КҮНДӘМ ЯРҘАМ ИТҺЕНДӘР04.03.2016
– Телефонда башҡортса ла яҙып буламы ни ул? – Замандашым ысынлап тороп аптыраны. Уның ошоға ғына ла аптырағанына инде мин ғәжәпләндем. Ләкин быны асыҡ белдермәнем. Ә яҙып булғанлығын әле генә ул үҙе күрҙе. Иғтибар итеп ҡалды ла һораны. Быға һаман ышанып етмәй генә, күрәһең.
Аңлаттым. Ҡайҙан алырға икәнен дә өйрәттем. Тик алырына, смартфонына ҡуйырына, иң мөһиме – ҡулланырына шигем ҙур. Теленән шул аңлашылғандай. Кешенең ихласлыҡ кимәле әңгәмәлә ҡулланылған, аңлағанды белдергән әлеге шул “ыһы… ыһы… ә-ә-ә…”-ләренән үк һиҙелеп тора бит ул. Был танышым да әле башын исем өсөн генә ҡаҡҡыланы булыр. Икенсенән, ҡуйыр кеше күптән, беләбеҙ, үҙе эҙләп алып, сараһын күргән дә. Үҙем заманында, кәрәк тип, мәсьәләне күтәргәнем дә булды. Юғиһә, үҙ хәрефе урынына шуға оҡшашы ҡуйылып, күпме зәғиф смс-хәбәрҙәр яҙылды, күпмеһенең мәғәнәһе ҡыйыш төшөнөлдө.
Бына хәҙер энтузиаст егеттәргә рәхмәт, эшләнеләр, яңынан-яңы нәмәләрҙе эшләйҙәр ҙә камиллаштыралар, файҙаланыу ғына фарыз.
Ләкин бөгөн мин ошоға яҡын, әммә икенсе нәмә тураһында әйтмәксемен. Диҡҡәт ҡылынғандыр: башҡорт теленең “Яндекс” эҙләү системаһындағы тәржемә сервисына индерелгәне хәбәр ителгәйне инде. Әллә ни оҙон һүҙгә төшмәйенсә, әйҙәгеҙ, бының нимә икәнен үҙебеҙ төшөнөп, аңлаған тиклем төшөндөрөп тә ҡарайыҡ.
Машина тәржемәһенә Википедия былай тип билдәләмә бирә: “Махсус компьютер программаһы ярҙамында бер тәбиғи телдән икенсеһенә текстарҙы (яҙма һәм идеалда – телдән дә) тәржемә итеү процесы”. Идеал бер нисә тел өсөн күптән тормошҡа ашҡан да инде: тәржемәләнгән текст йә һүҙ, һүҙбәйләнеш, ихтыяж булғанда, тауыш менән әйтеп тә бирелә. Әлегә башҡорт теленә ҡарата был хеҙмәт эшләмәй, киләсәктә, йәмғиәттең әүҙемлеге артһа, был да булыр, тип ышанырға кәрәк.
“Автоматик тәржемә” тигән төшөнсә лә ҡулланыла икән, әммә был мәғәнәне үҙгәртмәй, тиелә. Ә бына “автоматлаштырылған тәржемә”, баҡтиһәң, башҡараҡ нәмә – был осраҡта программа кешегә тылмасларға ярҙам ғына итә. Мәҫәлән, компьютер һүҙлектәрен файҙаланып. Бына был осраҡта инде беҙ ниндәйҙер телдең машина фондын күҙҙә тотабыҙ. Башҡорт теленең дә машина фонды барлығын беләбеҙ.
Машина тәржемәһе, ғәҙәттә, ике принципҡа – ҡағиҙәләргә һәм статистикаға – таяна икән. Әлеге осраҡта уның икенсеһе һайланған. Йәғни система бер үк текстарҙы төрлө телдәрҙә йәнәш ҡуйып ҡарай ҙа уларҙы үҙе әйләндерергә өйрәнә.
