Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Башҡорт теле — донъя мәҙәниәтенең бер ынйыһы
Башҡорт теле — донъя мәҙәниәтенең бер ынйыһы“Башҡорт теле — иң көслө һәм үҙаллы телдәрҙең береһе”. Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтың был ҡанатлы һүҙҙәре филология фәндәре докторы, профессор Зиннур Нурғәлиндең күптән түгел донъя күргән “Башҡорт теле: дәүләт теленән әҙәби телгә” исемле китабына ла ингән. Унда беҙ республика етәксеһенең телебеҙ хаҡында “Башҡорт теленең, бүтән телдәр һымаҡ, донъя мәҙәниәтендә уникаль күренеш булыуын да онотмайыҡ” тигән һүҙҙәрен дә осратабыҙ. Президенттың “Башҡорт телен яҡларға һәм һаҡларға кәрәк” тигән саҡырыуы ла иғтибарҙан ситтә ҡалмаған.
Китаптың исеменән үк күренеүенсә, унда башҡорт теленең дәүләт теле һәм әҙәби тел булараҡ яҙмышы күҙаллана. Шуға күрә авторҙың телебеҙгә бөгөнгө дәүләт башлығының ҡарашын билдәләүе аңлашыла, әлбиттә. Әле беҙ З.Ә. Нурғәлин менән яңы китап тураһында һөйләшә башлап, һүҙҙе шул яҡҡа борҙоҡ.

