Милләтебеҙ таяуы – уяу йәштәр19.01.2016
Милләтебеҙ таяуы –  уяу йәштәр Милләттәштәребеҙ, аҡтамырҙай, төрлө урында нығынған. Рухы, моңо, көс-ҡеүәте менән балҡып йәшәй улар һәр ерҙә. Туған телен онотмай, быуындан быуынға тапшыра киләләр. Һөҙөмтәлә күрше өлкәләрҙәге йәш милләттәштәребеҙҙең, республикабыҙға килеп, башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиадала башҡа тиҫтерҙәре менән бер рәттән ҡатнашыуы – ғорурланырлыҡ ваҡиға.

Сираттағы 28-се бәйгелә Ырымбур, Силәбе һәм Ҡурғандан 13 уҡыусы һынау тотто. Олимпиаданы ябыу танта­наһында республиканың мәғариф министры урынбаҫары Венера Вәлиева әйтеүенсә, быға ҡәҙәрге ярыштарҙа ситтән бер-ике генә йәш милләттәшебеҙҙе күрергә яҙһа, быйыл бындай бәхет ишелеп килгән.
– Артабанғы олимпиадаларҙа ҡырҙан ҡунаҡтар тағы ла артыр ти­гән өмөттәбеҙ, – тип ышаныс бел­дерҙе Венера Фәрит ҡыҙы. – Майҙанды киңәйтеү бурысы уҡы­тыусыларға ғына түгел, урындағы ҡоролтай ағзаларына, ата-әсәгә лә ҡағыла.
Милләтебеҙ таяуы –  уяу йәштәрКүрше өлкәләрҙән килгән педа­гогтарҙың күбеһе үҙҙәрендә баш­ҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестә­ренең ҡыҫҡарыуына әсенһә лә, мәсьәләгә ҡул һелтәп ҡуймаҫын белдерҙе. “Барыһы ла үҙебеҙгә бәйле, – ти улар. – Ныҡ булһаң, ихлас күңелдән тырышып эшләһәң, һалынған һуҡмаҡ юғалмай ул”.
Ырымбур өлкәһендәге Төйлөгән районының Аллабирҙе мәктәбе уҡы­тыусыһы Сания Ҡуҙбаева, мә­ҫәлән, олимпиадаға ике уҡыусыһын алып килгән. Улар – Айгөл Һөйөн­дөкова менән Рәсим Сыңғыҙов – уңышлы сығыш яһаны. Уңған ҡыҙ үҙ төркөмө буйынса еңеүсе тип та­былһа, егет – призерҙар исем­легендә.
– Туған телемде белеп, өйрәнеп үҫеүем өсөн атай-әсәйемә, уҡытыу­сыларыма ҙур рәхмәтлемен, – тине Рәсим. – Рухи хазинабыҙҙы һаҡлау, уның ҡулланылыш даирәһен киңәйтеү кәрәклеген беләм. Олимпиадала башҡа тиҫтерҙәрем менән аралашҡанда был бурысты тағы ла нығыраҡ тойҙом.
Сания Сәйет ҡыҙы әйтеүенсә, баш­ҡорт теле һәм әҙәбиәте Алла­бирҙе урта мәктәбенең һәр класында уҡытыла. Мәғлүм булыуынса, унда ғүмер иткән халыҡтың күбеһе – милләттәштәребеҙ. Ауыл­дың мәктәбе яңы тип әйтерлек: 1996 йылда тө­ҙөлгән. Уҡытыу­сыларҙың күбеһе ошо белем усағын тамамлаған. “Педагогтар ҙа, ата-әсә лә туған телебеҙҙе үҫтереү, аҫа­ба еребеҙҙә нәҫелебеҙ тамыр­ҙарын һаҡлау мөһимлеген аңлай. Шуға күрә эшебеҙҙә ҡатмар­лыҡтар осраһа ла, бирешмәйбеҙ, – ти Сания Сәйет ҡыҙы. – Башҡортостанда башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиада үткәрелеүе лә – беҙҙең өсөн ҙур ярҙам. Уҡыу­сыларыбыҙ ярышта ҡатнашырға һәр саҡ атлығып тора. Ойош­то­роусыларға ҙур рәхмәт”.
Олимпиадаға күрше төбәктәрҙән килгән милләттәштәребеҙгә һәр кем ихтирам-хөрмәт күрһәтте, изге теләктәрен еткерҙе. “Китап” нәшриәте иһә уларға әсбаптар, дәреслектәр бүләк итте.
Дөйөм алғанда, быйылғы олимпиадала 300-гә яҡын уҡыусы ҡат­нашты. Улар викторина һорау­ҙа­рына яуап бирҙе, инша яҙҙы, тасуири һөйләү һәләтен, тел бай­лығын күр­һәтте. Йәш милләт­тәштәребеҙ генә түгел, башҡорт телен дәүләт статусында өйрәнгән йәштәр ҙә һәр ярыш төрөндә ихлас ҡатнашып, белемен, тапҡырлығын, отҡорлоғон һынаны. Был йәһәттән жюри ағза­лары билдәләүенсә, үҙ һүҙен ҡыйыу әйтер уҡыусылар йылдан-йыл арта. “Ҡайһы бер һорауға яуапты ныҡлы белмәгән хәлдә лә, отҡорлоғо, тапҡырлығы менән хайран иткән йәштәребеҙ булды, – тине, мәҫәлән, БДУ ғалимәһе Рәмилә Хөснөтдинова. – Юғалып ҡалмау – үҙе ҙур өҫтөнлөк ул”.
Олимпиадала ҡатнашҡандар ара­һында курсанттар ҙа булды.
– Хәрби кеше телдәрҙе яҡшы белергә тейеш, – тигән фекерҙә Ишембай кадет корпусынан Әлфиә Ғайсина. – Был ғилемдең илде һаҡлағанда ярҙамы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ.
Уҡыусылар Өфөлә ғилеменә һы­нау тотоп ҡына ҡалманы, ҡала тор­мошон да яҡындан күрҙе. Мәҫәлән, яҙыусылар, ғалимдар менән осраштылар. БДУ, БДПУ студент­тарының йәнле тормошон күреү ҙә бәйге­селәрҙең күңелендә оҙаҡ һаҡланыр.
– Бер-берең менән тығыҙ аралашып йәшәү, быуындар бәйлә­не­шенең ныҡлы булыуы – телебеҙҙе өйрәнеү һәм үҫте­реүҙең төп нигеҙе, – тине олимпиаданың йомғаҡлау танта­наһында Дәүләт Думаһы депутаты, Башҡортостан халыҡтары ассам­блеяһы рәйесе Зөһрә Рәх­мәтуллина. – Глобалләшеү заманында һәр милләттең үҙ телен, ғөрөф-ғәҙәт­тәрен, йолаларын, ғөмүмән, донъя­лағы урынын һаҡлап ҡалыуы мөһим. Олимпиадала ҡатнашҡан йәш замандаш­тарыбыҙ ошо маҡсатлы эштә таяныс булырлыҡ быуын икәнлеген, илһөйәр­леген, телһөйәр­леген, халҡына тоғро­лоғон иҫбат­ланы. Бының өсөн тәү сиратта уларҙың ата-әсәһенә рәхмәт: тәрбиә бит ғаиләлә башлана. Шулай уҡ башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларына – ҙур ихтирам һәм хөрмәт!


Вернуться назад