Бәләкәйҙән белгән “һәптеюҡ”, “буйтым”, “шыпа”, “баҡырса” һымаҡ һүҙҙәр ҡапыл-ғара ишетелеп ҡалһа, күңелгә рәхәт булып китә. Тыуған ерҙең һулышы, яҡташтарҙың хисе килеп еткәндәй тойола. “Шулай булыуы бәхәсһеҙ: ырыуыңдың теле бит ул, – тип аңлата был күренеште филология фәндәре докторы, профессор, башҡорт теле буйынса бихисап хеҙмәт авторы Миңһылыу Усманова. – Кешенең үҫешендә, тормошта үҙ урынын табыуында тыуған ерендәге һөйләштең өлөшө баһалап бөткөһөҙ”.Ғалимәнең ошо йүнәлеш буйынса бихисап эш башҡарғаны мәғлүм. Әле ул үҙе хеҙмәт иткән урында – М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт филологияһы факультетында – “Тыуған яҡты өйрәнәбеҙ” һәм “Ауылымдың һөйләше” тигән проекттарҙы ла уңышлы тормошҡа ашыра. Уларға ярашлы, республика мәктәптәренең һәләтле уҡыусылары араһында конкурс үткәрелә. Һынау тотҡан балалар үҙ төйәгендәге ҡыҙыҡлы һүҙҙәрҙе, географик атамаларҙы, урындағы исем-шәрифтең, ҡушаматтарҙың килеп сығышын һәм башҡа үҙенсәлектәрҙе төплө өйрәнеп, бай мәғлүмәт тәҡдим итә.
– Уҡыусыларҙың ошо хеҙмәте китап булып сыҡты, – ти Миңһылыу Ғөбәйт ҡыҙы. – Ғөмүмән, шул ҡәҙәр ҡыҙыҡлы, фәһемле эш был. Диалекттарҙы һаҡлау, телебеҙҙе байытыу, йәш быуын күңелендә рухи ҡиммәттәребеҙгә һөйөү, ихтирам тәрбиәләү йәһәтенән әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ. Бала тәү сиратта үҙ еренең, йәғни ырыуының һөйләш үҙенсәлектәрен яҡшы белергә, күңеленә һеңдерергә тейеш. Иң бай тел – ошо. Ул боронғолоҡто, башҡа халыҡтар менән бәйләнеште сағылдыра. Ошо байлыҡҡа нигеҙләнеп, кеше әҙәби телде, башҡа телдәрҙе өйрәнә.
Миңһылыу Ғөбәйт ҡыҙы билдәләүенсә, район гәзитенең киң таралыуында, халыҡ тарафынан ихтирам яулауында ла урындағы диалекттың өлөшө баһалап бөткөһөҙ. “Нисек һөйләйһең, шулай яҙырға тырышырға кәрәк, – ти ул. – Ошо саҡта ғына мәҡәләнән йылы бөркөлөр, бирелгән мәғлүмәт гәзит уҡыусының күңеленә барып етер. Был йәһәттән Бөрйән районының “Таң” гәзитен үрнәк итеп ҡуйыр инем. Редакция хеҙмәткәрҙәре, баҫмала урындағы һөйләште киң ҡулланып, уны һаҡлауға, телебеҙҙе байытыуға күпме өлөш индерә!”
Ҡалала төйәкләнгән ауыл башҡорттары ла үҙ диалектын онотмаҫҡа, уны балаларына өйрәтергә тейеш, тип билдәләй ғалимә. Һөйләштән ситләшеү – әҙәби телдең нигеҙен ҡаҡшатыу ул. Төрлө төбәктән йыйылған кешеләр аралашыу мәлендә булһа ла үҙ диалектында әйтеп ҡуйһа, был һүҙҙәргә йәшәү һулышы өҫтәлер.
– Шул уҡ ваҡытта күңелебеҙгә бала саҡтан һеңгән моңдан, ашаған ризыҡтан ситләшеү яҙыҡ, – ти Миңһылыу Усманова. – Уларҙың да дөрөҫ үҫештә, камиллыҡта өлөшө баһалап бөткөһөҙ. Ҡалалағы ғаилә эсендә бындай тәрбиә алып барыу өсөн, әлбиттә, атай менән әсәйҙең уртаҡ фекерҙә булыуы, аңлашып эш итеүе, бер-береһен ҡеүәтләп тороуы зарур. Балаға өйҙә милли мөхит тыуҙырыу – үҙ телеңдә аралашыу, туған моңоңдо ишеттереү, халҡыңдың ризығы менән туҡланыу – тамырҙарҙы лайыҡлы дауам итергә булышлыҡ ҡыла. “Сабыйымды башҡортса өйрәтергә өлгөрөп булмай”, ти ҡайһы берәүҙәр. Бының өсөн айырым ваҡыт кәрәкмәй ул, тотош тормошоң тәрбиәгә әйләнергә тейеш. Үҙебеҙҙең ғаиләгә килгәндә, өйҙә башҡортса ғына һөйләшәбеҙ, йыр-моңобоҙға һөйөү, милли түңәрәктәргә йөрөтөү арҡаһында балаларыбыҙ теленә, халҡына ҡарата ихтирамлы булып үҫте. Ейәндәргә лә шундай тәрбиә бирергә тырышабыҙ. Туған телдән, моңдан ғына түгел, милли ризыҡтарҙан да өҙмәйбеҙ уларҙы. Итле һәм һалмалы аш, ҡорот, ҡаҙы, бауырһаҡ... Ейәндәремдең ишек төбөнән үк: “Өләсәй, ҡоймаҡ!” – тип килеп инеүенән дә шатлыҡлы күренеш юҡтыр.
Миңһылыу Ғөбәйт ҡыҙы тәрбиәлә әкиәттең тос өлөшөн билдәләй. Ул, күңелгә изгелек һалыуҙан тыш, хәтерҙе яҡшырта, һөҙөмтәлә балаға белем алыу еңелерәккә төшә. Өҫтәүенә дөрөҫ һөйләү, яҙыу һәләтен үҫтерә.
– Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, грамматика аҡһаңҡырай бит беҙҙә, – ти ғалимә. – Ә ул – телдең нигеҙе, умыртҡа һөйәге. Тимәк, грамматиканың төҙөклөгөнә ынтылырға кәрәк. Телебеҙҙе боҙмау, үҫтереү йәһәтенән һәр яҡлап киң күләмле эш алып барыу зарур.