Районыбыҙҙың Иванай мәктәбендә башҡорт телен уҡытыуға ифрат етди ҡарайҙар һәм яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшәләр.
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гөлсибәр Әхмәтғәлиева әйтеүенсә, уҡыусылар республика конкурстарында призлы урындар яулай, район кимәлендә уҙғарылған "Урал батыр" эпосын яттан һөйләүселәр бәйгеһендә алдынғылыҡты бирмәй.
Мари милләте вәкилдәрендә башҡорт теленә ҡарата шундай матур мөнәсәбәт, хөрмәт тыуҙыра алған, күҙгә күренеп торған уңыштарға өлгәшкән уҡытыусы үҙе кем һуң?
Гөлсибәр Хәмиҙулла ҡыҙы Ҡыйғы районының ҙур башҡорт ауылы Абзайҙа тыуған.
Башҡорт дәүләт университетының география факультетын тамамлап, утыҙ йылдан ашыу элек Балтас районының матур тәбиғәтле Көнтүгеш ауылына килен булып төшкән. Квалификацияһын күтәргәндән һуң бына күп йылдар башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән уҡыта. Тәүҙә Көнтүгеш урта мәктәбендә эшләне, унда уҡытыу бөтөрөлгәс, алты саҡрым йыраҡлыҡта урынлашҡан Иванай урта мәктәбендә балаларға белем бирә башланы.
Эшенә яуаплы ҡарауы, тырышлығы үҙенә лә еңеүҙәр килтерә. Районда уҙғарылған "Иң яҡшы класс етәксеһе", "Башҡорт йыры" конкурстарында еңеү яуланы. Көнтүгеш ауыл мәҙәниәт йорто ҡарамағындағы "Гөлнәзирә" ансамблендә лә сығыш яһай ул.
"Башҡортостандың мәғариф отличнигы" тигән маҡтаулы исем йөрөткән Гөлсибәр Әхмәтғәлиеваның ауылда ла, коллективта ла абруйы ҙур. Йылдар дауамында матбуғат баҫмаларын күпләп алдыра, уларҙы дәрестәрендә, кластан тыш сараларҙа уңышлы файҙалана.
Тормош иптәше Марат Миңләхмәт улы менән өс ҡыҙ үҫтерҙеләр. Уларҙың барыһы ла буй еткергән, тормошта үҙ юлдарынан ышаныслы атлай.
Гөлсибәр Әхмәтғәлиева үткәргән бер кисәлә мари ҡыҙҙары һәм егеттәренең саф башҡорт телендә шиғырҙар уҡыуын, мәҡәлдәр әйтеүен ишетеп, һоҡланып ултырҙыҡ. Туған телгә мөхәббәт тәрбиәләгән талантлы уҡытыусының был эшкә күпме көсө һалынған! Ҙур рәхмәт һеҙгә, Гөлсибәр Хәмиҙулла ҡыҙы!