Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Мәҙәниәт » Хәҙерге әҙәби телебеҙҙең “милли айырымланыуы”на бер ҡараш
— Башҡорт теленең дәүләт теле итеп танылыуы ошо эске импульсты уятҡандыр ҙа...
— Ғөмүмән, заманы шулай ине. Был бер башҡорт теле өлөшөнә генә төшкән көмөш түгел. Күренекле яҡташыбыҙ, билдәле татар яҙыусыһы Ғәлимйән Ибраһимовтың Ҡырымдан яҙған хаты (“Башҡортостан”, 1923 йыл, 1 июнь) шуны раҫлай. Ул төрки телдәр ғаиләһенә ҡараған әҙәбиәттәрҙең илдә барған “милли айырымланыу” процесы хаҡында: “Төркөстанда ла бер тел, бер әҙәбиәт ине. Революция унда яңы ҡеүәттәрҙе тергеҙҙе. Төркмән, уйғыр әҙәбиәттәре баш күтәрҙе. Шулай уҡ Кавказда төрки әҙәбиәте намында фәҡәт азербайжандыҡы ғына бар ине. Революция тәьҫире менән ҡарасәй, ҡумыҡ кеүек яңы әҙәби төрки телдәр, әҙәбиәттәр ҡуҙғала башланы”, — тип башҡорттарҙың туған телендәге үҙ әҙәби телен тыуҙырыуға юл алыуын хупланы һәм булышлыҡ итергә саҡырҙы.
Шуның менән бер үк ваҡытта Ғ. Ибраһимов сығатай төркиенән айырымланған яңы әҙәби телдең татар һәм башҡорт әҙиптәре өсөн уртаҡ әҙәби тел булып донъяға килеүен танығандай итә. “Башҡорттарҙың айырылып сығыуы беҙҙең телдең, әҙәбиәттең бик ҙур шишмәһенең береһен икенсе яҡҡа бороп ебәрәсәк. Беҙҙең әҙәбиәткә был һан яғынан ғына түгел, сифат яғынан да ҙур юғалтыу буласаҡ”, тип уртаҡ телдәге ике әҙәбиәттең әҙәби тел аша айырымланыуына үҙ мөнәсәбәтен белдерә.
Әле беҙ һүҙ барған хаттағы “…телдә лә, әҙәбиәттә лә боронғо һәм яңы дәүерҙәрҙә 1917 йылға саҡлы һаман бергә барғанда” тигән фразаға айырым иғтибар итеү кәрәктер, тип уйлайбыҙ. Бында, беҙҙеңсә, боронғо дәүерҙәрҙәге һымаҡ яңы осорҙа ла, йәғни сығатай төркиенән айырымланып, яңы әҙәби телгә күскәндән һуң да, уның уртаҡ әҙәби тел хеҙмәтен үтәүе күҙ алдында тотола булырға тейештер. Ошо уртаҡ әҙәби телдәге әҙәбиәттең “бик ҙур шишмәләренең береһенең” яңы әҙәби телгә күсеп, сығатай төркиенә алмашҡа килгән яңы әҙәби телдән айырымланыуы ике әҙәбиәттең рәсми айырымланыуына сәбәпсе була ла. Бында башҡорт әҙиптәренең татар әҙиптәре менән уртаҡ әҙәби телдә ижад иткәнлегенең танылыуы мөһим. Был урында һүҙҙе оҙайтмаҫ өсөн Ғ. Амантайҙың “Милли әҙәбиәтте билдәләү принциптары хаҡында" концепцияһын иҫкә төшөрөп үтеү ҙә етәлер.
