Гөлдө тәрбиәләгәндәй...21.07.2015
Бөгөн ер йөҙөндә меңләгән телгә бөтөнләй юғалыу хәүефе янай тип иҫәпләнә. ЮНЕСКО-ның генераль директоры Комитеро Мацуро: “Мәҙәниәттәрҙең аралашыуы, төрлө халыҡ вәкилдәренең туған телгә һаҡсыл мөнәсәбәте, телдең бөтмәҫ-төкәнмәҫ байлыҡтары менән танышыу икенсе телдәрҙең айырымлығын һәм үҙенсәлеген күреүгә ярҙам итер”, — тигән. Хаҡ һүҙҙәр.
Тел — ул кеше аңының туҡтауһыҙ үҫеш сығанағы, әҙәм балаһының рухи тормошон, аҡылын үҫтереүсе ҙур көс. Әсә һөтө менән ингән онотолмай ул. Илдә төрлө ҡоролоштар булыр, батшалар алмашыныр, ләкин туған тел, дин, халыҡтар тарихы йәшәүен дауам итер.
Тел — ул мәңгелек ҡорал. Телһеҙ, динһеҙ, тарихһыҙ халыҡ булмай. Шулар булмаһа, ул йәшәмәй ҙә, үҫмәй ҙә. Быны мин үҙем йәшәгән Чехия Республикаһы миҫалында һөйләй алам. Рәсәйгә немецтарҙы XVII быуатта Екатерина II саҡырып килтерә, ә Чехияға улар күпкә алдараҡ, XII быуатта уҡ, күсеп килә, сөнки немец кенәздәре борон-борондан чехтарға идара иткән. Кемдең ҡулында — шуның ауыҙында, урындағылар тора-бара күпселекте тәшкил иткән күсмәнделәргә бар яҡтан да, шул иҫәптән тел йәһәтенән дә буйһонорға мәжбүр булған. Немец теле барлыҡ дәүләт учреждениеларында, мәктәптәрҙә, вуздарҙа уҡытылған, юғары уҡыу йорто студенттары Венаға барып белем алырға тейеш булған, ә чехса һөйләшергә рөхсәт ителмәгән. Шуға ҡарамаҫтан, халыҡтың алдынғы ҡарашлы кешеләре, иң беренсе сиратта шағирҙары, уҡытыусылары туған тел һағына баҫҡан. Улар араһында яҙыусылар Божена Немцова, Карел Маха, Франтишек Палацки һәм башҡалар бар.
Был эш илле йылдан һуң социализм ҡоролошо емерелеп капитализмға күскәс тә дауам итә. Бөгөн Чехияның иң билдәле кешеһе кем тип уйлайһығыҙ? Министр ҙа, академик та, артист та түгел, ә халыҡ араһында аңлатыу эше алып барған, туған телдең матурлығы хаҡында матбуғатта, телевидениела, радиола, театрҙа, йыр, кино сәнғәтендә даими сығыш яһаған чех теле уҡытыусыһы Зденек Свирак. Тимәк, телде тәҙрә төбөндәге гөлдө тәрбиәләгән төҫлө даими ҡарап, һыу һибеп, яратып торорға кәрәк. Ә һөҙөмтәһе шул: Икенсе донъя һуғышынан һуң ғына дәүләт статусы алған чех теле бөгөн йәшәй һәм сәскә ата. Уны биләмәһе буйынса Башҡортостандан саҡ ҡына ҙурыраҡ булған Чехияла меңдәрсә сит ил студенты өйрәнә.
