Рәми Ғарипов — өлкән быуындың да, йәштәрҙең дә яратҡан шағиры. Миңә лә уның һәр әҫәре ҡәҙерле, кәрәк саҡта — йыуатыусы, рухландырыусы, ҡанат ҡуйыусы.
Быйыл Рәми Ғариповтың тыуыуына — 80 йыл. Юбилейға арнап, урындарҙа төрлө сара үтә, улар йыл дауамында ла барасаҡ. Шулай ҙа мине иң һөйөндөргәне Өфөләге “Спорт” туҡталышының башында ҙур плакатта әҙиптең “Туған тел” шиғырынан өҙөк яҙылыуы булды. Шатлыҡ булмайса: башҡорт шағирының һүҙҙәре баш ҡаланың төрлө милләт вәкилдәренән йыйылған халҡына оран кеүек тора бит! Һәр кемде туған телен яратырға, яҡларға, һаҡларға саҡыра! Шул уҡ ваҡытта башҡорт милләтенең баһаһын да күтәрә кеүек.
Әммә ҡыуанысым оҙаҡҡа барманы — йыл башында ҡуйылған һүҙҙәр мартҡа ҡарай юҡ булды. Бәлки, бындай плакат Өфөнөң башҡа урынында ла барҙыр. Шулай ҙа уның “Спорт” туҡталышынан — баш ҡаланың үҙәгенән — алып ташлауҙарын һаман да кисерә алмайым. Йөрәгемде йолҡоп алдылар кеүек. Бөйөк шағирыбыҙҙың ораны һис юғында йыл аҙағынаса урамды биҙәп торһон ине лә бит...
Ф. ЮНЫСОВА.
Өфө ҡалаһы.