Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Мәҙәниәт » Телебеҙҙе кем боҙа?
Миңһылыу УСМАНОВА, филология фәндәре докторы, БДПУ профессоры

Матур — күркәм. Иғтибар итегеҙ: яҙышҡан, сығыш яһаған һәр кемгә барыһы ла күркәм булып китте: тыуған көн дә, исем дә, байрам да, йорт та, ризыҡ та һәм башҡалар. Матур, һәйбәт һүҙе бөтөнләй онотолдомо ни? Миҫал: 1. Исемең күркәм, кемдәр ҡушҡан?.. 2. Өфө ҡалаһында йәшәгән атай-әсәйемде күркәм байрамдары менән ҡотлайым. 3. Әллә ни күркәм килеп сыҡмай инде былай, йә ярай, кем әйтмешләй, эстә күренмәй. 4. Быйыл йәш ғаилә күркәм йорт һалып сыҡты. Тәүге өс һөйләмдә күркәм урынын — матур, дүртенсеһендә матур йә яңы һүҙе алһа, һөйләмдәр ысынлап та матур булыр ине.
Ҡауаҡланыу — кәүәкләнеү. Белмәйенсә теләһә ниндәй дарыуҙы ашарға ярамаған кеүек, һүҙҙәрҙең мәғәнәһен төшөнөп етмәгән көйө яҙмаҫҡа кәрәклеген дә аңлаһын ине ҡайһы бер ҡәләм оҫтаһы. Мәҫәлән, "Витамин етешмәгәндә, тире ҡорой, сәс ҡойола, кәүәкләнә". Билдәле булыуынса, бесән генә кәүәкләнә, ә сәс — ҡауаҡлана.
Ҡараңғы — ҡара. Миҫал: Һутты ҡараңғы төҫтәге тимер шешәгә ҡойоғоҙ. Ҡараңғы төн, ҡараңғы бүлмә булыуы мөмкин, тик шешә түгел. Урыҫсанан темный тигән һүҙҙе тәржемә итеп маташыуҙыр инде был.
Йоҡа — нәҙек. Был һүҙҙәрҙең араһында мәғәнә үҙенсәлеге бар. Нәҙек һүҙе диаметры, арҡырыһы бәләкәй булған оҙонса әйбергә ҡарата әйтелә: нәҙек еп, нәҙек ағас; киреһе — йыуан. Ошоно белеп еткермәгән тел, һүҙ оҫталары бар арабыҙҙа. Миҫал: 1. … ҡара сәсле, ҡуңыр күҙле, нәҙек иренле (дөрөҫө: йоҡа иренле). 2. Ҡамырҙың өҫкө ҡатламын нәҙегерәк итергә була. 3. Абрикосты нәҙек кенә итеп турарға. Бында ла, билдәләнгән һүҙҙәрҙе йоҡараҡ, йоҡа менән алмаштырғанда, һөйләм башҡортса булыр ине.
Үле — йәнһеҙ. Ҡотҡарыусылар биш кешенең йәнһеҙ кәүҙәһен таба. Башҡорт "йәнһеҙ кәүҙә" тимәй, "үле кәүҙә" ти.
Булдыҡһыҙ, эшкинмәгән — уңышһыҙ. Миҫал: Мин — уңышһыҙ кеше. Үҙеңдең эшкинмәгән, булдыҡһыҙ икәнеңде йомшартып, уңышһыҙ тип йыуатыуҙан бер фәтүә лә юҡтыр ул. Башҡорт эшкинмәгән кешене булдыҡһыҙ ти ҙә ҡуя. Шуны аңлап, үҙеңә дөрөҫ баһа биреп, артабан тырышыу яғын ҡарарға кәрәктер.
