Телебеҙҙе кем боҙа? Үҙебеҙ!21.02.2012
Телебеҙҙе беҙ, башҡорттар, үҙебеҙ боҙабыҙ. Башҡа милләт кешеһе башҡортса өйрәнеп, дөрөҫ һөйләмәһә, ғәйеп юҡ, тимәк, өйрәнеп етмәгән, теләге булһа, артабан үҙләштерер, белер. Әйткәндәй, башҡорт телен “һыу кеүек эскән” урыҫтар Башҡортостанда, бигерәк тә уның көньяҡ-көнсығышында (Бөрйән, Баймаҡ, Белорет һәм башҡа райондарҙа) байтаҡ.
Ә беҙгә үҙ телебеҙҙе яҡшы белергә нимә ҡамасаулай һуң? Гәзиттәрҙә тел мәсьәләһенә арналған мәҡәләләр элек тә донъя күрә ине. Телгә битараф булмаған ғалимдар, ябай халыҡ әленән-әле үҙ ҡарашын белдереп торҙо. Һуңғы йылдарҙа радио, телевидение ла был мәсьәләлә ҡул ҡаушырып ятмай. Бер нисә йыл рәттән етәкселек, белгестәрҙе саҡырып, үҙ хеҙмәткәрҙәренә башҡортса дөрөҫ һөйләүгә бәйле лекциялар тыңлатты, практик эштәр ҙә ойошторолдо.
Һуңғы арала “Башҡортостан” гәзите лә башҡорт теле мәсьәләһенә ҙур иғтибар бүлә. Телебеҙ яңынан балҡыш алғандай тойолдо, киләсәктә уның элеккесә матур яңғырарына өмөт уянды. Ғалимдар, тәржемәселәр һәм тел мәсьәләһенә битараф булмаған башҡа зыялылар ҡатнашлығында бер нисә ҡор үткәреү һөҙөмтәһендә 2011 йылдың икенсе яртыһынан алып дөрөҫ һөйләүгә, яҙыуға иғтибарҙың артыуы, “Башҡортостан” гәзитенең теле һиҙелерлек яҡшырыуы ҡыуандыра.
Әммә был йүнәлештә барыһы ла дәррәү эшләй, тип әйтеп булмай. Эш урынында һәр хеҙмәткәрҙең мотлаҡ ҡуллана торған хоҡуғы, үтәргә тейешле бурысы бар. Башҡа ерҙәрҙә, бурысыңды үтәмәһәң, язаның төрлөһөн ҡулланалар: юл ҡағиҙәһен боҙһаң, штраф түлә, фатирың өсөн ваҡытында түләмәһәң — пеня, мәктәптә мәсьәләне дөрөҫ сисмәһәң — “ике”ле... Тел мәсьәләһендә лә эште ҡатыраҡ ҡуйырға булалыр: ниңә вазифа биләп, үҙ эшен һәйбәт башҡармаған, туған телен боҙған өсөн берәү ҙә бер ҡасан да яуап бирмәй?
Шуға күрә лә дөрөҫ һөйләмәү, хаталы яҙыу һаман дауам итә. Уларҙы радио, телевидение аша сығыш яһаған ябай кешенең түгел, ә юғары белемле, телмәре өлгө булып һаналырға тейешле хеҙмәткәрҙең, мәғариф, мәҙәниәт өлкәһендә эшләгәндәрҙең, шул иҫәптән ҡайһы бер башҡорт теле уҡытыусыларының яһауы аяныслы. Заман ҡаҙаныштары ярҙамында тапшырыуҙарҙы барлыҡ донъя ҡарай һәм ишетә. Улар, әлбиттә, башҡорт теле шулай икән, тип уйлай, һығымта яһай. Милли матбуғатыбыҙ, радио, телевидение, театр — башҡорт теленең яҙмышын, халыҡтың киләсәген билдәләй торған көс. Башҡорт теленең әҙәби тел нормаһын тормошҡа ашырыусылар, телгә өйрәтеүселәр, тип унда эшләүселәргә хөрмәт менән ҡарайбыҙ, шуға күрә уларҙың һәр әйткәне, яҙғаны өлгө булырға тейеш.
Гәзит-журнал, радио, телевидение теле тураһында уй-фекерҙәремде, теләктәремде бер нисә йыл элек үк “Башҡортостан” гәзитенә, “Ағиҙел” журналына яҙып ебәрергә уйлағайным. Хатта әҙерләп бөтөп тә, баҫтырырға бирмәгән мәҡәләләрем ята. Ни өсөн улар редакцияларға барып етмәне һуң? Яуап бер: баҫмаларҙа нисәмә абруйлы кешенең әсенеп яҙған мәҡәләһе донъя күрҙе. Шуларҙың да һүҙенә иғтибар итмәгәс: “Мине кем тыңлаһын? Минең яҙыуым кемгә кәрәк?” — тигән уй йөрөнө башымда. Был юлы иһә мәҡәләмде тәҡдим итергә йөрьәт иттем, сөнки юғарыла әйтелгән йыйылыштарҙа миңә лә ҡатнашырға тура килде һәм үҙ сиратымда ярҙамымды тәҡдим итмәксемен.
Әйткәнемсә, телде үҙебеҙ боҙабыҙ. Иң беренсе бәлә — урыҫ теленә ныҡ эйәреүҙә: тура тәржемә яһайбыҙ, урыҫ ҡалыбын файҙаланабыҙ, һөҙөмтәлә башҡорт хәрефтәре менән яҙылған, әммә аңлайышһыҙ һөйләмдәр килеп сыға.
