"Сафлыҡ бирҙең миңә, ҡеүәт бирҙең, ҡуша үҫтең йөрәк итемә"23.05.2014
"Тел — милләттең, шул иҫәптән башҡорттоң, иң ҡиммәтле, ҡәҙерле хазинаһы. Ул халыҡтың ижтимағи тормошонда, яҙмышында баһалап бөткөһөҙ ҙур урын тота", — тигән һүҙҙәр бар "Халҡым теле — хаҡлыҡ теле" тигән китапта (төҙөүсеһе — профессор М.В. Зәйнуллин).


Һүҙ сәнғәтендә туған тел темаһы элек-электән өҫтөнлөк иткән. Быны, мәҫәлән, Ҡәҙим Аралбаевтың түбәндәге шиғри юлдары ныҡлы раҫлай:
Иң боронғо замандарҙан килгән бай тел,
Телем телгә йоҡмаҫ йомшаҡ, ипле, наҙ тел,
Әсәйҙәрҙең бишек йыры — нағыҙ бал тел,
Атайҙарҙың ҡобайыры — оран, дау тел.
Һүҙ оҫталарының ижадына туған телгә ҡарата һөйөү, ғорурлыҡ, ихтирам, шул уҡ ваҡытта уның киләсәген уйлап борсолоу, тоғролоҡ тойғолары хас. Мәҫәлән, Зәйнәб Биишеваның "Башҡорт теле" тигән киң билдәле шиғырындағы лирик герой рухи хазинабыҙҙы ҡәҙерләп, ҡайнар һөйөүен халыҡсан сағыштырыуҙар аша нағышлап, заманса тормошҡа ашыра:
Моң шишмәһе һандуғастай йырсы ла һин,
Һығылма бил тал сыбыҡтай нәфис тә һин,
Аллы-гөллө гөл-сәскәләй наҙлы ла һин —
Эй, илһамлы, эй, хөрмәтле башҡорт теле!
Шағирә Рәмзилә Хисаметдинованың "Туған тел"ендәге лирик герой иһә рухи хазинабыҙҙы кейек ҡаҙҙар моңона әүерелдерә. Әҫәрҙең аҙағында автор үҙен күк йөҙө төҫөндәй бейек һәм бөйөк күңелле, ҡош телле халҡының бер ҡаурый ҡанаты итеп яралтҡан донъяға мәдех ҡыла:
Ҡоштар телле халҡым!
Шуғамы икән
Әйтер һүҙем, хисем ҡанатлы.
Рәхмәтлемен, донъя —
Шул ҡоштарҙың
Бер ҡаурыйы итеп яраттың!
Бөгөнгө башҡорт лирикаһында туған телде художестволы сағыштырыуҙарҙың төрлө формаһы осрай. Мәҫәлән, ҡушарлы, йәғни, бер нисә әйбергә тиңләштереү. Мәҫәлән:
Һин бит беҙгә — мөғжизәләр иле,
Һин булмышың менән — сихырсы.
Күктә янған Аллаһ ҡояшылай
Нур сәсәһең беҙгә бер тигеҙ.
Әсәйемдәй наҙлы, атамдай саф —
Атам-әсәм һиндер, күрәһең.
Һин — диңгеҙгә, кескәй бер шишмәләй
Саф күңелем менән тулһамсы. (Р. Йәнбәк).
Ғөмүмән, һәр ижадсы туған телен үҙенсә һынландыра: кемдер өсөн ул — күк-йыһан, тылсымлы нур; икенселәр өсөн — тәбиғәт, ер-һыу; өсөнсөләргә — йыр-моң...
Рухи хазинабыҙҙы данлау, уға ҡарата ҡайнар һөйөү тойғоһо Хәким Ғиләжевтең анафорик юлдарға ҡоролған "Башҡорт теле" шиғырында үҙенсәлекле асып һалына:
Беҙҙе илле иткән тел ул,
Беҙҙе билле иткән тел ул,
Беҙҙе йәнле иткән тел ул,
Беҙҙе йүнле иткән тел ул —
Һай, афарин, башҡорт теле!
Ватанын, халҡын яратҡан кеше, алыҫ тарафтарҙа йөрөһә лә, туған теленән һис ҡасан биҙмәй. Уға намыҫы, иманы рухи көс-ҡеүәт, ҡот өҫтәй. Рәшит Назаровтың "Туған тел" тигән шиғырындағы лирик геройҙың уй-фекере нәҡ ошоға барып ялғана:
Миңәме ни һине оноторға?!
Туған телем, әсәм һөтөләй,
Сафлыҡ бирҙең миңә, ҡеүәт бирҙең,
Ҡуша үҫтең йөрәк итемә.
Әйҙә, юлдар алыҫ китһен,
Мин барыбер — тыуған илемдә.
Тыуған илгә булған һөйөүемде
Әйтермен мин туған телемдә.
Рухи хазинабыҙға дан йырҙары М. Кәримдең "Инәм теле — иман телем", Р. Ғариповтың "Туған телем — тыуған еремдә", Х. Назаровтың "Телем, моңом", Т. Йосоповтың "Туған тел", К. Кинйәбулатованың "Туған телем", Р. Шәкүрҙең "Тел диңгеҙе", И. Кинйәбулатовтың "Туған телем", Ғ. Дәүләтовтың "Ниндәй көн был?" С. Әлибаевтың "Туған телем", З. Йәнбирҙинаның "Ҡайһы яҡтың башҡорто һин, һылыуым?" һәм башҡа әҫәрҙәрендә ихлас һәм көр яңғырай. Байлығыбыҙҙы күҙ ҡараһылай һаҡларға, ҡәҙерләргә өндәү Рәшит Шәкүрҙең ҡобайыр алымы менән яҙылған "Һаҡлағыҙ" тигән шиғырында асыҡ сағыла:
Күҙегеҙҙе һаҡлаған кеүек
Телегеҙҙе һаҡлағыҙ!
Үҙегеҙҙе яҡлаған кеүек
Ерегеҙҙе яҡлағыҙ!
Телгә берәү телен тейҙерһә,
Телһеҙ-өнһөҙ ятмағыҙ!
Мәүлит Ямалетдиндың "Ике күҙҙең ике ҡараһылай" исемле әҫәрендәге лирик герой ҙа телде ҡурсаларға әйҙәп, киләсәккә оран һала:
Туған телде күҙ ҡараһы кеүек
Һаҡлайыҡсы, ҡыҙҙар, егеттәр.
Ҡарғалар күп, ә беҙ һирәкбеҙ, тип
Ҡарҡылдауға күсмәй бөркөттәр!
Ерҙә һәр тел — ғүмер буйы йыйған
Хазинаһы бит ул халыҡтың.
Хаҡыбыҙ юҡ беҙҙең юғалтырға
Бөртөгөн дә ошо байлыҡтың!
Туған теленең бәҫен төшөргән, кәмһетергә маташҡан әҙәмдәр ҙә юҡ түгел. Ундайҙарға Әсхәл Әхмәт-Хужа заманса нәсихәт ҡыла:
Туған телгә аслан ҡул күтәрмә —
Туған тел ул — атаң теле лә!
Атаһына ҡулын күтәргәнде
Ғәфү итмәй ере, иле лә!
Бындай әҙәмдәрҙән Ҡәҙим Аралбай менән Рамазан Шәғәлиев сатирик әҫәрҙәрендә әсе көлә:
Туған телем туйҙырмай тип тамағымды,
Ят телдә тултырам тип табағымды
Ҡул һелтәне, төкөрҙө туған теленә,
Шуға уның теле лә юҡ һәм иле лә.
(Ҡ. Аралбай).