— Зиннур Әхмәҙи улы, һеҙ китабығыҙҙа үҙ фекерегеҙҙе нығытыу өсөн йыш ҡына Рөстәм Зәки улының шул мәсьәләгә ҡарашына таяныуҙы хуп күрәһегеҙ, шунан сығып үҙегеҙҙең уй-ҡарашығыҙҙы киңәйтә, тәрәнәйтә төшәһегеҙ. Бәлки, бының үҙ сәбәптәре лә барҙыр?
— Һеҙҙең тел төбөн аңланым шикелле. Әммә эш унда түгел. Һис һүҙһеҙ, бының үҙ сәбәптәре бар, быға иң элек тарих, телдәр тарихы сәбәпсе. Миңә башҡорт теле, уның үткән юлы хаҡында күп яҙырға, архив материалдарында байтаҡ ҡаҙынырға тура килде. Был йәһәттән тарихсы булараҡ эш иттем, телселәрҙән айырмалы, мәсьәләне бер бөтөн итеп күҙалларға тырыштым. Беҙҙең Президентыбыҙ ҙа башҡорт теленә ошо күҙлектән яҡын килә, уға бер бөтөн проблема рәүешендә ҡарай.
Башҡортостан етәксеһе башҡорт тарихын “Урал батыр” эпосы менән тығыҙ бәйләнештә күҙаллай, унда телебеҙҙең бөгөнгөһөн һәм киләсәген күрә. Уның Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәһен ошо эпостың ғәҙеллеккә саҡырған юлдары менән тамамлауы ла баһаға лайыҡ.
Рөстәм Зәки улының: “Башҡорт теле аша бөтә төрки телдәргә үтеп инеү мөмкинлеге ҙур”, — тигән һүҙҙәре лә башҡорт теленең тотош тарихын үҙенә һыйҙырған тәрән мәғәнәгә эйә. Телебеҙгә әлеге кимәлгә етеү өсөн бүтән телдәр менән мөнәсәбәттең оло мәктәбен үтергә тура килде, ошо хәл уға башҡа төрки телдәр менән бәйләнеште еңеләйтә лә. Был йәһәттән Рөстәм Зәки улы бик тә хаҡлы.
— Һеҙ башҡорт менән татар үҙ туған телендә яҙыуға күскәнгә ҡәҙәр осорҙо сығатай әҙәби теленә бәйле ҡарайһығыҙ. Хатта: “Беҙ ошо төрки яҙмаһын башҡорт әҙәбиәтен хәҙерге көндәргә килтереп еткерә алғаны өсөн хөрмәтләргә хаҡлыбыҙҙыр”, — тип тә ҡуяһығыҙ.
— Был минең әҙәби телебеҙ тарихына булған шәхси ҡарашым. Ҡайһы бер телселәрҙең быны хупламауын да яҡшы беләм. Ул да ҙур тема, бер ултырғанда ғына һөйләп бөтәһе түгел. Һүҙҙе ҡыҫҡартып әйткәндә, минеңсә, башҡорт теленең бөгөнгө ҡаҙаныштарында сығатай әҙәби теленең үҙ өлөшө бар. Был — башҡорт теле тарихының айырым бер бите. Сығатай әҙәби теленең башҡорт тарихында тәрән эҙ ҡалдырыуын дәллиләү өсөн Мөхәммәтсәлим Өмөтбаев менән Әхмәтзәки Вәлидигә һылтаныу ҙа етәлер. Һуңғыһы 1925 йылда атаһының өлкән ағаһы “тормош юлы тураһында сығатай телендә бер әҫәр яҙыуын”, үҙенең мәҙрәсәлә уҡыған йылдарында олатаһына А.С. Пушкиндың “Пугачев тарихы”н “ул заманда әҙәби тел булараҡ ҡулланылған сығатай төркиенә тәржемә итеүен” иҫкә ала. Өмөтбаев та ХIХ быуат аҙағында яҙған бер хеҙмәтендә “башҡорт телендәге күп һүҙҙәр Урта Азия халыҡтарынан, атап әйткәндә, сығатайсыларҙан үҙләштерелгән, шуға ла һөйләшеүҙә (хатта яҙыуҙа ғына түгел) күберәген үҙгәртелгән ғәрәп һәм фарсы һүҙҙәре ҡуллана”, тип раҫлай.
— Ошо хәл, Рөстәм Зәки улы әйткәнсә, башҡорт теленең бигерәк тә сығатай төркие ғаиләһенә ҡараған телдәр менән аралашыуын күпкә еңелләштерә булып сыға бит...
— Әлбиттә, автономиялы Башҡортостан ойоштороп, башҡорт теле урыҫ теле менән бер дәрәжәлә дәүләт теле итеп танылғандан һуң был үҙен ныҡ һиҙҙерҙе, сөнки башҡорт теле үҙ вазифаһына инеүгә әҙер булып сыҡты, уға урыҫса төшөнсәләргә ярашлы яңы һүҙҙәр эҙләп тораһы булманы. Дәүләт, милләт, хөкүмәт, идара, хоҡуҡ, йәмәғәт, матбуғат, нәшриәт, мәғрифәт, милек, мөлкәт, сәнәғәт, фән, әҙәбиәт, сәнғәт, әҙип, әхлаҡ, әҙәп, хеҙмәткәр, хөкөм, иҡтисади һәм рухи-мәҙәни һымаҡ күп һанлы һәм күп яҡлы төшөнсәләр күптән инде башҡортҡа үҙ булып бөткәйне.
