Моңдан мәхрүм итмәйбеҙме?11.12.2015
Туған телдең тормош-көнкүрештә ҡулланылышы, әһәмиәте тураһында бәйән итерҙән алда уның кешенең үҙе өсөн файҙаһы, туғанлыҡ мөнәсәбәтендә тотҡан урыны хаҡында әйтеп үтергә кәрәк.


Ул иң элек – моң. Ә йырҙың сәлә­мәтлеккә ыңғай тәьҫир итеүен, нервы күҙәнәктәрен дауалаусы сара икәнлеген һөнәри медицина ла иҫбат итә. Тәбиғәт әҙәм балаһына иҫ китмәле мөғжизә бүләк иткән бит! Ә рухи ҡиммәттәренән яҙған кеше ниндәй телдә йырлап, моң тыңлап, күңелен тынысландыра алыр?
Халыҡ тигән бөйөк көстө туплап, берләштереп тотҡан ҡөҙрәт ул туған тел. Уны, тарихын, йолаларын бел­мәгән, үҙ милләтенә юғарынан ҡара­ған, түбәнһетеп маташҡан кешенән дә дорфараҡ, наҙаныраҡ бәндә булмай. Өҫтәүенә, туған теленән яҙып, үҙенең дә, балаһының да төп йәшәү маҡсатының арҡа һөйәген ҡаҡшата. Ә бит күңелгә рух, яуаплылыҡ һа­лынһа, кеше тормошта осраған һәр төрлө ауырлыҡтан сығыу юлын таба аласаҡ. Был изге төшөнсәләр – ҙур маҡсат, ихтыяр көсө, ныҡлыҡ нигеҙе.
Туған телебеҙҙе ни дәрәжәлә беләбеҙ һуң? Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күптәребеҙ бәғзе төшөнсәләрҙе урыҫса аңлатырға тырыша. Медицина, сәнәғәт, ауыл хужалығы кеүек өлкәләрҙәге белгестәр тураһында әйтеп тораһы ла түгел. Милли конкурстарҙағы жюри ағзаларының да телебеҙҙе ярлыландырып ебәр­гән осраҡтарына шаһитбыҙ. Сәйә­сәт, ауыл хужалығы, медицина, музыка, сәнәғәт, геология һәм башҡа өлкәләрҙә ҡулланылған башҡортса терминдарҙы беләбеҙме, файҙала­набыҙмы? Бейек ҡан баҫымы, ат малы, ат һөтө... Ошондай ҡолаҡҡа ятмаҫ төшөнсәләр ишетелеп ҡала бит.
“Йәйләү” ял итеү үҙәгендә 18 йыл инде балалар менән тығыҙ аралашам. Унда башҡорт мөхите тыу­ҙы­рырға тырышабыҙ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡайһы бер балалар, исма­һам, бер нисә ағастың башҡортса атамаһын да белмәй. Ашнаҡсы­ларҙан менюҙы башҡортса төҙөүҙе һораһаң, “рис бутҡаһы”, “малина вареньеһы”, “һөтлө суп” тип яҙып ҡуялар. Ял иткән балаларҙың бай­тағы ата-әсәһе менән телефондан урыҫса аралаша. Башҡорт бала­ларының үҙебеҙсә һөйләшкә­нен ишетһәң иһә күңел йылынып китә.
Ни эшләп беҙ, өлкәндәр, хайран ҡалмалы бай, һығылмалы, моңдан яралған телебеҙҙең ҡәҙерен белеп, тәмләп аралашмайбыҙ, тәрбиә эшендә әһәмиәтле мәҡәлдәрҙе, әйтемдәрҙе файҙа­ланмайбыҙ икән? Ә бит балаларыбыҙ шул ҡәҙәр ихлас, өйрәнергә генә торалар. Күңел нурынан, сәләмәтлекте нығытҡан илаһи моңдан мәхрүм итәбеҙ түгелме киләсәк быуынды? Ғәжәйеп бай рухи байлыҡ ҡалдырған, уны һаҡларға ынтылған атай-олатайҙар, әсәй-өләсәйҙәр рухы алдында хилафлыҡ түгелме был?
Әйтелгәндәрҙән сығып, ошондай тәҡдимем бар: лагерҙарҙа йәш быуынға аҙмы-күпме булһа ла телебеҙ тәмен татытҡан, рухи ҡиммәттәребеҙгә һөйөү уятҡан “Йәйләү” ял итеү үҙәге программаһы буйынса эшләгән сменалар бул­дырырға кәрәк.




Вернуться назад