Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Мәҙәниәт » Ҡанға һеңгәнде лә үҙгәртеп була
"Башҡортостан" гәзитендә академик З.Ә. Нурғәлин менән профессор З.З. Әбсәләмов араһында әҙәби телдең яҙмышы, күплек аффиксы буйынса барған бәхәсте ҡыҙыҡһынып уҡып барам.

Зиннур Әхмәҙи улы башҡорт әҙәби телен байытырға, камиллаштырырға, заман талабына яуап бирмәгән ҡайһы бер ҡағиҙәләрен үҙгәртергә саҡыра, мәҫәлән, күплек аффиксының -лар вариантын ғына ҡалдырырға (атлар, һыйырлар, ҡаҙлар, урманлар) тәҡдим итә. Уның дәлилдәре нигеҙлерәк һымаҡ: республиканың дәүләт теле булған башҡорт теле төбәктең бөтөн мәктәптәрендә лә уҡытыла, ә ҡайһы бер урындарҙа, мәҫәлән, төньяҡ-көнбайыш райондарҙа, халыҡтың тел үҙенсәлектәре башҡараҡ. Әҙәби тел барлыҡ диалект вәкилдәренә лә яҡын, аңлайышлы булырға, милләтте берләштереү функцияһын үтәргә бурыслы. Ә З.З. Әбсәләмовтың дәлиле берәү генә: ҡанға һеңгәнде үҙгәртеп булмай.
Башҡорт орфографияһы тарихы был фекерҙең нигеҙһеҙлеге хаҡында һөйләй. Элек тә етешһеҙлек күп булды: артистәр, комбайнерҙәр, пионерҙәр, Сафиндәр, Таһиргә, тарихкә тип яҙырға тейеш инек. 1982 йылда был ҡағиҙәләрҙе яңырттыҡ, ҡанға һеңгәнде үҙгәртеп булмай тип торманыҡ. Тотош бер быуынды наҙан итәсәкбеҙ тип, ул саҡта ла күптәр ҡаршы сыҡты, хатта алама алымдарҙы ҡулланыуға барып етте.
Яңы орфографияны ҡабул итеү Юғары Совет Президиумы ултырышында хәл ителде. Төрлө ҡапма-ҡаршылыҡ тыуғанда, Өфө ҡала комитетының беренсе секретары, халыҡ араһында бик абруйлы кеше Венер Хәлиловтың сығышы хәл иткес булды, шикелле. "Фәйзулла Вәли улы, мин Ишембай районының Кинйәбулат ауылында башҡорт мәктәбен тамамланым, — тип мөрәжәғәт итте ул Президиум рәйесе Солтановҡа. — Иншала йәки изложениела коммунистар, трактористар, тарихы, Таһиры тип яҙа ла ҡуя торғайным. Уҡытыусы төҙәтә-төҙәтә лә "икеле" ҡуя. Ысынбарлыҡта бит орфография дөрөҫ булмаған. Яңыны ҡабул итергә кәрәк".
Быны тормошҡа ашырыу күп аҡса талап итәсәк, ә ул бюджетта ҡаралмаған, тип ҡаршы төшөүселәр ҙә табылды. Ошондай хәбәр булырын алдан уйлап, Әкрәм ағай Бейешев менән махсус документ (инструкция) эшләп ҡуйғайныҡ. Унда шундай фекерҙәр бар ине: яңы орфографияға гәзиттәр — бер айҙан, дәреслектәр киләһе баҫманан ғына күсерелә; ойошмаларҙағы стандарт бланктар — элеккеләре файҙаланылып бөткәс, алтаҡталар иҫкеләре ватылып төшкәс кенә алмаштырыла һәм башҡалар. Ҡыҫҡаһы, яңылыҡ махсус аҡса бүлеүҙе талап итмәйәсәк. Әммә Президиум ултырышынан һуң бер-ике көн үттеме-юҡмы, Өлкә комитетҡа инеп барғанда, өр-яңы алтаҡта күҙгә салынды: "КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитеты" тип яңы орфография нигеҙендә яҙылғайны. Йорттоң Хөкүмәт урынлашҡан икенсе яғында ла "Башҡортостан Республикаһының Министрҙар Советы" тигән һүҙҙәр эленгән. Солтановҡа шылтыраттым. "Фәйзулла Вәли улы, беҙҙең ойошмала ла, Хөкүмәттә лә яңы алтаҡталар тора, Һеҙ ҡуштығыҙмы?" — тим. "Ултырыштан һуң Миҙхәт Закир улына (Шакиров. — Авт.) индем, ҡарарҙар тураһында һөйләнем, — тине Солтанов. — Ҡабул ителгән инструкцияны хупланы ла Хөкүмәттең, Президиумдың алтаҡталарын ошо аҙнала уҡ алмаштырырға ҡушты. Үҙебеҙ үрнәк күрһәтәйек, тине".