Шуны ла әйтеп китеү мотлаҡ: башҡорт теле сығатай төркиенең йоғонтоһон туғандаш татар теле менән бер дәрәжәлә кисерә. Был сығатай әҙәби теленең ХХ быуат баштарына ҡәҙәр беҙҙең халыҡтарға уртаҡ уҡыу-яҙыу теле булып хеҙмәт итеүенән килә. Хәҙерге башҡорт һәм татар телендәге уртаҡ күренештәр ҙә шуның һөҙөмтәһе тип уйларға кәрәктер.
— Һеҙ китаптағы “Тауға ҡарап тау булып булмай” исемле мәҡәләлә Башҡортостан Президентының “Коммерсантъ” гәзитенә биргән интервьюһында башҡорт һәм татар телдәренең үҙ-ара оҡшашлығы хаҡында әйткән һүҙҙәрен килтерәһегеҙ...
— Эйе, татар һәм башҡорт телдәренең араһы урыҫ һәм украин телдәренекенә ҡарағанда күпкә яҡыныраҡ, башҡорт менән татар тәржемәсеһеҙ иркен аралаша, тигәйне ул. Был яҡынлыҡты мәҙәниәт, сәнғәт, әҙәбиәт өлкәһендәге оҡшашлыҡ тағы ла көсәйтә төшөрөүен билдәләне Рөстәм Зәки улы. Белеүебеҙсә, башҡорт һөйләштәренең күпселеге ике диалектҡа — көньяҡ һәм төньяҡ-көнбайыш диалекттарына — ҡарай. Тап бына улар татар теле менән берлектә сығатай әҙәби теле йоғонтоһон нығыраҡ кисерә. Уның аша үҙләштерелгән ғәрәп һәм фарсы һүҙҙәре башҡорт һәм татар һөйләштәрен үҙ-ара тағы ла яҡынайта.
— Китапта башҡорт теленең сығатай әҙәби теленән үҙ яҙмаһына күсеүе хаҡында бик ҡыҙыҡлы күҙәтеүҙәр яһала...
— Ғәмәлдә башҡорт теле быны татар теле менән бер ваҡытта, бер процесс рәүешендә кисерә. Ике туғандаш телдең унан айырымланыуын яңы уртаҡ әҙәби телгә күсеү тип ҡарау хаҡ булырҙыр. Татар әҙәбиәтсеһе һәм тарихсыһы Ғ. Батталдың 1925 йылда Төркиәлә сыҡҡан “Ҡазан төркиләре” исемле китабына күҙ һалыу ҙа етәлер. Автор унда, ХХ быуат баштарындағы (1905–1907 йылдар) уҡыу-яҙыу теленең торошона баһа биреп, “сығатай теле инде иҫкереп һәм онотолоп бара” тип күрһәтә һәм шул осорҙа ҡулланылышҡа ингән әҙәби тел хаҡында: “Башҡорт иленән Хәбибнәжәр Үтәки, Зәки Вәлиди кеүек авторҙар әҫәрҙәрен, Шәйехзада Бабич һәм башҡалар шиғырҙарын башҡорт телендә түгел, формалашып килгән уртаҡ яҙыу телендә яҙған”, — ти. Белеүебеҙсә, башҡорттарҙың милли автономияһы ойошторолоуы, унда телебеҙҙең урыҫ теле менән бер дәрәжәлә дәүләт теле тип танылыуы, ошо дәүләт теленең үҙ әҙәби телен булдырыу ихтыяжы башҡорт менән татарҙың күп быуаттар дауамында уртаҡ әҙәби телдә хеҙмәттәшлек итеүенә ниндәйҙер кимәлдә сик ҡуйып, тарих ағышына үҙ төҙәтмәһен индерҙе.
— Китаптың исеме үк шул хаҡта әйтеп тора бит: “Дәүләт теленән әҙәби телгә”...
— Эйе, хәҙергеһе өсөн башҡорт әҙәби теле иң элек үҙенең дәүләт теле статусына бурыслы. Әлбиттә, уның үткән юлы гел генә таҡыр һәм еңелдән булманы. Уның ҡарауы, иң мөһиме — бөгөн, Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов әйткәнсә, башҡорт теле — донъя мәҙәниәтендә көслө һәм үҙаллы телдәрҙең береһе, уҡымышлы, белемле, мәҙәниәтле кешеләр, интеллектуалдар теле. Юғары уҡыу йорттарында башҡорт тел ғилеме һәм әҙәбиәте кафедраларының булыуы, унда илгә билдәле ғалимдар эшләүе, йыл да йөҙәрләгән башҡорт ҡыҙ һәм егетенең ошо йүнәлештә белем алып сығыуы, күптәренең фән юлына баҫыуы башҡорт теленең заман юғарылығына күтәрелеүен раҫлай торғандыр.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Башҡорт драма театры 105-се ижад миҙгелен япты

