Бәрәкәтле ерҙән көс алып19.06.2014
Бәрәкәтле ерҙән көс алып
Һайлаған һөнәре өсөн йәнен фиҙа ҡылырға әҙер кешеләргә һоҡланмау мөмкин түгел. Оло йөрәкле, ғәҙел, талапсан уҡытыусы булараҡ билдәле Дилара Иҫәнбаева – тап шундайҙарҙан.


Төрөмбәттә тыуып үҫеп, белем алып, тор­мош ҡороп, хәҙер инде 28 йыл балаларға башҡорт теле һәм әҙәбиәтен өйрәтә ул. Остазы, эшен мөкиббән яратҡан, уҡыусы­ларҙың ижади һәләтен үҫтереүгә күп көс һалған, музей ойошторған Фәрхинур Мәһә­ҙиеваның башланғыстарын лайыҡлы дауам итә. Өҫтәүенә әсәһе лә уҡытыусы булған.
Ижади эшләгән тырыш педагог булараҡ, Дилара Иҫәнбаева белемен даими ка­мил­лаш­тыра, уҡытыуҙа заманса алымдарҙы уңыш­лы ҡуллана. Яңылыҡҡа ынтылыу, ба­ла­ларҙы ойоштора белеү, уларҙың һәр бере­һе­нең үҙенсәлектәрен күреү, яҡшы һүҙ аша кү­ңелде үҫтереү эшенең төп нигеҙен бил­дә­ләй. Ниндәй ғаиләлә тәрбиәләнеүенә, холҡо­на ҡарамайынса, уҡыусыны айырым шәхес итеп күрә белеү мөһимлеген аңлаған педа­гог­тың тәрбиәләнеүселәре уҡыуҙағы уңыш­тары, төрлө кимәлдәге конкурстарҙа, олим­пиадаларҙа еңеүе менән һөйөндөрә, тор­мошта юғалып ҡалмай, һынауҙарҙы лайыҡ­лы үтеп сыға. Был – уҡытыусы өсөн ҙур ҡаҙаныш.
– Беҙҙең йәмле Өршәк буйының, донъяға бөйөк шағир Рәшит Назаровты бүләк иткән бәрәкәтле еребеҙҙең илаһи көсө бар, – ти Дилара Иҙрис ҡыҙы. – Балаларыбыҙҙың күңе­ленә бәләкәстән ижади һәләт, рухи ҡеүәт, телгә маһирлыҡ һалыныуы, һис шикһеҙ, хозур тәбиғәтебеҙгә бәйле.
Дилара Иҫәнбаева мәктәптә “Илһам” тү­ңә­рәген алып бара. Унда балалар ижади һә­лә­тен үҫтерә, шиғыр, хикәйә яҙып ҡарай, тасуири уҡырға өйрәнә. Кабинетта матбуғат баҫмаларын туплап баралар, балалар гәзит-журнал мәғлүмәттәре менән даими таныша. Дилара Иҙрис ҡыҙы үҙе лә милли матбуғат баҫ­маларын дәрестәрендә, кластан тыш са­ра­ларҙа уңышлы файҙалана. Башҡорт теле ка­бинетындағы (ул районда үткәрелгән “Иң яҡ­шы кабинет” конкурсында бер нисә мәр­­тәбә еңеүсе тип билдәләнде) өҫтәмә ма­териалдар, яҙыусыларҙың, шағирҙарҙың тор­мошона һәм ижадына арналған аль­бомдар, башҡа төрлө сығанаҡтар уҡы­тыу­сыға эшен һөҙөмтәле алып барырға бу­лыш­лыҡ итә. Ауырғазы районында үткәрелгән “Көндәлек” тапшырыуында белемле педагогтың II урынды яулауы ла күп нәмә хаҡында һөйләй. Башҡортостан Мәғариф ми­нистрлығының Маҡтау грамотаһы, рәхмәт хаттары – Дилара Иҫәнбаеваның хеҙмәтенә лайыҡлы баһа.


Вернуться назад