— Аңлашылыуынса, Ғ. Ибраһимов татар һәм башҡорт әҙәбиәттәренең уртаҡ әҙәби телдә хеҙмәттәшлеген ике осорға – боронғо һәм яңы дәүерҙәргә — бүлеп ҡарай. Һуңғыһын ул 1917 йыл менән тамамлағандай була.
— Тап шулай. Беҙ бындай ҡарашты “Ҡазан төркиҙәре” китабында ла осратабыҙ. Уның авторы “Ҡазан төркиҙәренең яңы әҙәбиәте, нигеҙҙә, 1905 йыл революцияһы тыуҙырған мөмкинлектәр нәтижәһендә тейешле дәрәжәлә үҫә һәм киңәйә башлай. Был (әҙәбиәт. – Н. З.) беренсе урыҫ революцияһынан алып 1917 йылғы революцияға ҡәҙәрге бер тиҫтә йыл эсендә Рәсәйҙә күҙгә ташланырлыҡ дәрәжәлә йәнләнде һәм алға китте” тип раҫлай. Китапта был осраҡта татар һәм башҡорт әҙәбиәттәре дөйөм төрки әҙәбиәте төшөнсәһендә күҙаллана. Ләкин 1917 йылдың майында Мәскәүҙә уҙған I Бөтә Рәсәй мосолмандар съезы уға үҙ билдәһен һала. Унда башҡорт делегацияһының ерле автономия мәсьәләһен күтәреүе ике әҙәбиәт араһында яңы мөнәсәбәттәр килеп тыуыуына сәбәпсе була. Ошоға ҡәҙәр сығатай әҙәбиәтенән Ҡазан төркие атамаһы аҫтында 1905 йылдан һуң ныҡлап айырымлана башлаған яңы әҙәбиәт, сығатай әҙәби теле һымаҡ уҡ, уртаҡ әҙәби тел нигеҙендә бер бөтөн булып формалашыу мөмкинлеген юғалта ине.
Әммә шуны иҫтә тоторға кәрәк: яңы дәүер әҙәбиәтенең формалашыу осоронда әҙәби телдәге күсәгилешлелектең әһәмиәте аҙ булмай. Был хаҡта Ғ. Баттал: “Башҡорт иленән Хәбибүннажар Үтәки, Зәки Вәлиди кеүек авторҙар әҫәрҙәрен, Шәйехзада Бабич һәм башҡалар шиғырҙарын башҡорт телендә түгел, ә формалашып килгән уртаҡ яҙма телдә яҙған”, — тип күрһәтә. Ошонан һуң быға ҡәҙәр сығатай әҙәби теле татар һәм башҡорт әҙиптәре өсөн уртаҡ әҙәби тел булған һымаҡ, яңы әҙәби тел дә ике әҙәбиәт өсөн дә уртаҡ булып тыуғанлығына шик ҡалмай. Ғ. Баттал, сығатай теленең ҡулланышта урынын асыҡлап, “сығатай теле һөйләш теле булмайынса, бер яһалма яҙыу теле, йәғни китап теле”, тип нығытып ҡуя. Аңлашылыуынса, ошо телдән яңы әҙәби телгә күсеү процесында ул уртаҡ яҙыу теле вазифаһын үҙ өҫтөнә ала ине. Шуға күрә, Ғ. Баттал раҫлағанса, З. Вәлиди һәм Ш. Бабич һымаҡ күренекле әҙиптәрҙең дә үҙ һөйләш телендә (башҡорт телендә) яҙмайынса, ошо уртаҡ яңы әҙәби телдә яҙып, уның формалашыуына үҙ өлөшөн индереүе тәбиғи, әлбиттә. Ғ. Ибраһимов үҙенең хатында ике әҙәбиәттең уртаҡ телдә “яңы дәүерҙәрҙә 1917 йылға саҡлы” бергә барғанлығын иҫкә алып, ошоно күҙ алдында тотҡанлығын күрмәү мөмкин түгел. Уларҙы боронғо дәүерҙәрҙә сығатай