Беҙҙең хәҙерге орфография башҡа ҡәрҙәш телдәрҙеке менән сағыштырғанда иң еңел, камил һанала. Мәҫәлән, сәғәт, мәҡәл, һәләк тибеҙ һәм шул көйө ҡағыҙға төшөрәбеҙ. Ә татарҙар, беҙҙең кеүек әйтһә лә, сәгать, мәкаль, һәлак тип яҙа. Ҡаныбыҙға һеңгән элекке орфографияны ошолай яңырта алғас, бөгөнгө әҙәби телдең бер-ике ҡағиҙәһен үҙгәртеп булмаймы ни? З.З. Әбсәләмов күплек һәм килеш ялғауҙарын һаҡларға, дүрт бөгөлөштә ҡалдырырға тәҡдим итә. Уның фекерендә академик килтергән етди дәлилдәр иҫәпкә алынмай. Ә бөгөнгө телебеҙҙә ҡулланылған күп ялғауҙар дүрт бөгөлөштә алынмаған бит. Әйтәйек, ҡылым яһаусы (эшлә, ташла, барла), исем (игенлек, урманлыҡ, ташлыҡ, һаҙлыҡ), сифат (ташлы, башлы), рәүеш (айлап, көнләп), сама һандары (унлап, меңләп, унлаған, меңләгән) бер бөгөлөш нигеҙендә генә алынған.
Әйткәндәй, дүрт бөгөлөшкә ҡарата профессор Ж.Ғ. Кейекбаевтың бер фекеренә иғтибар итмәй булмай. Уның раҫлауынса, "халыҡ йырҙарының динамикаһында күплек ялғауҙары фәҡәт -лар, -ләр (-нар, -нәр) рәүешендә килә һәм -тар, -тәр, -дар, -дәр, -ҙар, -ҙәр варианттары менән башҡарылмай. Хатта көнсығыш диалект вәкилдәре йырҙа -тар, -тәр, -дар, -дәр, -ҙар, -ҙәр ялғауҙарын ҡулланмай" (ҡарағыҙ: "Хәҙерге башҡорт теленең лексикаһы һәм фразеологияһы", Өфө, Башҡортостан "Китап" нәшриәте, 1966, 183-сө бит). Автор ике йырҙан өҙөктәр килтергән, уларҙа ҡояшлар, ҡыраулар, егетләр, ерләрҙә, башларым һүҙҙәре бер бөгөлөштә бирелгән. Тимәк, көнсығыш диалекттың вәкилдәре өсөн атлар, һыйырлар, урманлар формалары бөтөнләй ят түгел. Профессор Ж.Ғ. Кейекбаев әҙәби телебеҙҙе байытыу, камиллаштырыу кәрәклеге хаҡында 1940 йылда уҡ әйткән булған (ҡарағыҙ: "Ҡыҙыл Башҡортостан" гәзите, 1940 йыл, 18 март).
Ысынлап та, халҡыбыҙҙың йәнле һөйләү телендә матур-матур грамматик формалар бар, әммә улар бөгөнгә ҡәҙәр әҙәби телгә инмәгән йәки индерелмәгән. Әйтәйек, бөтөн диалекттарҙа ла, Н.Х. Ишбулатов, Н.Х. Мәҡсүтова, С.Ф. Миржанова, Р.З. Шәкүров кеүек диалектологтарҙың раҫлауынса, ҡылымдарҙың хөрмәтләү формаһы бар, ул -ң (-ың, -ең, -оң -өң) аффиксы менән яһала: өйгә килеп ингән кешегә "түрҙән уҙың, ашап ултырың, ял итеп алың" тип өндәшәләр. Ә ҡаҙаҡ, ҡарағалпаҡ, уйғыр телселәре был форманы күптән танып, әҙәби телдәренә алған, дәреслектәренә лә индергән. Халыҡ телендә ҡаты бойороу формаһы ла булып, ул -ҡыр, -кер, -ҡор, -көр (-ғыр, -гер...) аффиксы менән яһала: дөмөк-көр, суҡын-ғыр, сәнсел-гер һәм башҡалар (атаҡлы композитор Заһир Исмәғилев янына барып инһәң, "ҡайҙа йөрөйһөң, ҡороғор" ти торғайны). Әҙәби телгә алынмаһа ла, был формаларҙы яҙыусылар йыш ҡуллана. Миҫалдар:
