Балалар тәҡдим итә19.01.2016
Ә. Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт гимназия-интернатында үткән республика форумында йәштәрҙең туған телебеҙҙе үҫтереүгә ҙур ынтылышы асыҡ сағылды.
Сараға төбәктең йәш эҙәрмәндәре йыйылғайны. Улар туған телебеҙҙең ҡулланылыш даирәһен киңәйтеү алымдарын тәҡдим итте. Тәрән мәғәнәле сығыштарҙа – заманса уй-фекер. Уҡыусылар фәнни хеҙмәтен әҙерләгәндә теорияны ғәмәли йәһәттән нигеҙләп, тәжрибә үткәргән. Мәҫәлән, үҙ йүнәлеше буйынса “Бәйләнештә” сайты аша һорау алыу уҙғарғандар бар. Ғөмүмән, уҡыусыларҙың күбеһе телебеҙҙең ҡулланылыш даирәһен киңәйтеү маҡсатын Интернетҡа бәйләй.
Йыйындағы сығыштарҙың барыһы ла ҡыҙыҡлы, фәһемле булды. Кемдер телдәрҙең үҙ-ара бәйләнешен, һүҙҙәрҙең оҡшашлығын тикшерһә, икенселәр тыуған яғындағы ер-һыу атамаларына байҡау яһаны. Ҡыҙыҡ тәҡдим дә яңғыраны: күберәк башҡортса яҙыу менән биҙәлгән кейемдә йөрөү. Үҙең өсөн – кинәнес, башҡа милләт вәкиленә – телде өйрәнеү өсөн орлоҡ…
Телебеҙ үҙ урынын ныҡлы һаҡлаһын тиһәк, халҡыбыҙҙың тарихын, бөйөк шәхестәрен белеү ҙә фарыз, ти йәш эҙәрмәндәр. Был йәһәттән Әхмәтзәки Вәлидиҙең, халҡыбыҙҙың башҡа бөйөк ул-ҡыҙҙарының тормошон өйрәнеүҙәре ҙур ихтирамға лайыҡ.
– Йыйында милләтебеҙҙең тарихы ла, әлеге тормошо ла, киләсәге лә сағылды, – тине Башҡортостан Мәғариф министрлығының бүлек етәксеһе Гөлсәсәк Мөхәмәтйәнова. –Сығыштарҙың йөкмәткеһе ифрат бай булды. Йәш эҙәрмәндәргә, уларҙы сараға әҙерләгән уҡытыусыларға ҙур рәхмәт.