Ныҡлы нигеҙ ташы19.01.2016
1925 йылда X. Ғәбитов, Н. Таһиров, В. Хангилдин, Ғ. Вилдановтар авторлығында грамматиканы өйрәнеү өсөн тәғәйенләнгән ”Башҡорт теленең сарыфы” исемле тәүге дәреслек донъя күрә. Ул ғәрәп графикаһына нигеҙләнгән яңы орфографияға ярашлы нәшер ителә.

Уҡыу әсбабы 112 биттән тора. Материалдар иһә 49 параграфҡа бүленә. Тәүге икәүһендә телмәр һәм һүҙ тураһында дөйөм төшөнсә бирелһә, артабан уларҙың бүленеше менән таныштырыла, дөрөҫ яҙыу ҡағиҙәләре күрһәтелә.
Дәреслектең ҡалған өлөшө башҡорт теленең сарыфын, йәғни морфологияһын, өйрәнеүгә бағышлана. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: авторҙар тарафынан “телмәр киҫәктәре” тип аталған һүҙ төркөмдәренең бүленеше хәҙерге тел ғилемендәгегә тулыһынса тап килә.
”Башҡорт теленең сарыфы”нда һәр параграф темаға бәйле һөйләмдәр теҙмәһе йәки бәйләнешле телмәр өлгөләренән башланып, грамматик ҡағиҙә һәм биремдәр менән тамамлана. Күнегеү һуңындағы һорауҙарға яуап биргәндә, уҡыусыға тел күренештәрен анализлау, һығымта яһау өсөн шарттар тыуҙырыла.
Дәреслектә хәҙерге орфографиянан ситләшеү осраҡтары ла байтаҡ. Ҡ.З. Әхмәров билдәләүенсә, ”ғәрәп алфавиты башҡорт теленең фонетик системаһына яуап бирә алмағанлыҡтан, уның нигеҙендә башҡортса дөрөҫ яҙыуҙы тәьмин иткән орфография төҙөп булмай”. Шуға ла бында берҙәм принцип һаҡланмаған. Айырыуса с, ҫ, һ өндәре яҙылышында тайпылыштар осрай. Мәҫәлән, сәсмәҫәң (сәсмәһәң), яҫалған (яһалған), һағыштырыу (сағыштырыу), сандуғас (һандуғас), ес (еҫ) һәм башҡалар. Иренләшеү законына арналған айырым параграф булыуға ҡарамаҫтан, дәреслектең үҙендә үк был ҡанундың иҫәпкә алынмаған урындары бар. Шулай ҙа был етешһеҙлектәр әсбаптың баһаһын кәметмәй.
Ғөмүмән, 90 йылдан ашыу элек үҙебеҙҙең һүҙ төркөмдәрен өйрәнеүгә тәғәйенләнгән айырым дәреслек баҫылып сығыуы – башҡорт тел ғилеменең үҫеше, уны өйрәнеү тарихы өсөн мөһим ваҡиға.

Р. ӘБҮТАЛИПОВА,
БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы профессоры.



Вернуться назад