Фетнә һалып йөрөгән
шайтандарҙы
Хөкүмәткә тотоп килтерең,
Ҡулға төшкән Дутов
ялсыларын
"Эһ" тейҙермәй эшен
бөтөрөң!
(Ш. Бабич).
Был өҙөктәге килтерең, бөтөрөң ҡылымдарының күплек мәғәнәһе өҫкәрәк сыҡҡан һымаҡ, әммә күплек һәм хөрмәтләү мәғәнәләре бер-береһенә бик яҡын: урыҫтар бер кешегә лә "һеҙ" тип өндәшә.
Нух аҙаҡтан Фатимаға һуҡранды, хатта үҙ алдына һөйләнеп, уны ҡарғаны: "ҡәһәр һуҡҡыр, ләғнәт, мөстән, ер йотҡор" (Ж. Кейекбаев). Ул минән үҙе баш тарта, суҡынғыр (С. Шәрипов). Бер аҙна эсендә килеп ет, тип ашығыс телеграмма һуҡты, мең йәшәгер (Ә. Хәкимов). Ошо арала ауылға бара алмай торола ине, бына ни тиклем нәмә тейәп килгәнһең, рәхмәт яуғыры (Н. Мусин).
Яҙыусылар телендә әүҙем ҡулланылған был формаларҙы әҙәби телгә, дәреслектәргә лә индермәгәс, улар яйлап онотола бара, бөтөнләй төшөп ҡалыуҙары ла ихтимал.
Телебеҙҙә хәбәр ҡылымдарҙың тулы һәм ҡыҫҡа формалары бар: бараһығыҙ — барағыҙ, барырһығыҙ — барырығыҙ, килерһегеҙ — килерегеҙ, осаһығыҙ — осағыҙ, бараһығыҙмы — барағыҙмы, бараһыңмы — бараңмы һәм башҡалар. Профессор Ж.Ғ. Кейекбаевтың билдәлелек-билдәһеҙлек теорияһы буйынса ҡылымдарҙың тулы һәм ҡыҫҡа төрҙәре булыуы мөһим: билдәле йәки мотлаҡ эшләнергә тейешле эш-хәл тураһында һүҙ бара икән, ҡылымдың тулы төрө ҡулланыла. Әйтәйек, Һеҙ иртәгә мотлаҡ киләһегеҙ! Әгәр билдәһеҙ эш хаҡында һүҙ барһа, мәҫәлән, һорау йәки икеләнеү мәғәнәһен биргән һөйләмдәрҙә ҡылымдың ҡыҫҡа төрө ҡулланыла: Баҙарға бараңмы йәки барағыҙмы? Бер башҡорт та "Бөгөн ҡайтаһығыҙҙыр йәки киләһегеҙҙер" тип һөйләмәй һәм дөрөҫ эшләй. Үкенескә ҡаршы, был ҡыҫҡа формалар әҙәби телгә алынмаған, дәреслектәргә лә индерелмәгән.
Һуңғы ваҡытта татар композиторҙарының йырҙарын башҡортса башҡара башланылар. Был — ыңғай хәл, әлбиттә, тик очасыз, барасыз, киләсез формаларын беҙҙеңсә осаһыҙ, бараһыҙ, киләһеҙ тиҙәр. Һөҙөмтәлә ни башҡортса, ни татарса булмай. Беҙҙә осағыҙ, барағыҙ, киләгеҙ тигән матур һүҙҙәр бар, әммә улар, әҙәби телгә алынмағас, дәреслектәрҙә лә булмағас, файҙаланылмай шул.
Билдәле булыуынса, әҙәби тел һәм уның формалары уҙған быуаттың 20-се йылдарында төҙөлгән. Уларҙы эшләгән комиссия составында махсус белемле кешеләр ҙә, башҡорт теле буйынса яҙылған ғилми хеҙмәттәр ҙә булмаған. Шундай шарттарҙа әҙәби телде, быуатҡа яҡын ваҡыт үтһә лә, үҙгәртмәй, байытмай йәшәй бирәбеҙ, ул ғына ла түгел, бындай фекерҙе әйткән кешеләргә ҡаршы сығабыҙ. Был йәһәттән юғары уҡыу йорттары өсөн әсбап яҙыусылар, махсус ҡарарҙар сыҡҡанын көтмәйенсә, әйтәйек, үрҙә һаналған грамматик формаларҙы (уларҙың һаны әйткәндәр менән генә сикләнмәҫкә мөмкин) дәреслектәргә индерергә тейеш, артабан был формалар мәктәп әсбаптарына, унан яйлап-яйлап әҙәби телгә инер ине. Үкенескә ҡаршы, беҙҙең авторҙар үткән быуаттың 30 — 40-сы йылдарында баҫылған хеҙмәттәрҙәге мәғлүмәтте ҡабатлау менән сикләнә.