Тарихҡа күҙ һалғанда, шәхси компьютерҙар барлыҡҡа килгәс, баяғы электрон һүҙлектәр эшләнә башлай бит инде. Башта сифат менән тиҙлек бик хөрт була, ә хәҙер ныҡ ҡатмарлы булмаған бер битте программа бер секундта бүтән телгә ауҙарып та ҡуя.
Быныһы – йәһәтлек, ә сифаты нисек икән? Бына был яҡлап шик бар. Әйтеүебеҙсә, ул һаман яҡшыра барыр, әлбиттә, шымарыр. Программа өйрәнергә һәләтле, тинек бит. Ләкин, тап минеңсә, кешегә етә алмаҫ барыбер ҙә. Сөнки тәбиғәттең бөйөк мөғжизәһе, хазинаһы булған тел – йәнле организм бит ул. Ул да үҫешә, камиллаша, машина уның артынан, бәлки, эйәреп тә өлгөрмәҫ, бәлки, теләмәҫ тә. Бәлки, кәрәкмәйҙер ҙә. Һүҙҙәрҙе лә, һәр береһен, ныҡ затлы әйберҙәй күреп, баһалап, айырым “етештерге” килә, сериялап түгел. Шуға күрә, техника һәм технологиялар артабан да ошолай йылдам алға барһа, “тере” тәржемәселәргә ихтыяж да бөтөр тигән хәүеф булмаҫҡа тейештер.
Машина тәржемәһе әле һаҡауыраҡ, әлбиттә, уныһы бар. Ниндәйҙер һөйләмдәрҙе ауҙарттырып ҡарағандар, бәлки, көлөп-көлөшөп тә алғандыр, сөнки ысынлап та мәҙәк кенә килеп сыға. Әммә, ошо өлкәлә яҡшы билдәле белгес Рөстәм Нурыев әйтмешләй, теле асылып килгән балаға ҡарап, уны яратып, ҡыуанып көлөү генә булһын был, оҙаҡламай бынамын тигән итеп аралаша ла башлар. Ай үҫәһен көн үҫер. Һәм был, мәғлүм, кешеләрҙән, ололарҙан да тора – уңыштары мәлендә күрелеп, хупланып, яңылышлыҡтары ипләп кенә төҙәткеләнеп барылһа, йыл үтелер ай эсендә лә башҡарылыр. Бының юлы ныҡ ябай икәнлеге билдәле: әлеге эҙләү системаһының тәржемә сервисын асырға ла, шунда булған телдәрҙең теләһә ҡайһыһында һөйләм яҙырға һәм башҡортсаға тәржемә иттерергә. Әйтеүебеҙсә, хаталыраҡ тылмасларға мөмкин, бигерәк тә оҙон, ҡатмарлы һөйләмдәрҙе. Телде камил белгән замандаштарыбыҙ дөрөҫләп – һүҙҙәрҙе йә урындары менән, йә бөтөнләй алмаштырып – ебәрһә, ҙур эш булыр. Бының өсөн уң яҡлап өҫтәге ҡәләм һүрәтенә баҫырға, аҙаҡ, төҙәткәс, аҫтағы, шулай уҡ уңдағы, “ебәрергә” урынға төртөргә кәрәк. Машина һәр ваҡыт рәхмәтле булыр. Һәм күпмелер ваҡыттан ул быны үҙенә ҡабул да итер. Ә әлеге күпмелер ваҡыт тикшереү өсөн хәжәт. Радиолағы тапшырыуымда быны мин парламентта закон сығарыу процесы менән сағыштырҙым. Йәғни проект индерелә, әммә уның буйынса ҡарарҙар оҙаҡ ҡабул ителә. Махсус рәүештә шулай ителгәнен беләбеҙ – проект һәр уҡыу һайын камиллаша барһын, закон кимәленә еткәнсе бөтә хаталары төшөп ҡалһын.
Ғөмүмән алғанда, бөтә нәмәне автоматтарға ғына ышанып тапшырыу хаҡ та түгел, әлбиттә, быныһын да өҫтәп ҡуяйыҡ. Улар эшләһен, әммә кешенән өҫтөн сыҡмаһын, уға күндәм ярҙам итһен генә.