Һүҙ — тәрбиә сығанағы. Уны һөйләгәндә генә түгел, әҙәби әҫәрҙәрҙә ҡулланғанда ла бик һаҡ булыу мөһим тип иҫәпләйем.
Милли матбуғат баҫмаларында һәйбәт хикәйә, повестар донъя күреп тора. Әммә уларҙың авторҙары урыҫ һүҙҙәрен мөмкин тиклем аҙыраҡ ҡулланһын, диалектизмдарға аңлатма биреп китһен ине. Мәктәп программаһына ингән башҡорт әҫәрҙәрендәге ҡайһы бер һүҙҙәрҙе нормаға ярашлы мәғәнәһе менән алмаштырыу кәрәктер. Мәҫәлән, бисә-сәсәне ҡатын-ҡыҙ тип алыу һәйбәтерәк бит. Юғиһә балалар оялыштарынан ундай һүҙҙәрҙе уҡымай, төшөрөп ҡалдыра. Ошондай әҫәрҙәр менән йәш быуынға ниндәй яҡшы тәрбиә бирергә мөмкин? Нәфис әҙәбиәтебеҙҙең ысынлап та матур, һығылмалы булыуы зарур. Йәмһеҙ һүҙҙәрҙең осрауы әҙәби тәнҡиттең тейешле кимәлдә булмауындалыр, бәлки. Һәр хәлдә, балалар өсөн яҙылған әҙәби әҫәрҙәр баҫылыр алдынан ныҡлы тикшереү үтһен ине.
Л. АҪЫЛҒУЖИНА.
Бөрйән районы.