Яңы институт эш башланы21.02.2012
Яңы институт эш башланыМифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында күптән түгел Этно-мәҙәни белем биреү институты асылғайны. Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов 2011 йылғы уҡытыусылар кәңәшмәһендә мәктәптәрҙә туған телдәрҙе уҡытыуҙың яңыса формаһын булдырыу мөһимлеген, йәштәрҙә әсә телен өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныуҙың кәмеүен, бының төп сәбәбе белем биреү алымдарының ылыҡтырғыс булмауында икәнен билдәләне. Һөҙөмтәлә төп педагогик уҡыу йорто булған БДПУ-ға туған телдәрҙе үҫтереү менән шөғөлләнәсәк институт асыу бурысын йөкмәттеләр.
Директоры итеп БДПУ-ның урыҫ теле кафедраһы профессоры, башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡытыу буйынса федераль комиссия рәйесе Рәйсә ХӘЙРУЛЛИНА тәғәйенләнде. Институттың башланғыс эшмәкәрлеге тураһында ҡыҙыҡһынып, етәксегә бер нисә һорау менән мөрәжәғәт иттек.
— Рәйсә Хәниф ҡыҙы, Этно-мәҙәни белем биреү институтының төп йүнәлештәре ниндәй буласаҡ?
— Уҡыу йортонда әле дүрт лаборатория булдырылды. Уның беренсеһендә республиканың дәүләт телдәрен өйрәнеү һәм үҫтереү менән шөғөлләнәсәкбеҙ. Был лаборатория университетта электән уңышлы эшләп килгән лингво-методик үҙәк нигеҙендә асылды. Етәксеһе итеп профессор Рәйсә Дәүләтбаева тәғәйенләнде. Лабораторияла башҡорт һәм урыҫ телдәрен һөҙөмтәле уҡытыу буйынса проекттар, заманса дәреслектәр, методик әсбаптар төҙөләсәк, дәүләт телдәре уҡытыусылары менән ныҡлы эш алып барыласаҡ.
Икенсеһендә, туған телдәрҙе өйрәнеү лабораторияһында ла, шундай уҡ хеҙмәттәр атҡарыласаҡ. Әле төп иғтибарҙы башҡорт, урыҫ, татар, сыуаш, мари телдәренә йүнәлтергә ниәтләйбеҙ.
Әлеге йәштәрҙең компьютерға өҫтөнлөк биреүен иҫәптә тотоп, өсөнсө лабораторияның эшмәкәрлеген тап ошо юҫыҡҡа йүнәлтмәксебеҙ. Унда туған телдәрҙә компьютер программалары, электрон әсбаптар, методик ҡулланмалар, һүҙлектәр әҙерләү күҙаллана. Тимәк, уҡыусыларға ғына түгел, өлкәндәргә лә телде үҙаллы үҙләштереү мөмкинлеге асыласаҡ.
Шулай уҡ грамоталылыҡҡа, өндәрҙе, һүҙҙәрҙе дөрөҫ әйтергә өйрәтеүсе программалар эшләү ҙә күҙаллана. Һүҙлектәрҙең электрон вариантын булдырыу ифрат отошло булыр ине, сөнки уларҙы баҫтырып сығарыу — оҙайлы ваҡыт талап иткән ҡатмарлы, ауыр хеҙмәт.
Дүртенсе лабораторияла иһә этнопедагогика, этнопсихология өлкәһендә, биҙәү-ҡулланма сәнғәтендә төбәк компонентын һаҡлау буйынса эш алып барыласаҡ.
— Был йәһәттән башҡорт филологияһы факультеты студенттары өсөн ҡыҙыҡлы проект әҙерләнә икән.
— Эйе, уларҙы кейеҙҙән балалар уйынсыҡтары яһарға өйрәтәсәкбеҙ. Сығарылыш студенттары бындай курстан һуң сертификат аласаҡ һәм мәктәптә, мәҙәниәт йортонда түңәрәк ойоштороу хоҡуғына эйә буласаҡ. Кейеҙҙән тыш, башҡа ҡул эштәренә лә өйрәтеү ниәтебеҙ бар. Тимәк, туған тел уҡытыусылары дәрес үткәреү менән генә сикләнмәйәсәк, ә халыҡтың мәҙәниәте, йолалары буйынса кластан тыш сараларҙа ла өҫтәмә белем бирәсәк.
— Институттың коллективы тупландымы?
— Бындай мөмкинлеккә күптән түгел эйә булдыҡ. Әле ғилми коллективта өс фән докторы, дүрт фән кандидаты һәм диссертация эшен тамамлап килгән ике хеҙмәткәр бар. Улар мәктәп һәм юғары уҡыу йорттары педагогтарының инновация проекттары буйынса тәжрибәһен өйрәнеп, дөйөмләштереп, белем биреүҙә яңы алымдар уйлап сығарасаҡ.
Киләсәктә институтта уҡытыусыларҙың квалификацияһын камиллаштырыу ҙа планлаштырыла. Этно-мәҙәни белем биреүҙәге проблемалар буйынса төрлө конференциялар, “түңәрәк өҫтәл”дәр, оҫталыҡ дәрестәре ойоштороласаҡ. Башҡортостан Фәндәр академияһы, Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт, Гуманитар тикшеренеүҙәр институттары менән тығыҙ хеҙмәттәшлек булдырыу, эшебеҙгә ғалимдарҙы йәлеп итеү ниәтебеҙ бар.
З. Биишева исемендәге “Китап” нәшриәте менән яңы методик алымдарҙан торған туған тел дәреслектәре, мәктәпкәсә йәштәге балалар өсөн төрлө китаптар әҙерләү буйынса берҙәм проект төҙөүҙе планлаштырабыҙ. Был йәһәттән әле ғилми авторҙарҙы туплайбыҙ, әсбаптарҙың исемлеген билдәләйбеҙ.
— Институттың планында, белем биреү, ғилми-тикшеренеү эштәренән тыш, төрлө мәҙәни саралар ойоштороу ҡаралғанмы?
— Яҙғыһын тап шундай сара — этно-мәҙәни белем биреү буйынса инновация проекттарының I республика фестивален үткәрергә ниәтләйбеҙ. Унда балалар баҡсаларынан башлап юғары уҡыу йорттарына тиклем барлыҡ мәғариф учреждениеларының ҡатнашыуы көтөлә. Был тәүге эшебеҙ республиканың белем биреү системаһында туған тел һәм әҙәбиәт, тарих, мәҙәниәт дәрестәренең ниндәй кимәлдә алып барылғанын асыҡ төҫмөрләү мөмкинлеген бирәсәк. Фестивалдә күргәндәребеҙҙән сығып, институттың эш йүнәлешенә, бәлки, төҙәтмәләр индерергә тура килер. Был сараны йыл да ойошторасаҡбыҙ, ул хеҙмәтебеҙҙе асыҡ сағылдырып торасаҡ.
Ғөмүмән, эш башланды. Уның барышында өр-яңы, өҫтөнлөклө йүнәлештәр ҙә барлыҡҡа килер. Һәр хәлдә, дәүләт телдәрен һәм туған телдәрҙе уҡытыуҙы юғары кимәлгә күтәреү, улар менән балалар ғына түгел, ата-әсәләр ҙә ҡыҙыҡһынһын өсөн тырышасаҡбыҙ. Был йәһәттән Башҡортостан Хөкүмәте лә ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер.
Дилбәр Ишморатова


Вернуться назад