* * *

Ике һүҙҙең береһендә — сит тел һүҙе —
Ҡолағымды ярып бара, бөттө түҙем!
Ҡыйналғанмы, ҡыйланғанмы башҡорт теле?
Кем ғәйепле? Заманамы? Бәлки, үҙем?..
(Р. Шәғәлиев).

Фәүзиә Юлдашбаеваның "Башҡорт теле ниҙән кәм?" тигән шиғырындағы лирик герой ҙа маңҡорттарға тураһын әйтә. "Үҙ телен онотҡан йәндең тормошонда булмаҫ йәм, ата-инәһен ҡәҙерләмәҫ әсә телен белмәҫ йән", — ти ул, асырғанып.
Рухи байлығыбыҙҙың яҙмышы хаҡында тәрән уйланыуҙар, борсолоу-һыҙланыу Р. Бикбаевтың "Халҡыма хат", М. Ямалетдиндың "Халҡым хазинаһы", Тойғондоң "Йырһыҙ йәшәү — нурһыҙ йәшәү, тиҙәр...", С. Ғәбиҙуллиндың "Ил йәшәр, тел йәшәр, дан йәшәр", Р. Түләктең "Башҡортлоҡ" һәм башҡа әҫәрҙәрҙә айырыуса көр яңғыраш тапҡан.
Ғөмүмән, хәҙерге башҡорт шиғриәтендә туған телдең үткәне, бөгөнгөһө, киләсәге ил, халыҡ, кешелек донъяһы менән тығыҙ бәйләнештә бирелә. Быны Хәсән Назарҙың тапҡыр, мәргән һүҙҙәре йөпләй:
Өс нәмә тоталыр беҙҙе:
Ер, тел, иман.
Ерең барҙа дәүләтең бар —
Шуға инан.
Тимәк, туған тел йәшәһә, милләтебеҙ ҙә, Ватаныбыҙ ҙа имен, мәңгелек булыр.

Флорида ФАЗЫЛОВА,
филология фәндәре кандидаты.



Вернуться назад