Башҡорт драма театры 105-се ижад миҙгелен япты 27.06.2025 // Мәҙәниәт

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры сағыу премьераларға һәм ваҡиғаларға бай ижади...

Тотош уҡырға 10

Йырсы Әнүәр Нурғәлиев етди операция яһатырға әҙерләнә

Йырсы Әнүәр Нурғәлиев етди операция яһатырға әҙерләнә 27.06.2025 // Мәҙәниәт

Йырсы Әнүәр Нурғәлиев етди операция яһатырға әҙерләнә...

Тотош уҡырға 14

Башҡортостан Башлығы «Алтын битлек» премияһын алған артистарҙы ҡотланы

Башҡортостан Башлығы «Алтын битлек» премияһын алған артистарҙы ҡотланы 27.06.2025 // Мәҙәниәт

Башҡортостан Башлығы «Алтын битлек» премияһын алған артистарҙы ҡотланы...

Тотош уҡырға 13

«Бишбармаҡ» оркестры солисының ғаиләһе ишәйгән: ҡыҙҙары тыуған

«Бишбармаҡ» оркестры солисының ғаиләһе ишәйгән: ҡыҙҙары тыуған 26.06.2025 // Мәҙәниәт

25 июндә «Бишбармаҡ» оркестры солисы һәм Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрының музыкаль...

Тотош уҡырға 17

«Башинформ» агентлығының конкурсында еңгән клуб гармун менән бүләкләнәсәк

«Башинформ» агентлығының конкурсында еңгән клуб гармун менән бүләкләнәсәк 25.06.2025 // Мәҙәниәт

«Башинформ» агентлығының конкурсында еңгән клуб гармун менән бүләкләнәсәк...

Тотош уҡырға 26

Республикала мәҙәниәт министрының яңы урынбаҫары тәғәйенләнде

Республикала мәҙәниәт министрының яңы урынбаҫары тәғәйенләнде 25.06.2025 // Мәҙәниәт

Башҡортостанда мәҙәниәт министры урынбаҫары тәғәйенләнде. Эльза Ҡарамурзина мәҙәниәт министрлығында...

Тотош уҡырға 21

AY YOLA һәм UZORITSA «Таврида.АРТ» фестивалендә Башҡортостан исеменән сығыш яһай

AY YOLA һәм UZORITSA «Таврида.АРТ» фестивалендә Башҡортостан исеменән сығыш яһай 25.06.2025 // Мәҙәниәт

1 августан 3 авгусҡа тиклем Ҡырымда етенсе тапҡыр «Таврида.АРТ» йәш сәнғәт фестивале ойошторола....

Тотош уҡырға 21

Башҡортостанда «Рух» төркөмө рок-музыканты Ирек Атанов иҫтәлегенә концерт ойошторола

Башҡортостанда «Рух» төркөмө рок-музыканты Ирек Атанов иҫтәлегенә концерт ойошторола 23.06.2025 // Мәҙәниәт

Хәйриә концертында йыйылған аҡса музыканттың ҡәберенә һәйкәл ташы ҡуйыу өсөн йүнәлтелә....

Тотош уҡырға 28

Башҡортостанда халыҡ артисы Фән Вәлиәхмәтовҡа һәйкәл асыла

Башҡортостанда халыҡ артисы Фән Вәлиәхмәтовҡа һәйкәл асыла 20.06.2025 // Мәҙәниәт

Шаран районында билдәле йырсы, Башҡортостандың халыҡ артисы Фән Вәлиәхмәтовҡа һәйкәл асыла....

Тотош уҡырға 37

«ӘЙ ЙОЛА» төркөмөнөң икенсе клибын 5 көндә 1 миллион кеше ҡараған

«ӘЙ ЙОЛА» төркөмөнөң икенсе клибын 5 көндә 1 миллион кеше ҡараған 19.06.2025 // Мәҙәниәт

«ӘЙ ЙОЛА» төркөмөнөң икенсе клибын 5 көндә 1 миллион кеше ҡараған...

Тотош уҡырға 31

Йәштәр көнөндә Ағиҙел буйында эстрада йондоҙҙары сығыш яһай

Йәштәр көнөндә Ағиҙел буйында эстрада йондоҙҙары сығыш яһай 18.06.2025 // Мәҙәниәт

Йәштәр көнөндә Ағиҙел буйында эстрада йондоҙҙары сығыш яһай...

Тотош уҡырға 32

Башҡортостан яҙыусылары Салауат Юлаевтың тыуған көнөн билдәләне

Башҡортостан яҙыусылары Салауат Юлаевтың тыуған көнөн билдәләне 17.06.2025 // Мәҙәниәт

16 июндә, Салауат Юлаевтың тыуыуына 271 йыл тулыу айҡанлы Башҡортостан яҙыусылары милли герой һәм...

Тотош уҡырға 31