Мәҙәни кимәлде күрһәтә түгелме?23.05.2014
Мәҙәни кимәлде күрһәтә түгелме?
Республиканың ҡала һәм райондары буйынса “Башҡортостан халыҡтары телдәре тураһында”ғы Закондың үтәлешен тикшереү йәһәтенән әленән-әле рейдтар үткәрелеүенә ҡарамаҫтан, сауҙа йорттары, йәмәғәт туҡланыуы урындары һәм магазиндарҙағы алтаҡталарҙағы мәғлүмәттең башҡортса дөрөҫ яҙылмауына, ҡайһы бер осраҡта уларҙың хатта бөтөнләй сит телдә бирелеүенә миҫалдар байтаҡ.


Был — ҡанунды һанға һуҡмаумы, әллә битарафлыҡмы? Ишетеүемсә, ҡайһы бер эшҡыуарҙар сит телдәр аша клиенттарҙы күберәк йәлеп итергә мөмкин тип уйлай. Шуға күрәлер, хәҙер Сибайҙа ла халҡыбыҙға хас булмағанса биҙәлгән магазин, кафе, ресторандар бермә-бер артты.
Яңыраҡ магазиндан икмәк һатып алып, хайран ҡалдым: бойҙай икмәге түгел, ә бойгай икмеге ашайбыҙ икән дә... Ярай, башҡортса яҙмала ғына хата булһа, урыҫсаһы ла дөрөҫ яҙылмаған бит. Был йәһәттән бөгөн күп етәкселәр башҡорт телен белмәүе менән аҡланырға тырыша, ә уның дәүләт статусы хаҡында уйлап та бирмәй. Ғөмүмән, “Башҡортостан халыҡтары телдәре тураһында”ғы Закон ҡабул ителеүгә 15 йылдан ашыу ваҡыт үтһә лә, әле булһа тупаҫ хаталарға юл ҡуйылыуы һис тә аңлашылмай. Элегерәк тәржемәселәр табыуы ауыр, тип аҡланырға тырышһаҡ, бөгөн быға һылтаныу урынһыҙ. Мәҫәлән, көнөнә меңләгән икмәк бешереп, уны республиканың ғына түгел, күрше өлкәләрҙең сауҙа нөктәләренә һатыуға сығарған “Сибай икмәге” йәмғиәте ҡаланың “Атайсал” башҡорт гәзите редакцияһынан алыҫ урынлашмаған. Йәйәүләп кил дә редакция хеҙмәткәрҙәренән һора! Урыҫсаһын белмәһәләр иһә, яндарында — “Сибайский рабочий” гәзите редакцияһы.
Бындай күренештәр башҡорт телен һанға һуҡмауҙы ғына түгел, ә шул ойошма етәкселәренең мәҙәни кимәлен дә күрһәтә түгелме һуң? Һәр хәлдә, алтаҡталар, етештергән әйберҙәге яҙыуҙар предприятиеның йөҙөн билдәләй. Ошо хаҡта етәкселәр бер аҙ уйланһын ине. Законды һәр кем үтәргә тейешлеген дә оноторға ярамай.





Вернуться назад