төркие бәйләп килһә, әле ошо бәйләнештең яңы әҙәби тел аша дауам иттерелеүе асыҡ. Тажетдин Ялсығол заманындағы ошо бәйләнеш хаҡындағы “Ҡазан төркиҙәре” китабындағы “Ҡазан илендәге Тәтеш ауылы тирәһендә йәшәгән бер имам яҙған “Фәзаил-и шухур” менән асылында башҡорт булған Тажетдин Ялсығол улының “Рисалә-и Ғәзизә” исемле әҫәренең телдәре араһында һис бер айырма юҡ” тигән юлдар татар һәм башҡорт әҙәбиәттәренең теле хаҡындағы мәсьәләгә төпкәрәк ҡарауға юл аса.
— Башта уҡ һүҙ булғанса, һеҙҙең башҡорт әҙәби теленең “милли айырымланыуы" проблемаһына ҡарашығыҙ ошонан башлана түгелме икән?
— Төрки телдәр донъяһында “милли айырымланыу” эволюцияһына, беҙҙеңсә, бер яҡлы ғына яҡын килеү күҙәтелә. Алда әйтелгәненсә, уның башы Ҡол Ғәлиҙең “Ҡисса-и-Йософ” поэмаһына барып тоташа тип фаразларға булалыр. Ул саҡта был әҫәр төркиенең сығатай төркиенә ҡарағанда олораҡ булыуы аңлашыла. Билдәле шәрҡиәтсе Н. Конрад әҙәбиәттә төрки теленең фарсы телен ҡыҫырыҡлай башлауын Алишер Науаиҙың “Хәмсә”һе ижад ителгән осорға (ХV быуат) бәйле ҡарай. Сөнки шағир үҙе, әҫәренең телен Джами, Низами кеүек бөйөк шағирҙарҙың теленә ҡаршы ҡуйып, тотош төрки донъяһын бағындыра алыуын йәшермәй, шуның менән ғорурланыуын белдерә. Ҡол Ғәлиҙең “Ҡисса-и-Йософ” поэмаһы иһә үҙенең яҙылыу осоро менән Сыңғыҙ хандың Бохара, Сәмәрҡәнд, Һират һымаҡ мәшһүр ҡалаларҙы баҫып алып, уларҙы икенсе улы Сығатай идараһына биреүе (ХIII быуат) дәүеренә тура килә. Шулай итеп, төрки телдәр донъяһында Әйле ырыуы башҡорто Ҡол Ғәлиҙең үлемһеҙ әҫәре “Ҡисса-и-Йософ” поэмаһының үҙ урыны бар. Ул ғәрәп һәм фарсы телдәренең йоғонтоһо көслө булған дәүерҙә үҙенең тауышын ишеттерә.
Шуға күрә беҙ бөгөн “Ҡисса-и-Йософ” поэмаһының төркие сығатай әҙәбиәтенә ҡәҙәрге төрки әҙәбиәтенең әҙәби теле булған тип раҫлаһаҡ та, һис тә артыҡ булмаҫ, тип уйлайбыҙ. Әлбиттә, сығатай төркие һымаҡ уҡ Ҡол Ғәлиҙең төркие лә ғәрәп һәм фарсы телдәренең йоғонтоһон кисермәй ҡалмағандыр. Белеүебеҙсә, Йософ пәйғәмбәр хаҡындағы хикәйәт Көнсығыш әҙәбиәтенә Фирдәүси заманында — Х быуатта килеп инә. Ә Ҡол Ғәлиҙең “Йософ ҡиссаһы”, төрки теленә ҡараған иң тәүге әҫәр булараҡ, Н. Конрадтың алда һүҙ булған әҙәби телдәрҙең “милли айырымланыуы” аша “әҙәбиәттәрҙең айырымланыуы” хаҡындағы концепцияға төҙәтмә индергәндәй була.
(Дауамы. Башы 86-сы һанда)


