Иғтибарҙың артыуы тәбиғи24.02.2012
“Нефтсе” мәҙәниәт һарайында Халыҡ-ара туған тел көнөнә арналған “Халҡым теле миңә — хаҡлыҡ теле” тигән байрам үткәрелде. Балаларҙың да, өлкәндәрҙең дә эркелеп килеүе уларҙың туған телгә һөйөүе хаҡында һөйләй ине.
Тел — халыҡтың милли булмышын күрһәтеүсе иң мөһим үҙенсәлек. Шуға ла һәр дәүләттең тел өлкәһендәге сәйәсәткә ҙур иғтибар биреүе тәбиғи.
Уҙған быуаттың туҡһанынсы йылдарында башҡорт теленә мөнәсәбәт бермә-бер үҙгәрҙе. Телдең әһәмиәтен күтәреү, уның ҡулланылыш даирәһен киңәйтеү йәһәтенән апаруҡ эштәр башҡарылды. Башҡортса нәшер ителгән гәзит-журналдар һаны артты, театрҙар, филармониялар барлыҡҡа килде, әсә телендәге мәктәптәр, гимназиялар ишәйҙе.
Башҡортостандың мәғариф министры Әлфис Ғаязовтың ҡотлауынан һуң сәхнәгә таланттар сыҡты. Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернаты, Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһы уҡыусылары сығыштарын залдағылар көслө алҡыштар менән оҙатты. “Тамыр” балалар ансамбле бәләкәстәре ҡайһылай оҫта йырлай!
Тамашала шулай уҡ Рауил Бикбай, Ҡәҙим Аралбай, Хәсән Назар, Факиһа Туғыҙбаева, Рәшит Шәкүр шиғырҙарын уҡыны.
И. ХАҠОВ.


Вернуться назад