Күп дәүләт теллелеге тураһында ла юл ыңғайы әйтеп үтәйем. 1918 йылда чехтар менән словактарҙы берләштергән Чехословакия дәүләте төҙөлөп, ике тел дә — чех һәм словак телдәре — дәүләт статусын үтәй. Илдә ошо юҫыҡта махсуслашҡан театрҙар, мәктәптәр барлыҡҡа килә, кинофильмдар төшөрөлә. Һәм, әлбиттә, чех теленә өҫтөнлөк бирелә, сөнки улар — ун миллион, ә словактар – ике миллион ярым тирәһе генә. Был тәжрибә лә үҙен аҡламай. Һөҙөмтәлә социализм тарҡалыу менән словактар, беренсе булып Чехословакиянан айырылып сығып, үҙаллылыҡ яулай. Словак теле дәүләт теле булып китә.
Башҡорт теле — туған телебеҙ, рус теле — милләт-ара аралашыу, ә сит ил теле — донъя мәҙәниәте ҡаҙаныштары менән танышыу, бүтән дәүләт вәкилдәре менән аралашыу теле. Заман башҡа — заң башҡа тигәндәй, тормош алға бара. Шуға күрә туған телде белеү менән генә сикләнергә ярамай, сит телдәрҙе лә өйрәнергә, уҡыусыларҙы заман үҙгәрештәренән артта ҡалмаҫҡа өндәргә кәрәк.
Сит ил тормошонан тағы ла бер миҫал килтерәйем. Йөрөгән таш шымара, ятҡан таш мүкләнә тигән кеүек, халыҡтар араһындағы айырымлыҡты, алға китеште йәки, киреһенсә, торғонлоҡто республиканан ситтә нығыраҡ тояһың икән. Сағыштырыу, бәлки урынһыҙҙыр, ләкин сит ил уҡытыусылары менән беҙҙекеләр араһында айырма – ер менән күк араһы. Чехия мәктәптәрендә уҡытыусыларҙы конкурс нигеҙендә ҡабул итәләр, шуға улар эш урынын һаҡларға тырыша. Бында уҡытыусылар туған теленән тыш бер нисә сит телдә иркен һөйләшә — эшкә ҡабул иткәндә уның мотлаҡ ошоно һәм компьютерҙы белеү кимәле менән ҡыҙыҡһыналар. Унан һуң уҡытыусы мәктәптә бер нисә предметты уҡыта ала, тимәк, эш хаҡы ла мул. Юғары уҡыу йорттарында буласаҡ педагогтарҙы бер нисә предмет буйынса уҡытыу мөмкинлеге бында күптән системаға ингән: мәҫәлән, тарих-әҙәбиәт һәм донъя мәҙәниәте, рәсем-физкультура һәм йыр һ.б. Уҡытыусыға сит тел белеү икенсе илдәрҙәге яңылыҡтар менән танышырға, яңы методикаларҙы ҡулланырға, үҙ предметы буйынса мәғлүмәт алырға, заман технологияларын һәм компьютерҙы ҡулланырға мөмкинлек бирә.
Тыуған илдән йыраҡта йәшәһәм дә, башҡорт матбуғатын, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының уңыштары, “Йыл уҡытыусыһы” конкурстары тураһында уҡып барам. Ун туғыҙ йыл башҡорт телен уҡытҡан уҡытыусы булараҡ, үҙ фекерем һәм уйҙарым менән уртаҡлашам: бындай бәйгеләргә иң-иң көслөләр, иң белемле һәм телебеҙ һағында торған уҡытыусылар сығыуы — шатлыҡлы хәл. Рәхмәт уларға! Һеҙҙең алда, хөрмәтле башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары, баш эйәм, тормош ауырлыҡтарына ҡарамайынса, иртәгәһе көнгә ышаныс менән бағырға, яҡшыға ышанып-өмөтләнеп йәшәргә һәм эшләргә саҡырам. Минеңсә, ошо саҡырыуға мәҙәниәт өлкәһендә һөнәр һайлаған китапханасы, мәҙәниәт йорто, ауыл-ҡасаба клубтары, балалар баҡсаларында, радио, телевидениела эшләгәндәр ҙә ихлас ҡушылыр, тип ышанам. Көсөбөҙ — берлектә, шуны онотмайыҡ, бергә булһаҡ, телебеҙ ҙә йәшәр.