Автор: Әхмәр АҘНАБАЕВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфөлә һүтеп алынған Салауат Юлаев һәйкәлендә яңы етешһеҙлектәр асыҡланды

Өфөлә һүтеп алынған Салауат Юлаев һәйкәлендә яңы етешһеҙлектәр асыҡланды 30.04.2026 // Мәҙәниәт

Башҡортостандың баш ҡалаһы символы – Ағиҙел йылғаһы ярында урынлашҡан Салауат Юлаев һәйкәле ярты ......

Тотош уҡырға 1

Башҡорт драма театрының МХО тураһында спектакле халыҡ-ара фестивалдең дипломына лайыҡ булды

Башҡорт драма театрының МХО тураһында спектакле халыҡ-ара фестивалдең дипломына лайыҡ булды 29.04.2026 // Мәҙәниәт

2026 йылдың 20-26 апрелендә Павел Луспекаев исемендәге Луганск академия рус драма театры ойошторған ......

Тотош уҡырға 1

Мәскәүҙә әсәйҙәр араһында «Башҡортостан ҡыҙы-2026» конкурсы уҙҙы

Мәскәүҙә әсәйҙәр араһында «Башҡортостан ҡыҙы-2026» конкурсы уҙҙы 27.04.2026 // Мәҙәниәт

Мәскәүҙә әсәйҙәр араһында «Башҡортостан ҡыҙы-2026» конкурсы уҙҙы...

