“Бәрәңге”не ҡайтарырға ине21.02.2012
“Башҡортостан” гәзитен даими уҡып барам. Уның быйылғы 11-се һанындағы “Телгенәм — бергенәм” махсус битендә донъя күргән “Халыҡҡа хөрмәт телмәрҙә сағыла” тигән мәҡәлә (авторы — Рәшит Үтәев) күңелгә айырыуса хуш килде.
Ҡатыным менән мин дә “Байыҡ”, “Башҡорт йыры” тапшырыуҙарын яратып ҡарайбыҙ. Был проекттарҙы уйлап тапҡаны, тормошҡа ашырғаны өсөн Рита Өмөтбаеваға ҙур рәхмәт!
Конкурстарҙа, башҡорттар менән бер рәттән, татарҙар ҙа әүҙем ҡатнаша. Шуныһы айырыуса ҡыуаныслы: туғандаш халҡыбыҙ вәкилдәре башҡорт сәнғәт әҫәрҙәренең барлыҡ нескәлегенә төшөнөп, аңлап, еренә еткереп башҡара. Ә бына башҡортса башҡарылған йырға бүтән телдә баһа биреп ултырыуҙары бер ҙә килешмәй.
Форсаттан файҙаланып, башҡорт һүҙҙәренә ҡағылышлы бер фекеремде еткермәксемен. Һүҙем — икенсе икмәгебеҙ, төп ризыҡтарыбыҙҙың береһе тураһында. Башҡорт әҙәби телендә уны “картуф” тип йөрөтәбеҙ. Әммә беҙҙә генә түгел, Ауырғазы, Шишмә, Өфө, Архангел, Ғафури, Стәрлетамаҡ, Миәкә, Стәрлебаш, Федоровка, Мәләүез, Учалы, Ҡыйғы, Салауат райондарында ла халыҡ уны “бәрәңге” тип атай. “Картуф” тигән һүҙҙе тәүге тапҡыр уҙған быуаттың туҡһанынсы йылдарында, сығышы менән Күгәрсен районынан булған дуҫтарымдан ишеттем. “Бәрәңге” — татар һүҙе, башҡортса “картуф” була”, — тигәйне улар. Бының менән һис тә килешә алмайым. Ишетә белеүемсә, “картуф” һүҙе республикабыҙҙың көньяғында урынлашҡан бер нисә районда ғына таралған.
Тарихтан билдәле булыуынса, был ризыҡты Рәсәйгә Голландиянан Петр I алып ҡайтҡан. Үҫентеләр матур итеп сәскә атып, бер аҙҙан ваҡ ҡына алмалары ла етешкәс, батша, ҙур ҡунаҡ йыйып, яңы ризыҡ менән һыйларға була. Ашнаҡсыларына алмаларҙы йыйып, майҙа ҡыҙҙырып бирергә ҡуша. Әммә ҡунаҡтар ризыҡты ауыҙ итеп ҡарау менән ситкә этеп ҡуя. Батша үҙе лә тәмләп ҡарай һәм, асыуланып, был “шайтан аҙығы”н йолҡоп ырғытырға (атып бәрергә) ҡуша. Ялсылар әмерҙе үтәгәндә үҫентенең тамырына эйәреп сыҡҡан йомро “таш”тарҙы йыйып ала һәм батшаға күрһәтә. Бешергәс, был ризыҡ барыһына ла оҡшай. Шулай итеп, ул барлыҡ Рәсәйгә тарала. Ата-бабаларыбыҙ, “картофель” тигән урыҫ һүҙен хуп күрмәйенсә, уға “бәрәңге” (ырғытып, атып бәрелгән тигәнде аңлата) тип исем бирә.
“Рәсәй тарихы” йылында бөйөк батша Петр I иҫтәлегенә икенсе икмәгебеҙгә ата-бабаларыбыҙ биреп ҡалдырған исеме ҡайтарып бирелһен ине.
Фидат ЮНЫСОВ.
Ҡырмыҫҡалы районы.


Вернуться назад