөгөнгөһөн күҙ алдына килтереү еңел генә түгел, мөмкин дә булмағандыр. Ә инде уны “Урал батыр” эпосына бәйле күҙаллау башҡорт теленең ХХI быуатҡа ҡарар тарихының яҡты биттәренең береһе итеп һаналырға хаҡлылыр. Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитовтың республиканың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай трибунаһы юғарылығынан үҙенең Мөрәжәғәтнамәһен ошо үлемһеҙ ҡомартҡының берҙәмлеккә саҡырыу ораны менән тамамлауы тотош башҡорт әҙәбиәте тарихы өсөн үҙ заманы юғарылығындағы яңы һүҙ булды. Ә инде төньяҡ-көнбайыш башҡорттары һөйләшенең көньяҡ һәм көнсығыш диалекттары менән бер дәрәжәләге диалект итеп ул ҡасандыр кире ҡағылған кимәлдә танылыуына бәйле “Урал батыр” эпосы ижад ителгән тел башҡорт теленең төп арбитры сифатында тотош этносты берләштереүҙә, уның бер бөтөнлөгөн һаҡлауҙа һәм шуға хеҙмәт итеүҙә уның төп гаранты булып тора һәм шулай булып ҡаласаҡ. Донъя мәҙәниәте лә был телде ошо үлемһеҙ ҡомартҡыны тыуҙырған тел итеп белә һәм шул тел итеп ҡабул итә, шул тел итеп өйрәнә.
Шуға күрә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитовтың тәүге интервьюларының береһендә туған телде тыуған ергә тиңләп, Башҡортостан башҡорт ере тип тәржемә ителә икәнлеген иҫтә тоторға кәрәк, тигән һүҙҙәре бөгөн Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуына 100 йыл тулыуҙы билдәләү тураһындағы Указына ауаздаш булыуы менән тәрән мәғәнәгә эйә. Был, һис шикһеҙ, күп милләтле республиканың ХХI быуат тарихында үҙенә айырым урын алып торор ғәйәт мөһим ваҡиға. Ул шул ерҙең бөгөнгөһө өсөн күңелдә ғорурлыҡ тойғоһо уятып ҡына ҡалмай, уның киләсәге өсөн дә ышанысты арттыра, “Урал батыр” эпосын ижад иткән телдең шул ерҙә рус теле менән бер дәрәжәләге дәүләт теле булараҡ, уның кеүек үк тотош милләткә бер үк дәрәжәлә хеҙмәт итеүенең иртәгәһе көнөн нығыта, килер быуындар ҡулына тапшыра.

Зиннур НУРҒӘЛИН,
БФА-ның почетлы академигы, филология фәндәре докторы, тарих фәндәре кандидаты, БАССР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре.



Вернуться назад