Тотош уҡырға 3

Өфөлә «Берҙәмлек ауазы» шоуының хедлайнеры булып AY YOLA төркөмө сығыш яһай

Өфөлә «Берҙәмлек ауазы» шоуының хедлайнеры булып AY YOLA төркөмө сығыш яһай 24.04.2026 // Мәҙәниәт

Проекттың идеяһы президент Владимир Путин иғлан иткән Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге йылы контексында ......

Тотош уҡырға 4

Өфөлә Чернобыль фажиғәһенең 40 йыллығына арналған күргәҙмә асыла

Өфөлә Чернобыль фажиғәһенең 40 йыллығына арналған күргәҙмә асыла 23.04.2026 // Мәҙәниәт

Өфөлә Чернобыль фажиғәһенең 40 йыллығына арналған күргәҙмә асыла...

Тотош уҡырға 3

Өфөлә «Тамыр»ҙың концерты Рәсәй халыҡтары берҙәмлегенә һәм татыу ғаиләгә арналды

Өфөлә «Тамыр»ҙың концерты Рәсәй халыҡтары берҙәмлегенә һәм татыу ғаиләгә арналды 22.04.2026 // Мәҙәниәт

«Башҡортостан» дәүләт концерт залында республика балалары көтөп алған ваҡиға – «Тамыр» ......

Тотош уҡырға 3

Өфөлә «Бүреләр» төркөмөнөң Хор капеллаһы менән берлектәге тәүге концерты була

Өфөлә «Бүреләр» төркөмөнөң Хор капеллаһы менән берлектәге тәүге концерты була 22.04.2026 // Мәҙәниәт

Концертта «Бүреләр» рок-төркөмөнөң билдәле йырҙары яңғырай. 26 апрелдә Хөсәйен Әхмәтов исемендәге ......

Тотош уҡырға 2

Тывала башҡорт яҙыусыһы Айгиз Баймөхәмәтов миҙал менән бүләкләнде

Тывала башҡорт яҙыусыһы Айгиз Баймөхәмәтов миҙал менән бүләкләнде 21.04.2026 // Мәҙәниәт

Тывала башҡорт яҙыусыһы Айгиз Баймөхәмәтов миҙал менән бүләкләнде...

Тотош уҡырға 4

AY YOLA төркөмөнөң яңы клибы сыҡты

AY YOLA төркөмөнөң яңы клибы сыҡты 20.04.2026 // Мәҙәниәт

AY YOLA төркөмөнөң яңы клибы сыҡты...

Тотош уҡырға 5

Мәскәүҙә башҡорт һылыуҡайын һайланылар

Мәскәүҙә башҡорт һылыуҡайын һайланылар 20.04.2026 // Мәҙәниәт

Мәскәүҙә башҡорт һылыуҡайын һайланылар...

Тотош уҡырға 2

Өфөлә йылытыу миҙгеле тамамлана

Өфөлә йылытыу миҙгеле тамамлана 16.04.2026 // Мәҙәниәт

Иртәгәнән башлап йорттарға йылы биреү туҡтатыла....

Тотош уҡырға 5

Олег Газманов башҡорт йырсыһы Элвин Грейҙы маҡтаған

Олег Газманов башҡорт йырсыһы Элвин Грейҙы маҡтаған 16.04.2026 // Мәҙәниәт

Олег Газманов башҡорт йырсыһы Элвин Грейҙы маҡтаған...

Тотош уҡырға 3


  1. Әкрәм
    Әкрәм от 18.10.2013, 20:07
    Тулыһынса хуплайым. Дүрт бөгөлөштән тиҙерәк ҡотолоу мөһим.
    Күптән түгел бер ғалимдың хата фекере буйынса бөтә (все) һүҙен икенсе мәғәнәле бөтөн (целый) менән алмаштырып ташланыҡ. Фекер алышыу ҙа булманы, ҡаршы сығыусылар ҙа табылманы (сығымдар ҙа талап ителмәне) Әлеге хатаны ла төҙәтергә ваҡыттыр, бәлки?

Комментарий өҫтәргә