Телебеҙҙе кем боҙа? Үҙебеҙ!16.03.2012
Күплек төшөнсәһенең бирелеше тураһында
Алдағы мәҡәләлә күплек төшөнсәһенең бирелеше, уға бәйле хаталар тураһында яҙа башлағайныҡ.
Ат, һыйыр, тауыҡ, мал, бала, кеше, матурлыҡ, батырлыҡ һәм башҡа һүҙҙәр дөйөмлөк мәғәнәһенә эйә, тинек. Бында уйланырға урын бар. Мәҫәлән, ат һарайы, мал кәртәһе, тауыҡ кетәге, матурлыҡ конкурсы, кеше хаҡы һәм башҡа һүҙбәйләнештә дөйөмлөк төшөнсәһен оҫта файҙаланабыҙ. Шул уҡ ваҡытта, ни өсөндөр, балалар баҡсаһы, балалар йорто тип яҙырға, һөйләргә, уйларға күнеккәнбеҙ. Тел законы буйынса бала баҡсаһы, бала йорто булырға тейеш бит. Заманында был турала күренекле ғалим Әкрәм Бейеш тә яҙғайны. Бала баҡсаһы тиһәк, телебеҙҙең бер законға буйһонғанын, системалы икәнен күрһәтә алыр инек.
Күплек төшөнсәһен башҡортса яҙмаған осраҡтың бер нисәһенә туҡталайыҡ. Мәҫәлән, “Хәйбулла районының Аҡъяр һәм Садовый ауылдары балалары өсөн Садовый ауылының мәктәбе бинаһында 60 урынлыҡ балалар баҡсаһы үҙ ишеген асты”. Ҡайһылай ауыр һөйләм! Ыҡсым, дөрөҫ юл түбәндәгесә булыр ине: “Хәйбулла районының Аҡъяр менән Садовый ауылы балалары өсөн Садовый ауылы мәктәбендә 60 урынлыҡ бала баҡсаһы асылды”.
Ауыл кешеләре өсөн айырыуса һәйбәт булыр ине. ...бәлә-ҡаза килмәгәндә аттар һаны ярайһы уҡ тиҙ артҡан. Был һөйләмдәрҙәге кеше, ат һүҙенә -ләр, -тар ялғауын ҡушмаһаҡ, дөрөҫ булыр, сөнки улар дөйөмлөк мәғәнәһенә эйә. Тағы ла шуға иғтибар итергә кәрәк: һөйләмдә һан, шулай уҡ күп, барса, бөтөн, һәммәһе һәм башҡа һүҙҙәр бирелһә, исем берлектә килә. Уларҙың күбеһе — балалар. ...тиҫтәләгән егеттәр инфекция арҡаһында дауаханаға эләккәйне. Шуға беҙгә күп ерҙәрҙә йөрөргә, сит илдәрҙе күрергә насип булды — милли матбуғат баҫмаларындағы был һөйләмдәрҙә күплек ялғауы артыҡ.
Башҡорт телендә бер затҡа, төргә ҡараған йән эйәләре, берәй йыйылма, тупланма парлы һүҙ менән белдерелә: ҡатын-ҡыҙ, ир-ат, ир-егет, бала-саға, етем-еһер, аҙыҡ-түлек, тана-торпо һәм башҡалар. Ата-баба күп булыуҙы ошо юл менән белдергән икән, ниңә уларға тырыша-тырмаша тағы ла күплек ялғауын өҫтәргә? Милли матбуғат баҫмаларындағы ҡайһы бер һөйләмгә күҙ һалайыҡ: ...ҡышҡы урманда йоҡлау ир-егеттәр өсөн бер проблема ла тыуҙырмаған. ...эшһеҙ интеккән бик күп ир-егеттәр кеүек үк... Айырыуса һуңғыһына дәғүә ҙур — бында күплекте белдергән күп һүҙе, “бик” тигән көсәйтеү киҫәксәһе өҫтөнә парлы һүҙгә лә күплек ялғауы ҡушылған.
Тағы бер һөйләмгә күҙ һалайыҡ: Кешеләр яҙмышында төрлө хәл-ваҡиғалар булғанын күреп тә, ишетеп тә беләм. Быны ла ыҡсымыраҡ итеп яҙып булыр ине: кеше — дөйөмлөктө, төрлө, хәл-ваҡиға һүҙҙәре күплекте белдерә, тимәк, күплек ялғауҙарының кәрәге юҡ.
Ҡыҫҡаһы, парлы һүҙ, күплек төшөнсәһен биреүенә ҡарамаҫтан, телдә төрлөсә сағылыш таба. Был етешһеҙлекте үҙебеҙ тыуҙырабыҙ түгелме? Мәҫәлән, аҙыҡ-түлек магазины тигәнде берлектә бирәбеҙ һәм шул уҡ ваҡытта, 8 Март — ҡатын-ҡыҙҙар байрамы тип, йыйнау мәғәнәһен аңлатҡан парлы һүҙгә күплек ялғауын өҫтәйбеҙ. “Шулай һөйләргә өйрәнгәнбеҙ”, — тиерһегеҙ. Ризамын. Әммә тел законын һаҡларға тейешбеҙ бит.

* Миҫалға килтерелгән һөйләмдәрҙең ҡайҙан алынғанлығын белергә теләһәгеҙ, авторға мөрәжәғәт итегеҙ.
Миңһылыу УСМАНОВА,
филология фәндәре докторы,
М. Аҡмулла исемендәге БДПУ профессоры.


Вернуться назад