Республиканың дәүләт статусындағы башҡорт теле сәйәсәт, иҡтисад, мәғариф, мәҙәниәт, сәнғәт өлкәләрендә, дини мөнәсәбәттәрҙә, ғөмүмән, һәр урында ҡулланылыуға хоҡуҡлы. Ләкин ул бөгөн үҙ функцияларын тулыһынса үтәй, тип әйтә алабыҙмы? Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, юҡ.
Мәҫәлән, эш ҡағыҙҙарын алайыҡ. Дәүләт ойошмаларында уларҙың һул яҡ мөйөшөнә генә башҡортса штамп баҫыла ла (уныһы ла барыһында ла түгел), ҡалғаны тик урыҫ телендә яҙыла. Ниңә улай булырға тейеш һуң? Әгәр ҙә документ башҡортса яҙылһа, был чиновникка, уның ҡул аҫтында эшләгәндәргә яуаплылыҡ өҫтәр, телде өйрәнеү талабын ҡуйыр ине. Ә был үҙ сиратында милләтебеҙгә ихтирамды арттырмай ҡалмаҫ.
Ғөмүмән, республикаға исем биргән халыҡтың рухи байлығына тейешле хөрмәт юҡ, был тойғо тәрбиәләнеп еткерелмәй. Юғары даирәләрҙә башҡорт кадрҙарының аҙ булыуы ла эсте бошора. Минеңсә, әйтәйек, һәр дәүләт етәксеһенең ҡабул итеү бүлмәһендә республиканың ике дәүләт телен дә камил белгән, олоһона ла, кесеһенә лә иғтибарлы, ихтирамлы, әҙәпле ҡыҙҙар йә егеттәр ултырырға тейеш. Һөҙөмтәлә рухи байлығыбыҙҙы һаҡлауҙың бер сараһы тормошҡа ашыр ине.
Бер-ике йыл элек 1812 йылғы Ватан һуғышының юбилей тантаналарына арналған сараларҙа ҡатнашырға тура килде. Әйткәндәй, полк муллаһы вазифаһын башҡарыу минең өсөн ҙур бәхет булды. Татарстан, Сыуашстан республикаларындағы, Түбәнге Новгород, Владимир өлкәләрендәге тормошто ҡарап, үҙемсә һығымта яһап йөрөнөм. Күршеләрҙең биләмәһендә бер нисә урында туҡталҡа яһаныҡ. Уларҙың урамдарындағы алтаҡталарҙың, сәләмләү һүҙҙәренең күбеһе татар телендә яҙылғанына, аралашыуҙың да тик үҙҙәренсә барыуына һоҡланыуымдың сиге булманы. Үҙ милләтен баһалай, күтәрә белә күршеләребеҙ — афарин! Беҙгә уларҙан өлгө алырға кәрәк.