Икенсенән, һөйләмдә һүҙҙәрҙе мәғәнәһе буйынса дөрөҫ ҡулланмайбыҙ. Миҫал: “Юбилейығыҙ менән ҡотлап, һеҙгә йыр-күстәнәс тапшырабыҙ”. Беҙҙең заманда “күстәнәс” тиһәләр, фәҡәт ашап була торған нәмә күҙ алдына баҫа ине. Хәҙер, баҡтиһәң, йыр ҙа күстәнәс була икән. Бындай осраҡта һүҙлектәр ярҙамға килә. Хәҙер уларҙың ниндәйе генә юҡ! “Башҡорт теленең һүҙлеге”ндә күстәнәс һүҙенә ошондай аңлатма бирелгән: күстәнәс — бүләк итеп алып киленгән йәки ебәрелгән ашамлыҡ (БТҺ, 1-се том, 584-се бит). Урыҫ та был төшөнсәне бутап йөрөтмәй, уларҙа подарок, гостинец тигән һүҙҙәр бар.
Бала сағым өләсәйем, әсәйем алып ҡайтҡан күстәнәстәрҙе ашап, бүләктәрҙе алып ҡыуаныуым менән хәтерҙә ҡалған. Шуға күрә әле лә кемгә булһа ла бүләк ебәрергә тура килһә, уның янына күстәнәс, йәғни ашай торған нәмә һалып ебәрәм. Әйткәндәй, башҡорттарҙа ҡунаҡтарыңа күстәнәс биреп ебәреү йолаһы бар. Өйҙә бит һинең ҡайтҡаныңды көтөп торалар. Шул ваҡытта ҡәҙерлеләреңде ҡунаҡтан биреп ебәрелгән күстәнәс менән ҡыуандырһаң, ҡайһылай һәйбәт!
Тағы ла миҫал килтерәйек: иҫәптән төшөү таныҡлығы ҡабатлап бирелмәй, юғалтылған осраҡта, күсермәһе лә эшләнмәй. Бында ҡабатлап урынына яңынан йәки ҡабаттан тигән һүҙ кәрәк. Юғалтылған осраҡта тигәнде юғалтһаң тип яҙғанда аңлауы ла, уҡыуы ла еңел була һәм ул дөрөҫ форма.
Ҡояш сыға, тип яҙалар. Дөрөҫө — ҡояш ҡалҡа. Колбасалағы яҙыуҙарҙа ат ите тигәнде күрергә мөмкин. Йылҡы ите була ул. Шулай уҡ “Колбасаны нәҙек итеп турайбыҙ” тип һөйләйҙәр. Башҡорт телен белгән кеше был осраҡта йоҡа тип әйтә. Төргәктәге ҡағыҙҙың буйы түгел, ә оҙонлоғо тип яҙыу дөрөҫ.
Өсөнсөнән, ялғау бөтөнләй кәрәкмәгән урында өҫтәп яҙыла. Был йәһәттән күплек ялғауы беренсе урында тора. Мәҫәлән: Ҡулдарымды йыуып киләм. Башҡорт ҡулымды йыуам, итегемде кейәм, күҙемә дарыу һалам тип һөйләй һәм был ваҡытта ике ҡулы, ике аяғы, ике күҙе тураһында һүҙ алып бара. Башҡорт телендә һан янында исем бер ваҡытта ла күплектә килмәй. Ун бала, ике мең һум аҡса һәм башҡалар.
Башҡорт күп булыу төшөнсәһен ҡайһылай итеп белдерә? Ошо һорауҙы уңайы тура килгән һайын юғары класс уҡыусыларына, студенттарға, хатта курстарҙа, конференцияларҙа уҡытыусыларға ла биргәнем бар. Яуап, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, берәү генә һәм ул күплек ялғауы — -лар/-ләргә (варианттар менән) ҡайтып ҡала. Ә бит башҡорт күп булыуҙы башҡа юл менән дә белдергән, был ялғау күплекте билдәләр өсөн дә һәр урында ҡулланылмай. Ошо ҡағиҙәне — тел законын белмәү арҡаһында яҙмала, һөйләүҙә яңылышлыҡтар килеп сыға.
Билдәле булыуынса, һәр һүҙ айырым мәғәнәгә эйә. Дөйөмлөк төшөнсәһе һәр атама һүҙҙең мәғәнә йөкмәткеһенә инә, йәғни бер атама һүҙ теге йәки был нәмәнең бер берәмеген генә түгел, ә күп берәмектән торған дөйөм төркөмөн, тотош затын аңлата. Был осраҡта һүҙҙең нимә тураһында барғанына ҡарап, күплек ялғауының яҙылыуы, яҙылмауы ихтимал. Мәҫәлән, Атайым ат ҡарай, бесән саба. Улым, кәртәләге аттарға һыу эсерҙеңме, бесән бирҙеңме? Башҡорт телендә үҙ эсенә күплек төшөнсәһен алған исем, алмаш, сифат бар. Әйтәйек, шәкәр, ит, май, һөт, бойҙай, иген, тимер, баҡыр, кейек, ҡыйыулыҡ, бензин, бесән кеүек исемдәргә күплек ялғауы ҡушылмай (Магазинға һөт, шәкәр, май килгән). Бөтә, барлыҡ, барыһы, барса, һәммә, төрлө һәм башҡа алмаш, сифат янында килгән һүҙҙәр ҙә берлектә торорға тейеш: бөтәһе лә йыйылған, төрлө кәнфит алдыҡ. Ошо ябай хәҡиҡәтте һанға һуҡмау телебеҙҙе боҙоуға килтерә.
* Миҫалға килтерелгән һөйләмдәрҙең ҡайҙан алынғанлығын белергә теләһәгеҙ, авторға мөрәжәғәт итегеҙ.
(Дауамы бар).
Миңһылыу УСМАНОВА,
филология фәндәре докторы,
М. Аҡмулла исемендәге БДПУ профессоры.


Вернуться назад