“Билсән”дән нисек ҡотолорға?25.10.2013
ХХI быуатта башҡорт матбуғатын үҫтереү, белемле журналистар әҙерләү, тел, һүҙ байлығын һаҡлау һәм башҡа маҡсаттар менән Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетында мәғлүмәт сәйәсәте комиссияһы ойошторолғайны. Гәзит-журналдағы мәҡәләләрҙең, радио-телевидение тапшырыуҙарының торошо, кимәле, йөкмәткеһе, ижтимағи тормоштоң, халҡыбыҙ көнитмешенең нисек яҡтыртылыуы хаҡында кәңәш ҡоролдо, уй-теләк әйтелде.

Комиссияның сираттағы ултырышында телмәр оҫталығы, һүҙ маһирлығы, яҙыу, һөйләү телен лексик-грамматик һәм стилистик йәһәттән дөрөҫ ҡороу кимәле хаҡында фекер алышынды. Һәр кемгә мәғлүм: әҙәбиәт, мәҙәниәт, матбуғат, мәғариф тармаҡтары хеҙмәткәрҙәре телебеҙҙе һаҡларға, ҡурсаларға, уның ҡулланылыу даирәһен киңәйтергә бурыслы. Был тәңгәлдә милли гәзит-журналдың, радио-телевидениеның, театрҙарҙың, китаптарҙың әһәмиәте, өлөшө ифрат ҙур. Әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, башҡортса йәмле, йәнле итеп һөйләшеүселәр, аралашыусылар кәмегәндән-кәмей. Улар араһында ҡайһы бер яҙыусыларҙың, журналистарҙың, артистарҙың, уҡытыусыларҙың, ғалимдарҙың булыуы айырыуса аяныслы. Ҙур түрәләр, ойошма-предприятие етәкселәре, хакимиәт башлыҡтары тураһында әйтеп тораһы ла түгел. Боҙоп һөйләү, алабута, билсән, cырмалсыҡ кеүек әрһеҙ үләндәй, тел “аҡланын” баҫа.
Ҡоролтайҙың мәғлүмәт сәйәсәте комиссияһы ултырышында радио-телевидение, гәзит-журнал теленә байҡау яһау бурысы ҡуйылғайны. Ошоға бәйле ҡайһы бер иҫкәрмәләремде, фекерҙәремде яҙып үтмәксемен.
“Урал аръяғы райондары” тигән туҙға яҙмаған атама урынына “Башҡортостандың көньяҡ-көнсығыш райондары” һүҙбәйләнеше ҡулланылышҡа инеп бара. Бөрйән, Белорет, Учалы, Әбйәлил төйәге нәҡ Көньяҡ Уралдың үҙендә урынлашҡан бит! Әммә был йәһәттән һаман да яңылыш атама ишетелеп ҡала.
Мәғлүмәт сараларында һүҙҙәрҙе, һөйләмдәрҙе урыҫсанан туранан-тура тәржемә итеү осраҡтары күҙәтелә. Эре мөгөҙлө мал ҡайтарылды, тиҙәр. Мин телдең ҡәҙерен белгән оло ҡәрҙәштәремдән һыйыр, үгеҙ, буға, тана, быҙау, йылҡы, ат, бейә, ҡолоҡай, дүнән, дүнәсек тигән һүҙҙәрҙе ишетеп үҫтем. Берәү ҙә “эре мөгөҙлө мал” тимәне.
Өҫтәүенә ниңә мал сит ерҙән ҡайтарыла икән ул? Килтерелә бит! Шул уҡ ваҡытта “машинанан дәүләт номеры сиселде” тигән һүҙҙәргә аптыраным. Күлдәк-ыштан, итек, йәнә мәсьәлә, күңел, тел сиселә. Ә дәүләт номеры алына.
Төрлө эш, хәстәрлек, хәл-ваҡиға, әмәл, юл, мөмкинлек, тамаша, кисә, осрашыу һәм башҡа барлыҡ күренеште журналистарыбыҙ “сара” тип атай башланы. Ошоға бәйле бер мәҙәкте әйтеп уҙайым. Бер бала аптырай икән: “Сара ла сара... Инәй, ниңә гел һинең хаҡта һөйләйҙәр, яҙалар ул?”
Иң ныҡ хафаға һалғаны — телмәрҙе, телде ҡыйлаған, кәрәкһә-кәрәкмәһә лә ҡулланылған, башҡорт мөхитенә, һөйләшенә ят һүҙҙәр. Мәҫәлән, мал продукцияһы, ауыл продукцияһы, һөт продукцияһы, ит продукцияһы, ҡаҙ мамығы продукцияһы, кәзә мамығы продукцияһы, урман продукцияһы, нефть продукцияһы, металлургия комбинаты продукцияһы, тимер-бетон заводы продукцияһы... Продукция ла продукция! Әйтерһең, телебеҙ һандығында уны алмаштырырлыҡ һүҙ юҡ. Халыҡ һөйләшендә ҡулланылған, күңелгә ятышлы һөт эсемлектәре, ашамлыҡтары, ит ризыҡтары, кәзә мамығынан бәйләмдәр (шәлдәр, кофталар, ойоҡтар, бейәләйҙәр), ҡаҙ мамығынан мендәрҙәр тигәнде кемдең ишеткеһе килмәй икән! Өҙлөкһөҙ ҡабатланып тәҡәткә тейгән продукция урынына ашамлыҡ, аҙыҡ, тәғәм, ризыҡ, әйбер, тауар, туҡыма, ҡорал, ҡорамал кеүек һүҙҙәрҙе ҡулланыу күпкә күркәм, бәҫле бит.
“Материал” тигән һүҙ ҙә журналистарҙың теленән төшмәй. Мәғдән, матдә, сеймал, яғыулыҡ, тауар, сығанаҡ, мәғлүмәт, дәлил — барыһы ла материал: ҡалыплашҡан, тапалған һүҙҙән ҡасырға мөмкин бит!
Ғөмүмән, журналистың һәр яҙған, әйткән һүҙе йән аҙығы булырға тейеш: улар шуны онотмаһын ине!


Вернуться назад