Уҡытыусылар ниңә өндәшмәй?20.01.2012
“Башҡортостан” гәзитендә донъя күргән “Һүҙҙәр донъяһында буталмайыҡ” (2011 йыл, 2 сентябрь) тигән мәҡәләлә күтәрелгән һорауҙарға үҙ фекеремде әйтмәксемен.
Минеңсә, -цион ялғауынан бөтөнләйгә ҡотолоу мөмкин түгел. “Революцион идеялар” тигәнде революция идеялары тип тәржемә иткән хәлдә лә, дистанцион уҡытыу үҙ урынында ҡалһа, яҡшыраҡ булыр. Киләсәктә тағы ла әллә ниндәй уҡыу-уҡытыу төрҙәре барлыҡҡа килер — уларҙың барыһын да башҡортлаштыра башлаһаҡ, төрлө буталыш, аңлашылмаусанлыҡтар тыуыуы ихтимал. Неологизмдарҙы, теләйбеҙме-юҡмы, ҡабул итергә тейешбеҙ!
“Миәсме, Мейәсме?” — тиелә яҙмала. Тәүге вариант дөрөҫтөр, сөнки “и” хәрефе “ей” тип уҡыла бит. Мәҫәлән, Ғәли, Ғәлиев, Ғәлиә, Ғәни тип яҙабыҙ, ә Ғәлей, Ғәләйев, Ғәлейә, Ғәней тип әйтәбеҙ. Ошо урында үҙемде борсоған бер мәсьәлә хаҡында ла яҙып үтәйем. Беҙҙең Бөрйән районында Мәһәҙи ауылы бар, ниңәлер уның исемен Мәһәҙейгә үҙгәрттеләр. Төрлө белешмә китаптарында ла ул шулай атала (урыҫса — Магадеево). Улай булғас, Вәли, Ғәли исемдәре нисек яҙылырға тейеш һуң? Белешмә китаптарында башҡа хаталар ҙа бар. Мәҫәлән, Ҡолғона ауылы Ишембайҙа, ә беҙҙәгеһе — Ҡолғана. Һарғайы, Яңы Уҫман түгел, ә Һарғая, Яңы Усман. Аҫҡар ауылын иһә матбуғат биттәрендә Асҡарға әйләндереп ебәрәләр. Әбйәлилдең үҙәге — Асҡар, ә беҙҙә ул — Аҫҡар ауылы.
Ошо уҡ темаға килгәндә, Татарстандың баш ҡалаһы Ҡазан булып ҡалырға тейеш: ҡаҙан һүҙенән килеп сыҡҡан тип, Ҡаҙан атамаһын ҡабул итеү аҡылһыҙлыҡтыр тип уйлайым. Атамаларҙы улай саманан тыш башҡортлаштырырға ярамайҙыр.
Шулай уҡ Өфө кешеләрен — өфөлөләр, Ҡазандыҡыларҙы ҡазанлылар тип әйтеүҙе һәм яҙыуҙы хупламайым. Улар — өфөләр, ҡазандар, беҙ — бөрйәндәр.
Мәҡәләлә бирелгән һүҙ, һүҙбәйләнештәргә килгәндә, населенный пунктты — йәшәү пункты тип атау, Халыҡ-ара (ҙур хәрефтән), гран-при (бәләкәй хәрефтән) тип яҙыу яғындамын.
Шулай уҡ, яҙмала әйтелгәнсә, матбуғат биттәрендә диалект һүҙҙәрен дә ҡулланыу мөһим, әммә саманы оноторға ярамай. Уларға аңлатма биреп китеү ҙә мотлаҡ. Мәҫәлән, беҙҙәге ҡутарғанса, һәптеюҡ, синдек һүҙҙәренең мәғәнәһенә төшөнөүселәр һирәк булыр. Ә бутмыл һүҙенең мәғәнәһен аңлайһығыҙмы? Баҡырсаны? Самат Ғәбиҙуллин үҙ ижадында бөрйәнсә һүҙҙәрҙе оҫта ҡулланған, хәҙер уның был алымын уҡыусылары дауам итә.
Шуныһы күңелде ҡыра: “Башҡортостан” гәзитендә туған телдең киҫкен проблемалары хаҡында бәхәс барған мәлдә төп башҡорт райондары мәктәптәренең башҡорт теле уҡытыусылары өнһөҙ ҡалыуын дауам итә. Ниңә шулай битарафбыҙ?! Төп милли баҫмабыҙ үҙ һүҙебеҙҙе әйтеү өсөн ҙур мөмкинлек бирҙе — ҡағыҙға күмелеп, план тип кенә ултырмаһағыҙ, матбуғатҡа уй-фекерҙәрегеҙҙе яҙып торһағыҙ ине. Филологтар, телде иң камил белеүсе, өйрәнеүсе кешеләр ҙә инде һеҙ! Матбуғат та, мәктәп кеүек үк, тәрбиә үҙәге бит.
Л. АҪЫЛҒУЖИНА.
Бөрйән районы,
Мораҙым ауылы.


Вернуться назад