Изге төйәгебеҙҙең йөҙөк ҡашы21.02.2012
Һуңғы ваҡытта баҫма матбуғатта, телевидение тапшырыуҙарында туған тел хаҡында сығыштар йышая төштө. Был — үтә ҡыуаныслы хәл.
Республикабыҙҙың рәсми исеме “Башҡортостан Республикаһы” тип Конституциябыҙ менән нығытылып ҡуйыуына ҡарамаҫтан, был атаманың тупаҫ боҙолоуы хаҡында “Башҡортостан” гәзитендә һүҙ булғайны инде. Был йәһәттән күршеләребеҙҙән өлгө алырға кәрәк — улар бер ваҡытта ла “Татария” һүҙенә юл ҡуймай.
Шул уҡ ваҡытта “Башҡортостан” һүҙендәге икенсе “о” хәрефенең бер кәрәген тапмайым. Урыҫ грамматикаһының ҡағиҙәһенә таянып, ике һүҙҙе “о” менән бәйләп ҡуйғанбыҙ. Минеңсә, республикабыҙҙың исеме Татарстан, Ҡаҙағстан, Үзбәкстан кеүек бәйләүесһеҙ яҙылырға тейеш.
Һаман да, һирәкләп булһа ла, Башҡортостанда башҡортлаштырыу процесы бара, тигән ялған уйҙырмаларҙы ишетергә тура килә. Башҡорт теле — республикабыҙҙың Конституция менән нығытылған дәүләт теле. Ә башҡортлашыуҙы башҡа халыҡтар күп быуат элек үҙҙәре башлаған — төрлө сәбәптәр менән еребеҙгә күпләп күсеп килгәндәр. Халҡыбыҙ улар менән дуҫ-татыу йәшәүҙе хуп күргән, әле лә шулай. Мәҫәлән, беҙҙең ауыл (Ейәнсура районы) эргәһендә бәләкәй генә ике урыҫ ауылы бар. Сабынлыҡтары, болондары, урман-тауҙарына ҡәҙәр башҡортса атама биргәндәр. Хатта “Урыҫ ятҡан” тигән урындары ла бар. Был ауылдарҙа ғүмер итеүселәр менән дуҫ-татыу йәшәйбеҙ. Улар заманында ер биреп, тыныс йәшәү мөмкинлеге тыуҙырған өсөн урындағы халыҡҡа рәхмәтле. Күптәре башҡортса һөйләшә.
Күп милләтле республикабыҙҙа һәр халыҡҡа телен, сәнғәтен үҫтереү өсөн уңайлы шарттар булдырылған. Уҡытыу алты телдә алып барыла, йәкшәмбе мәктәптәре артҡандан-арта. Ошоноң менән күп төбәктәргә өлгө булып тора республикабыҙ.
Башҡорт теле, дәүләт теле булараҡ, Башҡортостандың көҙгөһө булырға тейеш. Тел күрке — ил күрке. Уның сафлығын һаҡлау, мөмкинлектәрен киң файҙаланыу — төп бурысыбыҙ.
Сәлимйән ҒҮМӘРОВ,
филология фәндәре кандидаты,
Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы.


Вернуться назад