“Башҡортостан халыҡтары телдәре тураһында”ғы Законды тормошҡа ашырыу буйынса Хөкүмәт комиссияһы быйылға ҡуйылған бурыстарын атҡарып сыға башланы.
Мәҫәлән, “Телгенәм-бергенәм” махсус битендә (2012 йыл, 21 февраль) хәбәр итеүебеҙсә, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында Этно-мәҙәни белем биреү институты тулы кимәлдә эшкә тотондо. Уның хеҙмәткәрҙәре тиҙҙән тәүге сараһын — этно-мәҙәни белем биреү буйынса инновация проекттарының I республика фестивален үткәрәсәк.
Халыҡ-ара туған тел көнөндә Башҡортостан Мәғариф министрлығының “Остаз” исемле электрон журнал сығара башлауы хаҡында ла әйткәйнек. Баҫма республиканың дәүләт һәм туған телдәрен уҡытыуҙың сифатын яҡшыртыу, педагогтарға методик ярҙам күрһәтеү маҡсатында барлыҡҡа килде. Беренсе һандан уҡ күренеүенсә, тәжрибә майҙансығы бай булмаҡсы. Иң тәүҙә “Методик ҡумта” тигән рубрика иғтибарҙы йәлеп итә. Бында иң яҡшы дәрес өлгөләре бирелгән. “Аҡһаҡал һүҙе”ндә — филология фәндәре докторы, профессор Мирас Иҙелбаевтың “Әҙәби әҫәргә анализ” тигән хеҙмәте, “Ҡунаҡ йорто”нда республика Мәғариф министрлығының милли мәғариф бүлеге етәксеһе Рәйсә Күзбәкованың белем биреүҙе компьютерлаштырыу заманында балаға туған телде, әҙәбиәтте өйрәтеү алымдары хаҡындағы әңгәмәһе менән танышырға мөмкин. Шулай уҡ төрлө класс уҡыусылары, педагогия колледжы студенттарына башҡорт теленән электрон дәреслектәр ҡуйылған. Журналға уҡыусылар ҙа үҙ ижадын ебәрә ала.
“Остаз” республиканың башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары араһында өс конкурс иғлан иткән. Тәүгеһе — иң яҡшы дәрес өлгөһөнә “Заманса дәрес” тигән бәйге. Ул 31 мартҡа тиклем барасаҡ. Сираттағы башҡорт халыҡ яҙыусыларының һәм шағирҙарының тормош юлын, ижадын сағылдырған мультимедиалы презентацияға конкурс 30 апрелгә ҡәҙәр дауам итәсәк. Ә ижад менән шөғөлләнеүсе педагогтарҙы билдәләүгә ҡоролған “Уҡытыусы исем түгел, ә булмыш” тигән бәйгелә 30 майға тиклем көс һынашырға мөмкин.
Журналдың икенсе һаны 21 мартта донъя күрәсәк.
Дилбәр Ишморатова