Автор: Ринат КАМАЛ әңгәмәләште.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостан Башлығы мәҙәниәт министрлығындағы кадрҙар үҙгәрешенә ҡарата фекерен белдерҙе

Башҡортостан Башлығы мәҙәниәт министрлығындағы кадрҙар үҙгәрешенә ҡарата фекерен белдерҙе 16.03.2026 // Мәҙәниәт

Башҡортостан Башлығы мәҙәниәт министрлығындағы кадрҙар үҙгәрешенә ҡарата фекерен белдерҙе...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда мәғрифәтсе Ғәли Соҡоройҙоң 200 йыллығына арналған саралар уҙғарыла

Башҡортостанда мәғрифәтсе Ғәли Соҡоройҙоң 200 йыллығына арналған саралар уҙғарыла 13.03.2026 // Мәҙәниәт

Башҡортостанда мәғрифәтсе Ғәли Соҡоройҙоң 200 йыллығына арналған саралар уҙғарыла...

Тотош уҡырға 1

Илдар Абдразаҡов Михайлов театрының художество етәксеһе итеп тәғәйенләнде

Илдар Абдразаҡов Михайлов театрының художество етәксеһе итеп тәғәйенләнде 12.03.2026 // Мәҙәниәт

Илдар Абдразаҡов Михайлов театрының художество етәксеһе итеп тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда XXV Республика ҡурай байрамына ғаризалар ҡабул ителә

Башҡортостанда XXV Республика ҡурай байрамына ғаризалар ҡабул ителә 05.03.2026 // Мәҙәниәт

Башҡортостанда Ҙур һәм татыу ғаилә йылында ойоштороусылар ғаилә ансамблдәрен дә көтә....

Тотош уҡырға 1

Танылған шағирә Таңһылыу Ҡарамышева вафат

Танылған шағирә Таңһылыу Ҡарамышева вафат 26.02.2026 // Мәҙәниәт

Танылған шағирә һәм журналист Таңһылыу Ҡарамышева арабыҙҙан китеп барҙы. Уға 3 мартта 78 йәш тулыр ......

Тотош уҡырға 4

AY YOLA төркөмөнөң «Ай, былбылым» йырына клибын 2 миллион тапҡыр ҡарағандар

AY YOLA төркөмөнөң «Ай, былбылым» йырына клибын 2 миллион тапҡыр ҡарағандар 24.02.2026 // Мәҙәниәт

AY YOLA төркөмөнөң «Ай, былбылым» йырына клибын 2 миллион тапҡыр ҡарағандар...

Тотош уҡырға 2

Өфөлә Дәүләт ҡурайсылар ансамбле етәксеһе Азат Айытҡолов юбилейын билдәләне

Өфөлә Дәүләт ҡурайсылар ансамбле етәксеһе Азат Айытҡолов юбилейын билдәләне 20.02.2026 // Мәҙәниәт

Билдәле ҡурайсы, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, Башҡортостандың халыҡ артисы Азат Айытҡолов үҙенең 70 ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда Дилмөхәмәтов исемендәге ҡурайсылар конкурсы еңеүсеһе иғлан ителде

Башҡортостанда Дилмөхәмәтов исемендәге ҡурайсылар конкурсы еңеүсеһе иғлан ителде 19.02.2026 // Мәҙәниәт

Башҡортостанда Дилмөхәмәтов исемендәге ҡурайсылар конкурсы еңеүсеһе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 3

Башҡорт шағиры Зөфәр Вәлит вафат

Башҡорт шағиры Зөфәр Вәлит вафат 18.02.2026 // Мәҙәниәт

Башҡорт шағиры Зөфәр Вәлит вафат...

Тотош уҡырға 3

Республикала «Урал батыр ерендә йыл китабы» конкурсы башланды

Республикала «Урал батыр ерендә йыл китабы» конкурсы башланды 17.02.2026 // Мәҙәниәт

Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы Зәйнәб Биишева исемендәге ......

Тотош уҡырға 6

«Китап» нәшриәтендә яһалма зиһен дизайны менән тәүге китап донъя күрҙе

«Китап» нәшриәтендә яһалма зиһен дизайны менән тәүге китап донъя күрҙе 16.02.2026 // Мәҙәниәт

«Китап» нәшриәтендә яһалма зиһен дизайны менән тәүге китап донъя күрҙе...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостандың AY YOLA төркөмө Европа буйлап турға сыға

Комментарий өҫтәргә