Һүҙҙәрҙең дөрөҫ яҙылышын билдәләгәндә, аңлашылмаусанлыҡтар йыш була. Был тәбиғи хәл, сөнки ғалимдар мәсьәләгә үҙ күҙлегенән ҡарай, ҡағиҙәләргә таянып эш итә, ә ябай халыҡ, киреһенсә, яҙылышты телмәргә яҡынлаштырырға, ябайлаштырырға тырыша.
Һәр кем үҙенсә хаҡлы, әлбиттә. Әммә үҙ фекереңде көсләп тағып, еңеп сығырға ашҡыныуҙан фәтүә булмаясаҡ. Һүҙҙәр донъяһы — йәнле тормош. Унда ла тыуым, йәшәү, үлем бар. Һаҡһыҙ ҡыланып, ҡайһы саҡта үҙебеҙ үк һүҙҙәребеҙҙең тамырын өҙә сабып, уларҙы юҡ итеп ҡуябыҙ. Шул уҡ ваҡытта, киреһенсә, ситтәрҙе ҡолас йәйеп ҡаршы алабыҙ. Уйлап эш итһәк ине.
Ғалимдарға әйтер һүҙем бар. Әллә ҡасанғы ҡағиҙәләргә сат йәбешеп, халыҡтың әйткәндәрен ҡолаҡ ситенән үткәрмәһәгеҙсе. Был йәһәттән филология фәндәре кандидаты Вәли Псәнчин күндәмлек күрһәтте. Гәзиттең былтырғы 11 ноябрь һанында сыҡҡан “Һәр һүҙҙең үҙ урыны бар” тигән мәҡәләһендә ул: “Банк, лизинг һүҙҙәренең аҙағына “ы” өнөн өҫтәү хаҡында ла фекерем бар. Был өндөң вазифаһы — һүҙҙәрҙең әйтелешен еңелләштереү. Яҙма формаһы иһә аралашыуҙа бик һирәк ҡулланыла. Шуға күрә ҡағиҙәгә бик үк иғтибар итеү кәрәкмәйҙер”, — тип яҙҙы. Уның менән килешәм. Һәр хәлдә, ҡағиҙәне бит үҙгәртергә мөмкин.
Һүҙҙәр донъяһын байытыу өсөн диалект һүҙҙәрен киң ҡулланыу зарурлығы хаҡында “Телгенәм-бергенәм” махсус битендә сыҡҡан мәҡәләләрҙә байтаҡ әйтелгәйне инде. Был йәһәттән тел, мәҙәниәт уҡытыусыларына ҙур бурыс йөкмәтелә. Улар дәрестәрендә урындағы халыҡҡа хас һүҙҙәрҙе сикләмәй ҡулланһын ине. Юғиһә ҡайһы берәүҙәрҙең, дәреслектәрҙәге ҡағиҙәләрҙе генә хуп күреп, баланың һөйләшен “дөрөҫләргә” тырышыу осраҡтарын күргәнем булды. Әлбиттә, уҡыусыларға әҙәби тел менән һөйләш араһындағы айырманы төшөндөрөү кәрәк.
Минеңсә, әҙәби телебеҙҙе байытыу буйынса етди эш алып барырға тейешбеҙ. Мәҫәлән, республикабыҙҙың күп урындарында -лар, -ләр (ҡыҙлар, егетләр) ялғауҙарын ҡулланалар. Ошо формаларҙы ла әҙәби телебеҙгә индерһәк, һүҙ байлығыбыҙ ҡайһылай артыр ине! “Башҡорттар улай һөйләшмәй!” — тип милләттәштәребеҙҙе ситкә тибеп йөрөмәҫ инек.
[i]Нәзирә МӨХӘМӘТДИНОВА.
Учалы районы.[/
i]