“Һулар һауам — йәнгә дауам,
Сыуаҡ, матур көн генәм.
Күңелдәргә йәйғор һуҙған
Йор һәм сәсән тел генәм!” —
293-сө балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре, дүрт йәшлек Наҙгөл Әхтәрова менән Рената Ҡалмырҙинаның ошо матур йыры залдағыларҙың йөҙөн тағы ла яҡтыртып, күңел биреп башҡарған хеҙмәтенең емешле икәнлегенә ҡабат инандырҙы.
Был бүләкләнеүселәр — төбәгебеҙҙең дәүләт телдәрен һәм туған телдәрҙе үҫтереүгә тос өлөш индергән хеҙмәт кешеләре. Уларҙың фиҙаҡәрлеге, ныҡышмалылығы, рухлылығы милли хазинабыҙҙы һаҡлау, үҫтереү эшенә ҙур этәргес бирә, ошондай уҡ сифаттарҙы йәш быуын күңелендә тәрбиәләй. Бындай хеҙмәт, һис шикһеҙ, үҙ баһаһын алырға, лайыҡлы билдәләнергә хаҡлы. Өфө ҡалаһы хакимиәте етәкселеге быны яҡшы аңлай һәм һөнәр эйәләренә йыл да иғтибар күрһәтеп, йылы һүҙен еткереп, бүләк тапшырып, уларҙы алдағы үрҙәргә дәртләндереп торорға онотмай. Быйыл да дәүләт телдәрен һәм туған телдәрҙе үҫтереүгә үҙ өлөшөн индергән педагогтар, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, журналистар өсөн күркәм байрам ойошторолдо. Уларға ҡала хакимиәтенең дипломы тапшырылды, фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн рәхмәт һүҙҙәре әйтелде, өҫтәп, йырлы-моңло минуттар бүләк ителде.
Бүләкләнеүселәрҙең күбеһе мәктәптә эшләй, балаларға республикабыҙҙың дәүләт телдәрен, туған телдәрҙе өйрәтә. Мәҫәлән, Өфөнөң 2-се башҡорт лицейы уҡытыусыһы Әлфиә Билалова белем биреү тармағында 16-сы йыл тоғро хеҙмәт итә. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәренән тыш, директор урынбаҫары вазифаһын уңышлы алып бара, өҫтәүенә, төрлө конкурста ҡатнашып, еңеүҙәр яуларға ла өлгөрә.
Журналистика өлкәһендә лә телебеҙҙең үҫешенә булышлыҡ иткән ижад кешеләре бихисап. Әйтәйек, гәзитебеҙҙең әүҙем авторы, иҡтисад фәндәре кандидаты, БДУ доценты Илдар Ғәбитов милли баҫмаларҙы таратыуға, уларға уҡыусыларҙы йәлеп итеүгә ҙур өлөш индерә. Ул, ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс сканвордтарын, кроссвордтарын туплап, йыйынтыҡ та сығарҙы.
Телебеҙҙе хәстәрләгән, үҫтергән хеҙмәт кешеләрен баш ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Сынтимер Баязитов ихлас ҡотлап, халҡыбыҙ мәнфәғәтендә артабан да уңышлы эшмәкәрлек теләне.