Хаталар төҙәтеләсәк16.03.2012
Гәзитебеҙҙең быйылғы 21 февраль һанында Өфө урамдарында, сауҙа йорттарындағы хаталы яҙмаларҙың фотоһүрәттәре бирелгәйне. Баш ҡала хакимиәте, уның “Башҡортостан халыҡтары телдәре тураһында”ғы Законды тормошҡа ашырыу буйынса комиссияһы был ғәйепләүгә битараф ҡалманы — редакцияға яуап хаты ебәрҙе.
“Өфө ҡалаһын грамоталы һәм матур биҙәүгә иғтибарлы булғаны өсөн “Башҡортостан” гәзитенә рәхмәт белдерәбеҙ, — тиелә унда. — Өфөлә алтаҡта, күрһәтмә һәм башҡа күргәҙмә мәғлүмәттең республиканың дәүләт телдәрендә дөрөҫ яҙылыуы “Башҡортостан халыҡтары телдәре тураһында”ғы Законды тормошҡа ашырыу буйынса ҡала һәм район комиссияларының контроленә алынған. Урынға сығып тикшереүҙең ойошторолоуы, учреждение һәм предприятиеларға ғәмәли, методик ярҙам күрһәтелеүенә ҡарамаҫтан, мәғлүмәттәрҙә орфографик, грамматик, стилистик хаталарға юл ҡуйыла. Был баш ҡала ойошмаларының тәҡдим ителгән тейешле хеҙмәттәргә түгел, ә реклама агентлыҡтарына мөрәжәғәт итеүе менән аңлатыла. Ундай урындарҙа башҡорт телен белеүселәрҙең аҙ булыуы сәбәпле, яҙмаларҙа хата китә.
“Башҡортостан”да баҫылған фотоһүрәттәр контролгә алынды, уларҙағы хаталарҙың төҙәтелеүе хаҡында гәзиткә өҫтәмә мәғлүмәт ебәреләсәк”.