Педагогия фәндәре докторы, БДУ профессоры Рафаэль Аҙнағоловтың “Телгенәм-бергенәм” махсус битендә сыҡҡан “Баҫыуҙа агрономдар күбәйҙе” (2011 йыл, 2 декабрь) тигән мәҡәләһе бик оҡшаны. Матбуғат биттәрендә мәҡәлдәрҙең үҙгәртелеүе хаҡындағы фекере менән айырыуса килешәм.
“Ана һөтө менән инмәгән тана һөтө менән кермәҫ” тигәнде — “әсә һөтө менән инмәгән кәзә һөтө менән кермәҫ” тиеп, кештәк һүҙен кетәккә алмаштырыу — үҙе ҙур хилафлыҡ бит. Рафаэль Аҙнағоловтың “Башҡорт телендә 250 мең һүҙ булырға тейеш” тигәне менән дә ризамын. Атаҡлы ғалим Жәлил Кейекбаев шундай фараз йөрөткән. Уның “Туғандар һәм таныштар” тигән әҫәрен уҡып, теленең байлығына хайран ҡалғайным.
Һүҙҙәребеҙҙең ҡәҙерен белергә кәрәк. Башҡа телдән килеп ингән тигән уйҙырмалар менән уларҙы ситләтергә ярамай. Мәҫәлән, беҙҙә “дәүләт” тигән бик матур һүҙ бар. Башҡорт теленең ике томлыҡ һүҙлегендә, “хөкүмәт” тигән мәғәнәһенән тыш, уны байлыҡ, мал-мөлкәт тип аңлаталар. Л.В. Успенский иһә “Слово о словах” тигән китабында: “Довлеть” — иҫке славян һүҙе”, — тигән. Мәғәнәһе — етешлек, байлыҡ, муллыҡ. Удовольствие, продовольствие кеүек һүҙҙәрҙең нигеҙен тәшкил итә. Быны тел белгестәре В.И. Даль, Н.М. Шанский, Макс Фасмер ҙа раҫлай. Шуға ҡарамаҫтан, дәүләт һүҙенең шәреҡтән сыҡҡанына икеләнмәйем. Элек урыҫтарҙа “Довлеет дневи злоба его” тигән тотороҡло һүҙбәйләнеш йәшәгән. Башҡортсаға һүҙмә-һүҙ тәржемә иткәндә, “һәр көнгә үҙ мәшәҡәттәре етерлек” тигәнде аңлата. Тимәк, минеңсә, урыҫтарҙың “довлеть” тигән һүҙе байлыҡ, муллыҡ түгел, ә давить, давление төшөнсәләренә яҡын.
Фәнит ҒАЙСИН.
Учалы ҡалаһы.