Яҡ — тараф. Миҫал: Хаттар бөтөн тарафтарҙан килә. Хаттар бөтөн яҡтан килә, тиһәк, дөрөҫ булыр, сөнки, беренсенән, башҡорт тараф тип бик һөйләп бармай, икенсенән, бөтә тигән алмаш күп мәғәнәһен бирә, шуға күрә яҡ һүҙенә күплек ялғауын ҡушыуҙың кәрәге юҡ.
Тормош — йәшәйеш. Йәшәйеш һүҙе донъяны баҫып алды, тиһәк, дөрөҫ булыр. Бер генә һөйләм бирәм: 1. Ул сағында донъя, ил, республика яңылыҡтары, халыҡтың йәшәйеше, тарихы менән даими танышып барасаҡһығыҙ, үҙегеҙҙе борсоған мәсьәләләргә яуап ала аласаҡһығыҙ. Башҡортса һөйләм түбәндәгесә булыр: Ул сағында донъя, ил, республика яңылыҡтары, халыҡтың тормошо, тарихы менән даими танышып бара алырһығыҙ, үҙегеҙҙе борсоған һорауҙарға яуап алырһығыҙ. Әйткәндәй, йәшәйеш ҡағиҙәһе тигәнде тормош ҡағиҙәһе йә иһә йәшәү ҡағиҙәһе тип атағанда, ҡолаҡҡа ятышлы, әйтеүе еңел булыр ине.
Ниңә көн буйы түгел, ә көн дауамында? Ошо рәүешле яҙыу, һөйләү аптырашта ҡалдыра. Бер башҡорт та “Көн дауамында машина көттөм”, тип һөйләмәй, “Көн дауамында ҡайҙа йөрөнөң?” тип һорамай. Ә уныһы: “Әсәһе, эш күп, көн дауамында эштә булдым”, — тип яуапламай.
Башҡорт телендә ваҡытты белдергән һүҙҙәрҙең — минут, сәғәт, көн, төн, аҙна, ай, йыл, быуаттың — буйы, эсе була. Шуға ла башҡорт сәғәт буйы, көн буйы, аҙна буйы йә иһә ике секунд эсендә, бер аҙна эсендә, ике йыл буйы // ике йыл эсендә тип һөйләй, яратҡан кешеһен “Һине көн буйы һағынып көттөм” тип ҡаршы ала. Миҫалдар килтерәйек: 1. Быйыл һигеҙенсе тапҡыр ун көн дауамында Яңы йылды кинәнеп байрам иттек. 2. Һәр һөнәри байрамда тармаҡтың йыл дауамында башҡарған эшенә йомғаҡ яһала. 3. Аҙаҡтан һөҙөп, көн дауамында эсергә. 4. Башта мейескә яғып, өс тәүлек дауамында ҡаҙанды ҡыҙҙыралар. 5. Хаҡлы ялға китер алдынан ун йыл дауамында … баш табип урынбаҫары вазифаһында эшләй. Был һөйләмдәр башҡорт һөйләгәнсә булһын өсөн дауамында урынына буйы һүҙен яҙыу етә.
Һүҙ юҡ, журналист эше еңел түгел. Әммә һөнәреңдең оҫтаһы булыу өсөн талант, үткерлек, телеңде һәйбәт белеү һәм иң мөһиме — һөнәреңде яратыу кәрәк. Ә телде үҙ белдеге менән боҙорға бер кемдең дә хоҡуғы юҡ.

