Ҡырмыҫҡалы районынан Фидат Юнысовтың “Бәрәңге”не ҡайтарырға ине” тигән мәҡәләһе (“Башҡортостан”, 2012 йыл, №34) йәш ваҡыттағы ҡайһы бер хәтирәләрҙе иҫкә төшөрөп ҡуйҙы.
Студент саҡта уйламаған темаға йыш фәлсәфә ҡора торғайныҡ. Бер заман, кемдең теле байыраҡ, тип бәхәсләшеп киттек. Зыҡ ҡубабыҙ. Шунда беҙҙең аранан берәү урыҫ егеттәренән:
— Бына һеҙ ҡыҙҙарға мөхәббәтегеҙҙе нисә һүҙ менән аңлата алаһығыҙ? — тип һораны.
— Ну... люблю...
— Шулай шул. Ә бына беҙ был изге хисте өс һүҙ менән аңлата алабыҙ: яратам, һөйәм, мөхәббәтем, — тип иптәшебеҙ урыҫтарҙың ауыҙын япҡайны.
Фидат Юнысовтың “картуф” һүҙе республикабыҙҙың көньяғында урынлашҡан бер нисә районда ғына таралған” тигән фекере менән килешә алмайым. Хәйбулла, Йылайыр, Әбйәлил, Белорет, Ейәнсура, Күгәрсен, Силәбе өлкәһенең Ҡыҙыл, Агапов, Ырымбурҙың Яңы Орск, Ҡыуандыҡ, Һары райондары башҡорттары икенсе икмәген “картуф” тип йөрөтә. Учалыла ла һәммә кеше “бәрәңге” тип һөйләшмәй. Һанап үтелгән урындарҙа ғүмер итеүсе халыҡ, нимә генә тип тыҡыһаң да, Петр I “бүләк иткән” аҙыҡты “бәрәңге” тип әйтмәйәсәк. Мәҡәләнең авторы яҙғанса, “бәрәңге — татар һүҙе, башҡортса “картуф” була”, тип үҙ һүҙендә торасаҡ. Шуға күрә был темаға бәхәсләшеүҙең кәрәге юҡтыр тип иҫәпләйем. Үрҙә әйтеп үткәнемсә, башҡорт теле ифрат бай: һеҙҙә — “бәрәңге”, беҙҙә “картуф” булһын да ҡалһын.
Фәрит ӘХМӘРОВ.
Сибай ҡалаһы.