Үҙ бәҫен төшөрөп...21.02.2012
Баймаҡҡа юл төшкәс, хәлен беләйек тип, оҙаҡ йылдар бергә ҡатышып йәшәгән Фариза апайға инеп сығырға булдыҡ.
— Маҡтап йөрөйһөгөҙ, — тип тышҡа уҡ сығып ҡаршы алды апайыбыҙ. — Ашҡа ултырырға ғына йөрөй инек. Татарстандан бер туған ҡустым ҡунаҡҡа килгән. Әйҙә, әйҙә, инегеҙ.
Хәл-әхүәл һорашып, танышып алғас, һөйләшеп киттек. Еңгәй ҙә, ҡырҡ йәшкә етеп килгән, әле өйләнмәгән улы ла татарса һөйләшә. Ағай ҙа ҡайһы бер һүҙҙәрҙе татарсараҡ итеп әйтеп ҡуя. “Еңгәй, ярай, татар ҡыҙы. Ҡусты ла мәктәптә әсәһе телендә уҡығандыр. Ә Рәфҡәт ағай ниңә тыуған илендә үҙенең бәҫен төшөрөп ултыра икән?” — тип уйлап ҡуйҙым. “Йәшләй Татарстанға сығып китеп, ошо йәшкәсә шунда йәшәһә, улай ғына булалыр инде”, — тип эстән генә үҙ-үҙем менән бәхәсләшәм.
Тормош юлымдан да бер миҫал килтереп үтәйем. Мин VI — X кластарҙа әлеге Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернатында белем алдым. Арабыҙҙа бер нисә татар егете лә булды. Яңауыл районынан килгән аҙашым, Фәрит исемле егет (хәҙер мәрхүм инде): “Ауылыбыҙға берәй башҡорт килһә, бөтә ауыл ҡарарға сыға”, — тип һөйләп аптырата торғайны. Ул үҙе беҙҙең менән бергә башҡортса уҡыны, һөйләште, мәктәпте тамамлағандан һуң осрашҡан мәлдәрҙә лә һәр саҡ башҡортса аралаштыҡ. Әммә Фәриттең туған теленә бер ҡасан да хыянат итмәҫен ныҡлы аңлай инек.
Күптән түгел магазинда булған бер күңелһеҙ осраҡ хаҡында ла яҙмай үтә алмайым.
— Ҡаймаҡ күпме тора? — тип һораным һатыусынан.
— Говори по-русски, — тине ул, яман ҡарап.
Сибайҙа урыҫ, сыуаш, йәһүд, мордва — барыһы ла, һөйләшә алмаһа ла, башҡортса аңлай. Шуға ла:
— Һорар инем дә бит, Рәмилә, ҡаймаҡ урыҫса нимә була ул? — тип шаярттым (һатыусының түшендә исеме яҙылған ҡағыҙ ҡаҙаулы тора ине).
— Я тебя обслуживать не буду. Иди отсюда, — тип Рәмилә мине ҡыуып сығарҙы.
Башҡортса һөйләшеү шулай ғәрлекме икән? Ниңә үҙ телебеҙҙе үҙебеҙ кәмһетеп йәшәйбеҙ?
Фәрит ӘХМӘРОВ.
Сибай ҡалаһы.


Вернуться назад