*Миҫалға килтерелгән һөйләмдәрҙең ҡайҙан алынғанлығын белергә теләһәгеҙ, авторға мөрәжәғәт итегеҙ.

(Дауамы. Башы гәзиттең 21.02.12; 16.03.12; 27.04.12; 25.05.12; 23.08.12; 14.09.12; 30.11.12; 21.02.13, 29.03.13 һандарында).




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Путин Миләүшә Мортазинаны Рәсәй ордены менән бүләкләү тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Путин Миләүшә Мортазинаны Рәсәй ордены менән бүләкләү тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Мәҙәниәт

Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының вокал сәнғәте кафедраһы профессоры ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда «Бер кереш уҡтары» фильмы бушлай күрһәтелә

Башҡортостанда «Бер кереш уҡтары» фильмы бушлай күрһәтелә 29.10.2026 // Мәҙәниәт

Башҡортостанда «Бер кереш уҡтары» фильмы бушлай күрһәтелә...

Тотош уҡырға 3

AY YOLA төркөмө рус телендә яңы йыр әҙерләй

AY YOLA төркөмө рус телендә яңы йыр әҙерләй 27.10.2026 // Мәҙәниәт

AY YOLA төркөмө рус телендә яңы йыр әҙерләй...

Тотош уҡырға 6

Башҡортостанда башҡорт килендәре араһында этноконкурс башланды

Башҡортостанда башҡорт килендәре араһында этноконкурс башланды 22.10.2026 // Мәҙәниәт

Конкурс Рәсәй халыҡтарының берҙәмлеге йылына, Башҡортостан Республикаһында Ҙур һәм татыу ғаилә ......

Тотош уҡырға 6

Салауат башҡорт театры милләт-ара фестивалдә сығыш яһай

Салауат башҡорт театры милләт-ара фестивалдә сығыш яһай 21.10.2026 // Мәҙәниәт

Пермь крайының Кудымкар ҡалаһында VIII «Хәбәр» милләт-ара театр фестивале асылды. Быйыл бында ......

Тотош уҡырға 6

Радий Хәбиров республика халҡын Милли бейеү көнө менән ҡотланы
Башҡортостанда МХО-ға арналған спектаклдәр конкурсына ғаризалар ҡабул ителә

Башҡортостанда МХО-ға арналған спектаклдәр конкурсына ғаризалар ҡабул ителә 20.10.2026 // Мәҙәниәт

Махсус хәрби операцияға арналған спектаклдәрҙең беренсе театр конкурсына ғаризалар ҡабул ителә....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостандан фильм Адыгеяла уҙған фестивалдә иң яҡшы режиссура өсөн награда алды

Башҡортостандан фильм Адыгеяла уҙған фестивалдә иң яҡшы режиссура өсөн награда алды 19.10.2026 // Мәҙәниәт

Башҡортостандан фильм Адыгеяла уҙған фестивалдә иң яҡшы режиссура өсөн награда алды...

Тотош уҡырға 5

Башҡорт яҙыусыһы Йәдкәр Бәширов вафат булды

Башҡорт яҙыусыһы Йәдкәр Бәширов вафат булды 18.10.2026 // Мәҙәниәт

Башҡорт яҙыусыһы Йәдкәр Бәширов вафат булды...

Тотош уҡырға 1

«ӘЙ ЙОЛА» төркөмөнөң «Һомай» йыры фигуралы шыуыу буйынса халыҡ-ара турнирҙа яңғыраны

«ӘЙ ЙОЛА» төркөмөнөң «Һомай» йыры фигуралы шыуыу буйынса халыҡ-ара турнирҙа яңғыраны 14.10.2026 // Мәҙәниәт

«ӘЙ ЙОЛА» төркөмөнөң «Һомай» йыры фигуралы шыуыу буйынса халыҡ-ара турнирҙа яңғыраны...

Тотош уҡырға 6

Башҡортостанда Салауат Юлаев премияһы лауреаттары билдәләнде

Башҡортостанда Салауат Юлаев премияһы лауреаттары билдәләнде 07.10.2026 // Мәҙәниәт

Башҡортостанда Салауат Юлаев премияһы лауреаттары билдәләнде...

Тотош уҡырға 10

Өфө йырсыһы нейроселтәр ярҙамында тәүге башҡорт клибын төшөргән

Өфө йырсыһы нейроселтәр ярҙамында тәүге башҡорт клибын төшөргән 07.10.2026 // Мәҙәниәт

Өфө йырсыһы нейроселтәр ярҙамында тәүге башҡорт клибын төшөргән...

Тотош уҡырға 12


Комментарий өҫтәргә