Төп милли баҫмабыҙ “Башҡортостан”ды 1970 йылдан бирле алдырып уҡыйым. Һуңғы ваҡытта гәзит ыңғай яҡҡа ныҡ үҙгәрҙе: башҡортто һыҙландырған иң ҡырҡыу проблемаларҙы асыҡтан-асыҡ күтәреп сыға башланы.
Мәҫәлән, баҫманың былтырғы 224-се һанын бер тынала уҡып сыҡтым. Ундағы “Башҡорт донъяһы” тигән ҡушымта һәм “Телгенәм-бергенәм” махсус бите айырыуса оҡшаны. Яҙмаларҙы уҡып сыҡҡас, күңелдә күп һорау тыуҙы. Әйтәйек, борон-борондан башҡорттар төйәк иткән еребеҙҙе “Башҡортостан Республикаһы” тип иғлан итеүҙәренә ҡарамаҫтан, үҙәк һәм урындағы матбуғат сараларының күбеһендә һаман да элеккесә “Башкирия” тип тылҡыйҙар. Мәскәүҙән эш менән килгән ҡайһы бер түрәләр ҙә үҙ сығыштарында, әллә белмәй, әллә белмәмешкә һалышып, “Башкирия”нан һалдыра.
“Телгенәм-бергенәм” махсус битендә Бөрйән районынан Вәзимә Мәжитова: “Улар бит беҙҙе “башҡорт” тип түгел, “башкир” тип атай”, — тип бик дөрөҫ яҙа. Һөҙөмтәлә “башкир”ҙан Башкирия килеп сыға ла инде.
Мин “Аргументы и факты” гәзитен ҡалдырмай уҡып барам. Уның “Башкортостан” тигән ҡушымтаһы бар. Әммә исеме генә шулай, мәҡәләләрендә иһә был исем бөтөнләй онотола — “Башкирия” өҫтөнлөк итә. Ошонан сығып, ҡушымтаны сығарыусылар үҙ төбәген бөтөнләй һанға һуҡмай тигән һығымтаға киләһең.
Шул уҡ ваҡытта Рәсәй матбуғат сараларында ут күршеләребеҙҙе бер ҡасан да “Татария” тимәйҙәр, “Татарстан” тип кенә торалар. Тимәк, татар ҡәрҙәштәребеҙ был проблемаға бик етди ҡарай. Беҙгә лә уларҙан үрнәк алырға, баһабыҙҙы белергә өйрәнергә кәрәк.
Ҡасим ЯНБАЕВ.
Ейәнсура районы,
Үрге Бикбирҙе ауылы.